Ҡурай кисәһенә рәхим итегеҙ!02.02.2012
Ҡурай кисәһенә рәхим итегеҙ!“Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңдан сор ҡурайҙар яһап тартайым”. 4 февралдә Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксуриндың “Минең донъям” тигән концерты тураһында ишеткәс, халҡыбыҙҙың ҡурай хаҡындағы ошо үлемһеҙ йыры иҫкә төштө.
Башҡорттарҙың милли уйын ҡоралы ҡурайҙың йылдан-йыл танылыу яулай барыуы ҡайһылай һөйөнөслө! Моңло ҡурай тауышын һәр концертта тиерлек ишетәбеҙ. Был юлы ла ҡурайсы Азат Биксурин көй-моңдар яңғыратасаҡ, улай ғына ла түгел, күңелле тамашала Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Баййегет, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, композитор Урал Иҙелбаев, скрипкасы Марат Саҙрыев, шулай уҡ “Дива” экзотик бейеүҙәр студияһы бейеүселәре, “Модус” шоу-балеты артистары ҡатнашасаҡ. Ҡыҫҡаһы, донъя халыҡтарының көйҙәрен тыңларға ашығығыҙ!
И. Мөхәмәтов.


Вернуться назад