Еңеү артынан еңеү02.02.2012
Еңеү артынан еңеүУйында уҙған йыйында ла алдынғылыҡты бирмәҫ, ти халыҡ. Музыка ҡоралдарында оҫта уйнаусы Хәйҙәр Яҡшыбаев менән әңгәмә ҡорғандан һуң ошо фекер күңелдә нығынды. Ул сығышы менән – Силәбе өлкәһенән, бына ун йылдан ашыу инде Башҡортостанда ғүмер кисерә. Башҡорт егете Хәйҙәр Солтангәрәй улының һөйләгәндәре гәзит уҡыусыларға ла ҡыҙыҡлы булыр тигән уйҙабыҙ.
– Парижда Музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың халыҡ-ара конкурсында ҡатнаштым, бер юлы ике кубок алдым, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты гармунсы Хәйҙәр Яҡшыбаев. – Уға етди әҙерләнеүемде йәшермәйем, ҡайҙа барыуымды белеп юлға сыҡтым бит. Бынан бер нисә йыл элек Рәсәй кимәлендә үткәрелгән ошоға оҡшаш бәйге миңә уңыш килтерҙе, унан һуң Италиянан еңеү менән ҡайттым.
“Уйна, гармун!” тапшырыуын башлаусы Геннадий Заволокин менән яҡшы таныш булдым. “Уралда беҙҙәге һымаҡ хәрәкәткә йән өрөргә кәрәк, гармунсыларҙы бергә туплауҙы һин генә ойоштора алаһың. Өфө географик йәһәттән үҙәктә урынлашҡан”, – тип күп тапҡыр өгөтләне дуҫым. Төптән уйлап ҡараһаң, гармун уйнаусыларҙың барыһы ла һау-сәләмәт тормош яҡлы. Маҡсатым – киләсәктә гармун төймәләренә баҫҡанда ҡулдарына күҙ эйәрмәҫлек оҫталарҙы табыу, төрлө конкурстарға йәлеп итеү сараһын күреү.
Сәфәр йөрөргә яратам. Мәскәүгә велосипедта барҙым, аҙна ла үтмәне – баш ҡалала инем. Велосипедҡа ултырып алам да елдерәм генә, ә арҡала – гармун. Берәүгә лә бәйле түгелһең, тәбиғәттең хозурлығына һоҡланып барғанда, күңел күтәрелеп китә. Ҡулыма гармун-серҙәшемде алып уйнап та алам, ул һағышымды тарата, күңелгә дәрт өҫтәй.
Илдар АҠЪЮЛОВ яҙып алды.


Вернуться назад