Ҡумыҙ моңо саҡыра26.11.2014
X. Әхмәтов исе­мендәге Башҡорт дәүләт филармо­нияһының солисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов — донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы тигән исемде йөрөткән музыкант.


Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың филармонияла уҙасаҡ “Донъя сыңы” тип аталған концерты — донъя халыҡтарының иҫ киткес моңона мансылған тамаша. Унда япон, яҡут, филиппин халыҡтары ҡумыҙы яңғыраясаҡ. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ бейеү театры, Римма Амангилдина, Рэм Гәрәев, Әлиә Нурғәлиева ла сығыш яһаясаҡ. Иртәгә киске сәғәт 7-лә башланасаҡ күркәм йыр-моң тамашаһына рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Әйткәндәй, сарала “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыу ҙа ойошторола.



Вернуться назад