Ғүмер02.12.2014
Мостай Кәримгә.
Йәйге йәннәт гөл-сәскәлә бәүелә,
Урмандарҙан йәшел нур бөркөлә,
Сәрхәт сәхрәләргә күҙ ҡамаша,
Йәнгә сихәт кенә был тамаша...
Тормош туйы әммә тиҙ һүрелә,
Шатлыҡ ауаздарын һағыш бүлә:
Йәйҙәр шиңеп үлә,
Йәй бит шулай үлә.
Алтын балаҫ түшәп көҙҙәр килә,
Зөмрәт-яҡут-зәғфрән төҫ үрелә,
Нағыш балҡышына күҙ ҡамаша,
Башты әйләндерә был тамаша...
Күркәм байрам мәгәр тиҙ һүрелә,
Тәбиғәттең күҙенән йәш түгелә:
Көҙҙәр илап үлә,
Көҙ гел шулай үлә.
Көмөш тәңкә һибеп ҡыштар көлә,
Ынйы көрттәр, аҡыҡ тау өйөлә,
Донъя паклығына күҙ ҡамаша,
Бәхеттәргә күмә был тамаша.
Аҡ тантана ләкин тиҙ һүрелә,
Керпектәргә яҙмыш тамсы элә:
Ҡыштар иреп үлә,
Ҡыш тик шулай үлә.
Торна сыңыраулы яҙҙар етә,
Кәкүк-һандуғаслы таң елкетә,
Күктәр сафлығына күҙ ҡамаша,
Ҡанатһыҙ ҙа осора был тамаша,
Ташҡын хистәр таш ярҙарын бүҫә,
Өмөт-хыял ҡояшҡаса үҫә:
Яҙҙар мәңге үлмәй,
Яҙ ул йәйгә күсә,
Йәйгә күсә...
Их, кеше ғүмере лә яҙҙай булһасы!