Күңел күген ҡайғы болоттары сорнаны: пәйғәмбәр исемен йөрөткән шағирыбыҙ баҡыйлыҡҡа китеп барҙы. Мөхәммәт Закиров! Күптән түгел генә редакцияға килеп, өр-яңы поэмаһы менән таныштырғайны. “Башҡортостан”ға бирермен, – тип өмөт ҡуҙы ла һалды. – Әлегә ошолар сыға торһон”, – тине, бер шәлкем шиғырҙарын өҫтәлгә һалып. Үкенес, был шиғырҙары уның бәхилләшеү йыры булыр тип кем уйлаған!.. Йәнең йәннәттә булһын, шағир! Үксәләре йондоҙ сәсә
Заман ҡолдарыКино — бөттө, сериалдар китте...
Ҡарамайса сыҙарлыҡ түгел.
Керпек ҡаҡмай көн-төн ҡараһаң да,
Остарына сығырлыҡ түгел.
Маҡсат — байыу, байыу юлы —
атыш:
Шартлай, машиналар әйләнә...
Ул үҙе — мент, үҙе — бөткән бандит:
Бармай ниндәй мәкер, хәйләгә!
Ыңғай геройҙы ла, бандитын да
Артист халҡы уйнай бит инде.
Һәм бандиттың яуыз икәненә
Ышандыра нисек! Кит инде!
Пәйҙә була шундай йөҙ-ҡиәфәт:
Ғүмереңдә тик бер күрерлек,
Ғүмереңдә тик бер күрерлек тә
Ғүмер буйы төшкә керерлек.
Пультты алып, нисә һүндергән бар:
Был тиклеме уның нимәгә?
Бандит ҡарамаһаң, башҡа ҡарар
Әллә ни юҡ. Бына мәсьәлә.
Артист халҡы, тимен, насар булмаҫ,
Йәлләп ҡуйҙым хатта уларҙы.
Барлыҡ таныш, туған-тыумасаһы,
Ата-әсә, һөйгән йәрҙәре
Барыһы ҡарай. Артист өйөнә
ҡайта —
Булыр арынып ҡанлы гримдан.
Ярай әле, бала — атаһынан,
Һөйгән ҡатын — һөйгән иренән
Ҡурҡмаһа. Һәр артистың, бәлки,
Батыр ролен килә уйнайһы,
Йәки хаҡлыҡ, яҡты тормош өсөн
Көрәшәһе йәки ҡыйнайһы.
Минең атай ниндәй батыр, тиеп,
Маҡтанырлыҡ ҡыҙ йә улдары...
Ниндәй таланттарын ҡорбан итә,
Бандит уйнап, заман ҡолдары!..
Маймыл туйыАфрикала... ҡарҙар яуа —
Яуыр-яумаҫ, туҡтап ҡалып.
Йомшаҡ мамыҡ ботаҡтарҙа
Маймыл атлы шаян халыҡ.
Донъя ҡуйған ҡар күрмәйсә
Миллион быуын бабалары,
Һуң бит улар — мәңге ҡарһыҙ
Ҡайнар илдең балалары!
Һикерәнләй, ана, береһе
Бер ағастан бер ағасҡа.
Ҡар яуғанға ҡарап тамам
Ултыралар аптырашта.
Икенсеһе ара-тирә
Ҡарағылап алан-йолан, —
Һелкеп ҡарын ҡаға-ҡаға
Кимерәлер, тәмләп, банан.
Ҡар йомарлап атҡан инем
Шунда маймыл малайына,
«Һә» тигәнсә теге банан
Килеп тейҙе маңлайыма.
Урынында һикергеләй:
«Быйыл — бананға бай йыл!»
Шатлыҡтанмы, тәкмәс атып,
Әйләнә күпме маймыл.
Ҡар яуа, ҡарҙар ҡойола
Ботағынан ағастың.
Маймыл үҙе маймыл булып,
Нисек маймылланмаһын?..
Маймылланыуға килгәндә,
Уҙҙыҡ мәллә уларҙан?
Маймыл беҙҙән яралғанмы,
Беҙме унан яралған?
Әйтеү ҡыйын: дөрөҫмө был,
Әллә инде хаталыр.
Дәрәжәләр үҫеү менән
Маймыллыҡ та арталыр.
Өнөмдәме булды был хәл,
Күрҙем әллә төшөмдә?
Ҡоторона маймыл туйы
Беҙҙең баштар өҫтөндә.
Шатлыҡ йәштәреЕңеүҙән һуң етмеш йылдар уҙғас,
Тәбрикләргә уны килделәр.
Үҙенән дә нығыраҡ шатланышып,
Ветеранға фатир бирҙеләр.
Күкрәктәре тулы орден, миҙал,
Нур һипкәндәй көмөш сәстәре.
Туҡһан йәше тулған ветерандың
Күҙҙәрендә — шатлыҡ йәштәре.
“Халыҡ шағиры”Арығандыр инде көтөп
Аҡылдар ултырғанын.
Берүк Хоҙай күрһәтмәһен
Ҡатындар ҡоторғанын.
Әйттермәй һүҙ, астырмай күҙ:
Әйтерһең дә, өйөрмә...
Бейеүҙәргә төшәме ни,
Ике ҡулы — бөйөрҙә!
Айырыуы ҡыйын бында:
Кем яҡшы ла кем яман?
Иң ауыртҡан ергә бәрә
Туп-тура наводканан.
«...Кемгә кәрәк һинең шиғыр?!»
«Халыҡ уҡый бит, бисә».
«Былай булғас, аңлашылды, —
Типкәс ишек шар асылды, —
Бар, халҡың менән йәшә!»
Ҡыҫыр шатлыҡ—Гел яйы сығып торасы,
Ғүмер ике киләме,
Багамдарға осабыҙмы
Төркиәгә генәме?
— Әллә инде аҡылыңдан
Тамам яҙҙыңмы, йүләр?!
— Нишләп йүләр булайым мин,
Пенсия арта, тиҙәр...
Улар хужаНи хикмәттер, илде түрә баҫты.
Улар —текә,
Улар — затлы.
Машиналар
Аллы-артлы,
Коттедждары
Ҡатлы-ҡатлы.
Улар — хужа,
Мин — бер ҡатлы.
Йөк атыЙөк аты мин. Мөмкинме һуң
Башҡа менән бутауы:
Кешнәгәндә — ауыҙлыҡлы,
Эшләгәндә — тышаулы.
Мин-минлекМин-минлек бар ул кемдә лә
Үҙенә күрә.
Берәй шелтә әйтһәм, этем
Үҙемә өрә!