“Ауаз”да – яңы һулыш02.12.2014
“Ауаз”да – яңы һулыш Телевидение тип янған журналистар уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары башында республика йәштәренең әүҙем, сағыу тормошон сағылдырған өр-яңы ”Ауаз” тапшырыуы менән экрандарға сыҡты, тиҙ арала тамашасы күңелен яулап өлгөрҙө. Хәбәрселәр төрлө төбәктә йәшәгән замандаштары тураһында репортаждар әҙерләне, талантлы һәм алдынғы ҡарашлы йәштәштәрен студияға ҡунаҡҡа саҡырып аралашты, халыҡҡа уңыш ҡаҙаныу серҙәрен асты.

Мәртәбәле тележурналистарҙың йылы фатихаһы менән башланған “Ауаз” тапшырыуы күпмелер ваҡыт экрандарҙан юғалып торҙо, ә 2007 йылда “Рәсәй 1” каналында яңы форматта донъя күрҙе. Бөгөн ул аҙна­һына ике тапҡыр – иртәнге ваҡытта – телевизор ҡараусыларҙы үҙенең ҡыҙыҡлы ос­ра­шыуҙары, видеояҙмалары менән ҡы­уан­дыра, киңерәк даирәләргә ауаз биреп, яңы шәхестәр менән таныштыра, Башҡорт­остан буйлап сәйәхәткә алып китә, берсә байрамдарға юл ала.
“Ауаз” тапшырыуының ижади төркөмө ҡышҡа ҙур үҙгәреш, ыңғай кисерештәр ме­нән аяҡ баҫа. Һәр шишәмбе һәм кесе йома телевизор ҡараусыларҙы заманса биҙәлгән яңы студиянан Уйылдан Ғәлин менән Сәлимә Исламова, Ғәлимйән Ибәтуллин менән Ләйсән Тимербулатова сәләмләйәсәк. Мауыҡтырғыс, файҙалы тапшырыуҙың “Сәләмәтлек” рубрикаһын Рәлиә Сәхибгәрәева алып бара, радиожурналист Миләүшә Иҙрисова сәнғәт, мәҙәниәт һәм спорт өлкәләрен “Афиша” рубрикаһы аша яҡтырта, Ғәзиз Лоҡманов республика яңылыҡтары, Интернет киңлегендә сағы­лыш тапҡан ваҡиғалар менән таныштыра. Сабый тәрбиәләгән әсәләргә “Тәнәйҙәр” рубрикаһында тәжрибә уртаҡлашыу мөмкин­леге буласаҡ, махсус репортаждар ҙа көнү­ҙәк мәсьәләләрҙе күтәреп сығасаҡ.
“Иртәнге тапшырыуҙар күңел асыуға, еңел темаға әңгәмәләшеүгә ҡоролорға тейеш” тигән фекерҙән айырмалы, “Ауаз” тапшырыуы күңелле һөйләшеү менән бер рәттән тамашасыға бай мәғлүмәт биреүҙе төп маҡсаттарҙың береһе итеп алған. Тура эфир студияһына сыҡҡан иң әүҙем дуҫта­рыбыҙ араһында ҡиммәтле бүләктәр – планшеттар, кеҫә телефондары – уйнатылыуы хаҡында ла хәбәр итәбеҙ.
Ижади төркөм йома иртәһендә ҡотлау хаттарынан төҙөлгән “Ихлас күңелдән” исем­ле программала ла яратҡан тамашасыһы менән бергә ҡала. Республиканы, күрше тө­бәктәрҙе моңға сорнап, һәр йортҡа тәбрик һүҙҙәрен, ҡотлау сәләмдәрен йыр тулҡын­дары аша еткерәсәк ул.
Шишәмбе һәм кесе йома иртәнге сәғәт 9-ҙа һеҙҙе “Рәсәй-Башҡорт­остан” телеканалында көтөп ҡалабыҙ, заман менән ауаздаш булырға саҡырабыҙ.


Вернуться назад