9 февралдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арнап, өр-яңы спектакль тәҡдим итәсәк. “Февраль. Буран...” тип аталған һәм жанр йәһәтенән шағир донъяһына сәйәхәт булараҡ билдәләнгән был тамаша, асылда, оло шәхес менән ғорурланыу ҙа, һоҡланыу ҙа, яҙмышы өсөн әрнеү ҙә...
Спектаклдең исеме тәрән мәғәнәгә эйә. Билдәле булыуынса, Рәми Йәғәфәр улы 12 февралдә донъяға килгән һәм шул уҡ айҙың 20-һендә уны ташлап киткән... Тик улар араһында һигеҙ көн түгел, теүәл ҡырҡ биш йыл ғүмер ята. Ошо ваҡыт эсендә Рәми тәпәй баҫа — атлап йөрөгән тыуған тупрағын һуңғы һулышынаса ярата; уҡырға бара — йотлоғоп, донъяның барлыҡ ғилем серҙәрен үҙенә һеңдерерҙәй булып уҡый; ижад итә — ә ниндәйерәк әҫәрҙәр яҙа! Тормошто, кешеләрҙе ярата. Уның кеүек үҙ теле һәм халҡы өсөн әрнеүселәр барҙыр ҙа бит, тик үҙ ваҡытында әйтергә батырсылыҡ итеүселәр генә һирәгерәк.
“Февраль. Буран...” спектакле Рәми Ғариповтың фажиғәле тормошон сәхнәнең барлыҡ алымдарын һәм мөмкинлектәрен ҡулланып асып бирергә тырыша. Сценарийҙы шағирҙың көндәлектәренә һәм уның хаҡындағы хәтирәләргә таянып Зөһрә Бураҡаева яҙған. Әйтергә кәрәк, Шағир образын тыуҙырыу ҙа бында бик үҙенсәлекле. Уны бер юлы ике йәш актер — Фирғәт Ғарипов менән Артур Кәбиров уйнай. Надя ролен Ирада Фазлаева башҡара.
Хөрмәтулла ҮТӘШЕВ, тамашаның режиссеры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы: — Был спектакль — телем һәм халҡым тип йәнен фиҙа ҡылған оло ағайыбыҙ рухына ихтирам билдәһе. Мин генә түгел, коллектив та ошо фекерҙә. Уға театр труппаһындағы бөтә актерҙарҙың да тиерлек йәлеп ителеүе үҙе үк күп нәмә хаҡында һөйләй. Шағирҙы бер кем дә онотмай, һәм ул быға лайыҡ шәхес. Артабан ошо тамаша нигеҙендә тулы спектакль күрһәтеү хаҡында ла уйлайбыҙ.
Гөлли МӨБӘРӘКОВА, СССР-ҙың халыҡ артисы: — Рәми Ғариповтың шиғырҙары бөгөнгө көнгә лә ауаздаш яңғырай. Ундай шәхестәр һирәк тыуа, тик бына ниңәлер ҡәҙерҙәрен белмәйбеҙ. Уны күберәк Высоцкий менән сағыштыралар, тик мин Рәми Ғариповты юғарыраҡ һанайым. Икеһе лә фажиғәле яҙмышлы, уныһы хаҡ. Беҙҙең шағирыбыҙҙа үҙ халҡын яратыу тойғоһо шул тиклем көслө, ул әле булһа үҙ милләтен ҡурсалау һәләтенә эйә. Уны тейешле кимәлдә баһалаһаҡ ине. Беҙҙә бит Аксаков байрамдарын ҙурҙан ҡубып үткәрәләр. Ҡайҙарҙан ғына кешеләр саҡырылмай! Башҡортостанды бар тип тә белмәгән кешеләргә ҙур исемдәр биреп ҡайтаралар. Ә үҙебеҙҙең шағирыбыҙ шундай ихтирамға лайыҡ түгелме ни?..
Зөһрә БУРАҠАЕВА, сценарий авторы: — Бөгөн телебеҙҙе, рухыбыҙҙы һаҡлау йәнә көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әүерелде. Әле хоҡуҡтарыбыҙҙы ҡабаттан юғалтыу хәүефе алдында торабыҙ. Халыҡ һәр саҡ көслө һүҙле шәхестәргә мохтаж. Ә бит элек-электән иң кәрәкле, иң көслө һүҙҙе шағирҙар әйткән. Рәми Ғарипов йәшәгән заманда берҙәм совет халҡын барлыҡҡа килтереү өсөн туған телдән биҙҙерергә тырышҡандар. Хәҙер ҙә бар ул хәүеф. Шуға ла Рәми Ғарипов һүҙҙәрен әләм итеп күтәреп алыу ихтыяжы тыуҙы. Уның рухы тырым-тырағайыраҡ булып киткән милләтебеҙҙе берләштерһен ине. Бигерәк тә йәштәребеҙҙең уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалыуы мөһим.
Фәниҙә ИСХАҠОВА.