Беҙҙең гүзәлдәр һоҡландырҙы25.11.2014
Беҙҙең гүзәлдәр һоҡландырҙы
Мәскәүҙә “Рәсәй гүзәле-2014” конкурсының финалы булды. Надежда Бабкинаның “Рус йыры” театрында уҙған сараның баһалама төркөмөнә Иосиф Кобзон етәкселек итте.


Башҡортостандан унда “Премьера” модель агентлығынан Камилла Ҡунаҡҡужина менән Ольга Алешина ҡатнашты.
Ҡыҙҙарға буй-һынына, шулай уҡ һәләттәренә һәм сәхнәлә үҙен тотоуына ҡарап баһа бирҙеләр. Быйылғы бәйге — иҫәп буйынса егерменсеһе. Сараға уҙған йылдарҙағы еңеүсе гүзәлдәр ҙә килгәйне.
Беҙҙең гүзәлдәр һоҡландырҙыКамилла Ҡунаҡҡужина “Рәсәйҙең дүртенсе йәш гүзәле-2014” һәм “Рәсәйҙең грация гүзәле-2014” титулдарына лайыҡ булды, ә Ольга Алешина, “Супер Финалсы-2014” исемен яулап, конкурста тағы ла ҡатнашыу хоҡуғын алды.


Вернуться назад