Сәнғәт офоҡтары киңәйҙе02.12.2014
Сәнғәт офоҡтары киңәйҙе Республика тормошонда ғына түгел, бәлки, Рәсәйҙә ҙур ваҡиға булғандыр әле ул “Аҡбуҙат” милли һәм этник кино фестиваленең ойошторолоуы! Асыу тантанаһы ни тиклем сағыу тамашаға ҡоролһа, йомғаҡлау кисәһе лә бик йәнле үтте.

Шулай итеп, бүләкләнеүселәр менән танышайыҡ. Башҡортостан Кинематографистар союзының Әмир Абдразаҡов исемендәге призына “Туфан есть Туфан” фильмы өсөн Татарстандан Илдар Матуров лайыҡ булһа, Ғилуан Әмиров исемендәге махсус бүләк Ҡырғыҙстан операторына “Курманжан Датка” фильмы өсөн бирелде. Әйткәндәй, ошо уҡ кино халыҡ тарихын сағыу һәм художестволы һүрәтләгән өсөн дә тәбрикләнде. Ысын мәғәнәһендә милләттең асылын сағыл­дырған әҫәр битараф ҡалдырмай!
Операторҙарҙың эштәрен баһала­ғанда иң яҡшылары тип тулы метражлы нәфис фильмдар араһынан Акан Сатаевтың “Жаужурек мын бала“һы (Ҡаҙағстан) һәм ҡыҫҡа метражлылар араһынан Руслан Акундың “Перегон”ы (Ҡырғыҙстан) билдәләнде. Режиссер эштәре буйынса Мәскәү авторҙарының түбәндәге фильмдары еңеүсе тип табылды: Игорь Янчегловтың “Юрта” документаль әҫәре, Анна Горояндың “Доктор” исемле ҡыҫҡа һәм Владимир Тумаевтың “Белый ягель” тигән тулы метражлы фильмдары.
Сәнғәт офоҡтары киңәйҙе“Документаль фильмдағы иң шәп сценарий өсөн” номинацияһында Ҡырғыҙ­стандан Тынай Ибраһимовтың “Три­над­цатый” фильмы билдәләнде. Ирандан ҡатын-ҡыҙ режиссер Наргиз Абъяр төшөргән “Зеркальные отражения” фильмы һәм төп ролде башҡарған Гелари Аббаси “Тамашасы һөйөүе” һәм “Өй йылыһын һаҡлаусы образы өсөн” номинацияларында еңеүсе тип табылды. Был ҡатындарҙың нисек итеп сәхнәгә күтәрелеүен күреү үҙе бер тамаша булды. Тәүфиҡ һәм инсафлылыҡ уларҙың бар булмышынан урғылып тора. Бүләкте тапшырғанда Рәсәйҙең халыҡ артисы Александр Пятков бейеп тә ҡараны Наргиз Абъяр янында, “Эти глаза” тип йырлап та ебәрҙе, әммә үҙенең халҡы йолаларына, асылына тоғро ҡалған һәм шул хаҡта фильм төшөргән ҡатын үҙен бик әҙәпле тотто, хатта күтәрелеп бағырға ла ҡыймай төҫлө ине.
Болгариянан килгән Георги-Джеки Стоевтың “Хлеба и зрелища” киноһы “Документаль фильмды үҫтереүгә индергән өлөш өсөн” дипломы менән бүләкләнде. Фестивалдең мәртәбәле ҡунағы, яҡта­шыбыҙ Мәхмүт Рафиҡов операторлыҡ сәнғәтенә индергән ҙур ҡаҙаныш өсөн тәбрикләнде. Әйт­кәндәй, уның менән әңгәмә гәзитебеҙҙең киләһе һандарында донъя күрер. Ю. Гагариндың Йыһандан ҡайтҡанын ҡаршылаған кеше бит әле ул Мәхмүт ағай!
Шуныһы ҡыуаныслы: еңеүселәр араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар. Ҡыҫҡа метражлы фильмдар араһында Андрей Носковтың “Личное дело” фильмына яҙылған сценарий билдәләнде. “Иң шәп герой” номина­цияһында Вилүрә Иҫәндәүләтованың “Мөрйәнән күтәрелә төтөн, Берүк һүрелмәһен” фильмының геройы бүләкләнде. Белорет районының төпкөл ауылында бөгөн дә яңғыҙ йәшәп ятыусы хаҡында был документаль кино. Бүләкте тапшырғанда жюри ағзаһы, Мусульманин” тапшырыуы етәксеһе (“Рәсәй-1” телеканалы) Василий Антипов: “Вилүрә, геройығыҙҙың үҙенә барып бүләген тапшырығыҙ! Ул һеҙҙең иғтибарға лайыҡ. Журналистар ҙа, бәлки, һеҙҙең менән барып, ошо хаҡта яҙып сығыр?” – тип мөрәжәғәт итте. Мәскәүҙән Надежда Семенованың “Билет в одну сторону” фильмы ла ошо уҡ номинацияла билдә­ләнде.
Сәнғәт офоҡтары киңәйҙе“Башҡортостан” гәзите “Аҡбуҙат” милли һәм этник кино фестиваленең мәғлүмәти партнеры булды. Новоси­бир­скиҙан Элла Дәүләтшинаның “Скажи это по-башкирски” документаль фильмы конкурстан тыш сығыш яһаһа ла, тап ошо әҫәр гәзиттең дипломына лайыҡ. Әйткәндәй, киноның авторы Элла Дәүләтшина – билдәле тел белгесе Ғәббәс Дәүләтшиндың ейәнсәре. Уны шулай уҡ еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм республикала үткәреләсәк кино фес­тивал­дәрендә күрербеҙ, тип ышанабыҙ.
Гран-приға – “Көмөш Аҡбуҙат”ҡа – Мәскәүҙән Татьяна Скабардттың “Вечный странник” фильмы лайыҡ булды. Әйткәндәй, документаль киноның геройы – сараның почетлы ҡунағы, режиссер, рәссам, яҙыусы Шәүҡәт Абдусәлимов. Ул тулҡынланыуын йәшерә алманы: “Был фильмға төшмәйем тип тә бөткәйнем, сөнки режиссер йә съемка ваҡытын күсерә, йә саҡырылған ергә килмәй. Әммә ул барыбер ныҡыш булып сыҡты, һәм беҙ фильмды эшләп бөттөк. Аҙаҡ ҡына мин Татьянаның ауырыуын һәм химия терапияһына йөрөүен белеп ҡалдым. Ошо бүләкте үҙ аяҡтары менән сығып алһын инде!”
Ун бер илде бер майҙанда осраш­тырған “Аҡбуҙат” фестивале тамамланды, әммә ул тамашасыларға әллә күпме кисерештәр, яңы тәьҫораттар бүләк итте. Сара барышында күрһәтелгән 43 фильм аша, шаршауҙы асып ҡара­ғандай, үҙебеҙгә башҡа халыҡтарҙың тормошон, йәшәйешен астыҡ, сәнғәт офоҡтарын киңәйттек!
Мәҙәни тормошто биҙәгән “Аҡбуҙат” милли һәм этник фестивале лә тарихҡа күсте. Кино сәнғәте әһелдәрен бергә туплаған ошондай сараны ике-өс йылға бер тапҡыр ойошторғанда бик шәп булыр ине!


Вернуться назад