Мәҙәниәт йылы уңайынан 22 ноябрҙә Үзбәкстан Республикаһының баш ҡалаһы Ташкентта Башҡорт мәҙәниәте фестивале үтте. Ерлектәге милләттәштәребеҙ көтөп алған сарала Рәсәйҙең Үзбәкстандағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Владимир Тюрденев, Үзбәкстандың интернациональ мәҙәни үҙәге директоры Насриддин Мөхәммәҙиев, Ташкенттың З. Вәлиди исемендәге башҡорт ижтимағи мәҙәни үҙәге рәйесе Илшат Хәсәнов, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҡатнашты.
Тыуған төйәгенән йылы мөнәсәбәт, яҡшы һүҙ көтөп торған милләттәштәребеҙ Ташкент дәүләт музыкаль комедия театрындағы рухи, мәҙәни сарала осрашты. Башҡорт халҡының асылын сағылдырған күргәҙмә, йола буйынса мәртәбәле ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, бауырһаҡ менән ҡаршы алыу, йыр-моң аша аралашыу – былар барыһы ла байрамдың күрке булды.
Үзбәкстан еренән репортажды киләһе һандарҙа уҡырһығыҙ.