Йылдың иң яҡшы китабы29.11.2014
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала “Йылдың иң яҡшы китабы” республика конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы һәм “Автограф көнө” уҙғарылды.

Эштәр “Тормош прозаһы”, “Икһеҙ-сикһеҙ шиғриәт”, “Яратҡан тарихи китабым” номинацияларында баһаланды. Бәйгелә 120-нән ашыу эш ҡатнашты. 29 китапханасы, өс тележурналист һәм бер уҡыусы бәйгенең еңеүселәре тип танылды. Уларға сертификаттар бүләк ителде.
Гөлнур Яҡупованың “Ҡатындар” әҫәре “Тормош прозаһы” номинацияһында йылдың иң уҡымлы китабы тип танылды. “Яратҡан тарихи китабым” номинацияһында – Михаил Чвановтың “Загадки штурмана Альбанова” китабы, “Икһеҙ-сикһеҙ шиғриәт”тә Тамара Ғәниеваның рус телендәге “Наедине с собой” шиғырҙар йыйынтығы еңеп сыҡты.




Вернуться назад