“Башҡорт йыры” телевизион йыр конкурсы 2012 йылға йәнә йәш башҡарыусыларҙы бәйгегә саҡыра. Уның эшен бер аҙ етдиерәк итеү, төрләндереү һәм йыр сәнғәтен үҫтереү, фольклорҙы йәшәтеү өсөн тәҡдимдәремде әйткем килә.
Халыҡ йырын һайлағанда йәштәр быға тиклем билдәле, танылған йырҙарҙы баш-ҡармаһын ине. Уларға иң беренсе шундай талап ҡуйырға кәрәк: яңы йырҙар тапһын, өйрәнһен һәм жюри иғтибарына тәҡдим итһен. Был осраҡта ошоғаса асылмаған күпме хазина табыласаҡ. Яңы йырҙы ҡайҙан алырғамы? Өфө дәүләт сәнғәт академияһында әллә күпме фольклор ҡомартҡылары тупланған. Экспедициялар ваҡытында йыйып алып ҡайтылған йырҙар Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ла һаҡлана. Улар үҙҙәренең башҡарыусыларын көтә. Берәй йырсының шунда мөрәжәғәт итеп репертуарын байытыу хәстәрлеген күргәне бармы икән? Күпме байлыҡ, рухи мираҫыбыҙ халыҡҡа кире ҡайтарыласаҡ. Был осраҡта йырсыға аранжировкалар эшләүгә ваҡыт та, сығымдар ҙа талап ителмәй.
Икенсе турға эстрада йырҙарын һайлағанда ла өр-яңыларын алып килһен ине йәш башҡарыусы. Композиторҙар ҙа ең һыҙғанып эшләп алыр. Матур моңло йырҙар һағындырған бит! Күп композиторҙар, етди әҫәрҙәр ижад итеп, йыр жанрына бик иғтибар бирмәй. Яҙғандарын да ниңәлер өҫтәлдә һаҡлауҙы хуп күрәләр. Әлбиттә, уның үҙ сәбәптәре бар: йырсыларға тәҡдим итергә, аранжировка эшләтергә ваҡыт та, аҡса ла кәрәк. Ә ысын ижад кешеһе бындай ваҡ-төйәккә бүленмәй эшләүен дауам итә. Һүҙемде дәлилләп, бер генә миҫал килтерәм: егерме йыллап элек яҡташым һәм һабаҡташым, композитор, әлеге көндә Өфө сәнғәт академияһы профессоры Айрат Ҡобағошовтың Татарстан шағиры Гәрәй Рәхим һүҙҙәренә яҙған егермеләп йыры бар ине. Уларҙың бер-икеһе генә үҙ башҡарыусыһын тапты. Ҡалғандары архивында ята.
Бер мәлде ижад кисәһен үткәрергә дәртләнеп тә йөрөгәйне. Тик ниндәйҙер көтөлмәгән сәбәптәр арҡаһында билдәләнгән көн кисектерелде. Унан инде — ҡалған эшкә ҡар яуҙы.
Башҡарыусыларға әллә ҡайҙан йыр эҙләп йөрөргә лә кәрәкмәй: халыҡ гәүһәрҙәрен дә, эстрада йырҙарын да улар сәнғәт академияһынан сыҡмайынса ла таба ала.
Әгәр ошондай тәҡдимдәр кәрәкле тип табылып, конкурс шарттарына индерелһә, “Башҡорт йыры” телевизизон конкурсы йәш башҡарыусыларҙы ғына түгел, йыр сәнғәтебеҙҙе үҫтереүгә лә тос өлөш индерер ине.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.