Башҡорт совет матбуғатының тыуыуы02.02.2012
Башҡорт совет матбуғатының тыуыуыБашҡортостан матбуғатына нигеҙ һалыусылар араһында Заһит Шәрҡи тигән шәхес тә бар. Уның тулы исем-фамилияһы — Мөхәмәтзаһит Ғәйфулла улы Йосопов. Ул 1901 йылдың 1 ғинуарында Ырымбур ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған.
“Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡыған.
1918 йылда большевиктар партияһына ингән М. Йосопов Аҡтүбә — Турғай фронтында һуғыша. 1919 — 1921 йылдарҙа “Башҡортостан хәбәрҙәре” гәзите мөхәррире булып эшләй. Артабан Һамарҙа “Урта Иҙел” гәзитендә мөхәррир, Донбасста “Пролетарий” гәзитенең яуаплы секретары була. Мәскәүҙә Ҡыҙыл профессура институтында уҡығанда “Коммунист” гәзите мөхәррире урынбаҫары, институтты тамамлағас, “Литературная газета” редакцияһында СССР халыҡтары әҙәбиәте бүлеге мөдире вазифаларын башҡара. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында партияның Ҡыйғы район комитетында пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, 1944 йылдан башлап пенсияға киткәнсе, Өфөлә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
З. Шәрҡиҙең 1949 йылда “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитендә баҫылған “Башҡорт совет матбуғатының тыуыуы” тигән хеҙмәтенән өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
Башҡорт совет матбуғаты буш урында тыуманы. Башҡорт АССР-ы ойошторолғанға тиклем, 1918 йылда Ырымбур һәм Өфөлә Совет власы урынлашҡас та, татар һәм башҡорт нәшриәттәре эшләй башланы. Шул уҡ йылда Ырымбурҙа “Мөхбир”, “Башҡортостан”, Өфөлә “Ҡыҙыл юл” тигән большевистик гәзиттәр сыҡты.
Башҡорт совет матбуғатының тыуыуыБилдәле булыуынса, Октябрь революцияһының беренсе көндәренән үк ҡыҙыу башланған социалистик төҙөлөш Америка, Англия империалистары тарафынан ойошторолған хәрби интервенция, граждандар һуғышы башланғас өҙөлөп торҙо. Был осорҙа Көнсығыш фронтындағы башҡорт, татар хеҙмәтсәндәрен һәм ҡыҙылармеецтарын Беренсе, Бишенсе Ҡыҙыл Армиялары политбүлектәре янында ойошторолған “Ҡыҙыл маяҡ”, “Ҡыҙыл яу”, “Ҡыҙыл йондоҙ” тигән гәзиттәр хеҙмәтләндерҙе. Был армиялар Көньяҡ Уралды һәм Башҡортостанды Колчак бандаларынан таҙартыуҙа хәл иткес роль уйнаны, уларҙың башҡорт совет мәҙәниәтен барлыҡҡа килтереүҙә лә әһәмиәте ҙур булды.
“Башҡортостан хәбәрҙәре”нең яуаплы урындарында (мин мөхәррир булған ваҡытта) Ярлы Кәрим, Мөхәммәт Бикбулатов, Исхаҡ Зәйни, Барый Әминев, Дауыт Юлтый, Хәйҙәр Йосопов иптәштәр эшләне. Петроград фронтына киткән башҡорт совет журналистарының байтаҡ өлөшө фронтта ҡорбан булыуы һәм башҡа урындан кадрҙар килтерергә мөмкинлек булмау сәбәпле, редакцияның составы ул йылдарҙа алты-ете кешенән артманы.
Партияның Башҡортостан өлкә комитеты өр-яңынан төҙөлгән Башревком гәзите алдында Советтарҙың Бөтә Башҡортостан съезын саҡырыуға әҙерлек алып барыу, фронт өсөн Башҡортостандан Ҡыҙыл Армия частарын ойоштороу, буржуаз милләтселек һәм великорус шовинизмы менән көрәшеү, Мәскәү, Петроград ҡалаларын иген менән тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы. Был мөһим сәйәси мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыу өсөн редакцияның яңы составына бик күп ауырлыҡтар менән көрәшергә тура килде.
Башҡортостан хөкүмәтенә РСФСР хөкүмәте нәшриәте (Огиз) “Башкиропомощь” етәксеһе, РСФСР хөкүмәтенең Башҡортостандағы вәкиле Артемдың (Сергеев) үтенесе буйынса күп һанда полиграфия йыһаздары бирҙе. Петроград Советының ҡарары менән революцияға тиклем был ҡалала шәреҡ халыҡтары телдәрендә төрлө әҙәбиәт баҫтырылған Брагинский типографияһы Стәрлетамаҡҡа күсерелде. Петроград эшселәре бер йәлпәш машина, ике “американка” машинаһы бүләк итте. Үҙҙәренең оҫталарын ебәреп, ул машиналарҙы көйләп тә бирҙеләр. Буржуаз милләтселәр тарафынан Темәскә, Арғаяшҡа илтеп ташланған хәрефтәр ҙә ҡайтарылды. Шулай итеп, партия, хөкүмәттең хәстәрлеге һәм урыҫ халҡының алдынғы отряды — Петроград пролетариатының булышлығы менән йыйнаҡ ҡына типография ойошторолдо. Был типография, Башҡорт АССР-ы Дәүләт нәшриәте ҡарамағында булып, 1921 — 1922 йылдарға табан унда “Башҡортостан хәбәрҙәре”нән башҡа “Ҡыҙыл батыр”, “Йәш йөрәк” тигән гәзиттәр һәм йылына бер нисә китап та баҫыла ине.
“Башҡортостан хәбәрҙәре” аҙнаһына өс тапҡыр дүрт битле булып сығырға тейеш ине. Ләкин гәзит аҙнаға бер, ә ҡайһы бер ваҡыттарҙа 10 — 13 көнгә бер тапҡыр сығып ҡуя ине. Формат мәсьәләһендә лә тотанаҡлыҡ булманы. Башҡорт дәүләт нәшриәтен ҡағыҙ менән тәьмин итеүсе “Белый ключ” ҡағыҙ фабрикаһы (хәҙерге “Красный ключ”) төрлө форматтағы һәм төрлө төҫтәге ҡағыҙ ебәрә ине. Ул осорҙа ҡағыҙға ҡытлыҡ ҙур булғанлыҡтан, редакция, бары менән ҡәнәғәтләнеп, гәзитте төрлө форматта, төрлө төҫтәге ҡағыҙҙа сығарҙы.
Гәзитте биҙәү эштәренә Баһау ҡарт Мәҡсүтов ныҡ ярҙам итте. Биҙәү тигәс тә уҡыусылар хәҙерге осор гәзиттәрҙәге һүрәттәрҙе, төрлө художество эскиздарын күҙ алдына килтермәһен. Бындай сәнғәтте башҡарырлыҡ “Башҡортостан хәбәрҙәре” редакцияһында художник та, цинкография һәм литография ла юҡ ине, гәзиткә байрам, тантана уңайынан бирелә торған юлбашсыларҙың портреттарын, ара-тирә баҫылып торған ҡала, ауыл, тәбиғәт күренештәрен Баһау ҡарт Мәҡсүтов линолеумдан киҫеп эшләй торғайны. Был иҫ киткес ауыр һәм нескә эш булһа ла, Мәҡсүтов уны үҙенә күрә бер тәм менән, һис бер иренмәйенсә, күтәренке рухта башҡара ине.
Журналистика эшендә ул саҡта милли кадрҙарҙың етешмәүе арҡаһында башҡа иптәштәргә лә күп төрлө эштәр башҡарырға тура килде. Мәҫәлән, Ярлы Кәрим менән Мөхәммәт Бикбулат әҙәби сотрудник булараҡ мәҡәләләрҙе аҡҡа күсереп яҙалар. Шул уҡ ваҡытта улар корректор ҙа. Ул саҡта редакцияла хәҙерге шикелле бүлектәрҙең булмауын әйтеп тә тормайым инде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, “Башҡортостан хәбәрҙәре” гәзите партияның өлкә комитеты һәм Башҡортостан хөкүмәте тарафынан ҡуйылған бурысты һәр саҡ еренә еткереп үтәргә тырышты.
1920 йылдың 25 июнендә Стәрлетамаҡта Советтарҙың Беренсе Бөтә Башҡортостан съезы саҡырылды. Был съезд Башҡорт АССР-ының юғарғы етәкселеген — Үҙәк Башҡарма Комитетын һәм Халыҡ Комиссарҙары Советын һайланы. Шулай итеп, яулап алынған Башҡорт Совет Автономиялы Республикаһын Кесе Башҡортостан территорияһында ойоштороу тамамланды. Башҡорт хеҙмәтсәндәре ошо ауыр йылдарҙа Польша фронтына бер бригада, Петроградтағы башҡорт бригадаһы һәм дивизияһына өҫтәмә частар ойоштороп ебәрҙе. Петроград һәм Мәскәү ҡалаларына ике эшелон иген оҙатылды. Был мөһим сәйәси бурыстарҙы үтәүҙә “Башҡортостан хәбәрҙәре”нең хеҙмәте лә ҙур булды. Башҡортостан хеҙмәтсәндәре, гәзиттең өҙлөкһөҙ сыға алмауына, йөкмәткеһендә лә ҡайһы бер кәмселектәр булыуға ҡарамаҫтан, уны үҙҙәренең матбуғаты итеп ҡаршыланы, яратып уҡыны. Башҡорт халҡының революция эшенә бирелгән тоғро улдары “Башҡортостан хәбәрҙәре”нең даими яҙышыусылары, беренсе хәбәрселәре булды.
Башҡорт совет матбуғаты бына шулай бик ҡатмарлы, ауыр тарихи шарттарҙа барлыҡҡа килде. Хәҙер инде беҙҙең республикабыҙҙа тиҫтәнән ашыу республика гәзиттәре һәм журналдары сыға, шуның өҫтөнә һәр райондың үҙ гәзите бар.
Заһит ШӘРҠИ.


Вернуться назад