Башҡортомдоң имле биләүе02.12.2014
Башҡортомдоң имле биләүеИнабат

Булған да хозур заман, –
Ғәжәп ҡылырлыҡ, тим:
Кеше – кешегә хайран,
Кеше – кешегә им.

Ул заман инде вайран, –
Һушың китерлек мең:
Кеше – кешегә дошман,
Кеше – кешегә ен.

Ҡайҙа икән намыҫ, дуҫ,
Иман, ғәҙел үә заң?..
Изгелек утта ҡалған,
Рәхим золом, яман.

Яман әҙәм моң түгел,
Яҡшы – кешегә иш.
Ни тиһәң дә, донъяла
Уға төҫ йәм һәм эш.

Алышамын, иплене
Һаҡлай хәҡиҡәт, тип.
Яҡшылыҡ утта янмай, –
Ул – ҙур инабат бит!

Мин – Әйле

Ҡөҙрәтленән ҡөҙрәтле
Ырыуым минең – Әйле,
Бабам да – ғорур Әйле,
Нәҫелем азат йәнле,
Ерем йәмленән-йәмле.

Арҙаҡлылар – Ҡол Ғәли,
Ялсығол әл-Башҡорди...
Тырнаҡлылар, Мырҙалар,
Ҡошсо, Көҙәй, Һыҙғылар –
Һыр бирмәгән ырыуҙар,
Баш эймәгән айҙарҙар.

Моңом – Урал, моңдашым,
Ҡошом – шоңҡар, юлдашым,
Тамғам – дан ай, ҡорҙашым,
Муйыл була ағасым,
Салауат, һай, – ораным.

Ҡөҙрәт тауым – Янғантау,
Йылғаларым – Әй, Эҫем,
Йор Йүрүҙән, Ҡариҙел...
Тереһыуым – Ҡорғаҙаҡ –
Йөҙ йәшәргә – шифа-им.

Урал – атаң, инәң, тип,
Ҡарһүҙ әйткән Байығым.
Йәнтөйәгең – йәннәт, тип,
Ил ҡурсыған батырым,
Салауатым – аҫылым.

Әйле – теҙ сүкмәҫ атлы,
Саф исеме, намыҫы,
Ирек – даулар асылы,
Рухы – аҫаба затлы,
Шоңҡарыңдай ҡанатлы!

Яһилдарға буйһонмай
Мин дә талпынам шулай,
Йәнем алҡына ҡоштай...

Һай, Уралым!

Уралып та ята Уралҡайым,
Башҡортомдоң имле биләүе.
Ҡанбабалар йәннәт кеүек күреп,
Түл йәйҙергән йәнле иләүе.

Һай, Уралым, шундай йәмле,
Үҫемлеге, тереге.
Халҡың йәшәр, күркәмләнер,
Булһаң уның терәге.

Йәнбирҙе лә менән Йәнбикәбеҙ
Ҡот биргән бит беҙгә, йүн биргән.
Рәхәт йәшәгеҙ, тип, ошо ерҙә,
Урал ата тере һыу һипкән.

Ата һүҙе мәңгелеккә ҡалған:
Яҡшылыҡтар ғына ҡылығыҙ,
Гелән кеше булып, кәңәш тотоп,
Байманлы ла донъя ҡороғоҙ.

Башҡортостан – илебеҙ

Башҡортобоҙ биләгән
Урал – изге йортобоҙ.
Еребеҙгә ерегеп,
Йәшәү — беҙҙең йолабыҙ.

Кешеһе лә, ҡошо ла
Ырыҫ тапҡан бағыбыҙ.
Бал, ҡымыҙы донъяға
Даны сыҡҡан намыбыҙ.

Тәбиғәте, ҡурайы
Хисләндерә, елкетә.
Һыуҙарының шифаһы
Тере һыуҙай терелтә.

Бары күреп һоҡланыр
Йәннәт төҫлө йәмебеҙ.
Йәше, ҡарты дәртләнеп,
Нурға сума көнөбөҙ.

Башҡортостан – илебеҙ,
Урал – сәхрә еребеҙ.
Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ
Ҡылып торор йәнебеҙ.

Кәсәләрҙән ташам

Бына тағы бер йәй үтеп бара,
Елберләйҙәр һары тәлгәштәр.
Сәхрәләрҙе күрмәй ҡалдым да һуң, –
Күңелемдә һағыш, сөм йәштәр.

Ҡыҫҡа йәйҙәй ғүмер үтеп бара,
Аҡһылланды инде дөм сәстәр.
Йәшлегемде һиҙмәй ҡалдым да һуң, –
Сәскәләрен ҡоя сәскәләр.

Көймә әле, көймә, йәнекәйем,
Уралҡайҙа тыуыу бәхет бит,
Миҙгел генә унда терек итеү
Мең йылдарға тиңдер, тиңдер бит...

Сал башлы ла Урал ҡылғанындай
Бәрәкәтле ергә эйеләм.
Шул үләнем эйгән ҡымыҙ булып,
Кәсәләрҙән ташам, эркеләм.




Вернуться назад