“Дөрләр рухым яныуҙан...”21.11.2014
Көртмәле

Ҡулдарымды өшөтә-өшөтә йыям
Ҡар аҫтынан ҡыҙыл көртмәле.
Иҫкәйҙәрең-һушың китмәле!
Өшөһәм дә йыям, көтмә әле.

Күңел керпектәрем йәшләнде.
Һөрт әле!
Ашыҡмасы, йәнем, көт әле.
Һалҡын ҡыштың ҡалын көрт мәле.
Ҡар аҫтары – ҡыҙыл көртмәле.

Миңзәлә ШӨҒӘЙЕПОВА.

* * *
Ҡырыҫһың һин, әсе телле, тиһең –
Ҡай сағында һүҙең уҡ һымаҡ.
Белһәгеҙсе, тормош мине лә бит
Аямайса ҡуя һуҡҡылап.
Тура һүҙле, алсаҡ йөҙлөлөгөм
Ғәзиз әсәйемдән күскәндер.
Сабырлы һәм ғәҙел бул, тип
Өләсәйем теләп киткәндер.
Атайымдан күскән тәртип, намыҫ,
Һомғол буйым, түҙем булыуым.
Тәбиғәтем бүләк иткән миңә
Иҫ китерлек күңел йылыһын!
Изгелегем килгән дуҫ-иштәрҙән,
Батырлығым – минең үҙемдән.
Тыуған ерем биргән көс, дәрт, илһам,
Тел асҡысым – тыуған еремдән!

Дилара МӘХМҮТДИНОВА.



Ай, бала...

«Әсә күңелкәйе, ай, балала,
Бала күңелкәйе далала».
... Һай, дөрөҫ тә әйткән боронғолар,
Ай-һай, дөрөҫ икән, эй, алла!

Йөрәк ярып сыҡҡан бала икән...
Әсә – һәр саҡ бала терәге.
Балаһының һәр һулышын тоя
Ғәзиз әсәләрҙең йөрәге.

«Балам – йөрәк парәм» тиеп
Хафаланып,
Әсә тора ғүмерлек һаҡта.
Абынып та ҡуймаһын, тип, балам,
Тормош тигән оло һуҡмаҡта.

«Бала – бауыр ите» –
Ғәзизенең
Әсә генә белә ҡәҙерен.
Балам, балам, тиеп, өҙгөләнеп
Уҙып китә әсә ғүмере...

... Һай, белеп тә әйткән боронғолар,
Ай-һай, дөрөҫ икән, ай, бала...
«Әсә күңелкәйе, ай, балала,
Бала күңелкәйе далала...»

Сәлиә ҒАТАУЛЛИНА.




Әрнеү

Ата-әсәм мөхәббәте һүнгәс,
Етем ҡалдым әсәм ҡарынында.
Көтөп торған ғазап – ыҙалыҡтың
Татып үҫтем инде барыһын да.

И-и, бахырҙың атаһы юҡ,
Тиеп кәмһетәләр ине урамда.
Йөрәгемде әсе ыжғыр елдәр
Сәнскеләгән кеүек буранда.

Шул саҡтарҙа атайыма рәнйеү
Күҙ йәштәре булып аҡтылар.
Аҡтылар ҙа сабый күңелендә
Нәфрәт уты булып ҡалҡтылар.

Атай, атай, арҡа терәр кешем,
Яҡламаның кескәй ҡыҙыңды.
Нурлы маяҡ булып алдарымда
Яҡтыртманың барыр юлымды.

Әсәйемә мең-мең рәхмәтлемен,
Бирешмәне уҫал телдәргә.
Ҡаялағы инә бөркөт кеүек,
Ҡанат ҡуйҙы ҡаршы елдәргә.

Фәриҙә СИТДИҠОВА.




Халҡыңа ышан!

Мәғрифәтсе Зәйнулла Рәсүлевтың
яҡты иҫтәлегенә

Доғаларын ихлас итеп
Уҡыһа имам.
Кешеләрҙең күңелендә
Нурланһа иман.
Һин ҡыуанып ятаһыңдыр,
Зәйнулла ишан.
Халҡым иманлы булыр ул,
Һин беҙгә ышан!

Олоғая килгән һайын
Кеше сер аса.
Тәүбәләргә килә лә ул,
Намаҙға баҫа.
Иманлыраҡ булған һайын
Бөйөк ул Кеше.
Ауырығандарҙы дауалай
Доғаның көсө.

Иман нурын сәскән өсөн
Һиңә ҙур рәхмәт.
Илебеҙҙе урап үтһен
Һуғыш һәм зәхмәт.
Башҡорт атлы шәп халҡың бар,
Халҡыңа ышан.
... Рухың мәңге тере булһын,
Зәйнулла ишан!

Рамай ҠАҺИР.

* * *

Беҙ йәш булған дәүер ауыр ине,
Ул әле лә түгел еңелдән.
Уйға ҡалам: нимә ҡалыр минән,
Ауырлыҡтарҙан мин еңелһәм?

Фәһем алыр кемдән уландарым,
Юлдарында маяҡ кем булыр?
Минең ғүмеремде дауам итеп,
Киләһе быуаттан кем уҙыр?

Нимә әйтер миңә туғандарым,
Ярты юлда сәсәп йығылһам,
Заман елдәренә бирешеп, мин
Нескә талдай бөгөлөп-һығылһам?

Рәсимә СӘЙЕТҒӘЛИНА.




Тере һыу ул – тәбиғәт

Башҡортостан – йәннәт иле,
Уралымдың төйәге.
Һыуы – көмөш, ҡаяларҙың
Күккә тейә түбәһе.
Тәбиғәт һәм кеше бер йән –
Мәңгелеккә береккән.
Әкиәт иленә килеп
Башҡорттарым ереккән.
Умырзая кеүек ерҙән
Матур йәшәп китәйек.
Тере һыуҙы һис сайпылтмай
Киләсәккә илтәйек!

Зөлфирә СӨЛӘЙМӘНОВА.

* * *

Туған телем минең –
баллы шишмә.
Тоҙ һипмә һин уға,
борос һипмә!
Һыуһыныңды ҡандырыусы –
ошо шишмә,
Бысратма һин уны,
ситкә типмә!
Туған телем минең –
татлы шишмә,
Баллы шишмә,
беҙҙән китмә!
Кипмә! Кипмә!

Фәрит ХӘСӘНОВ.




Япраҡтарым әле өҙөлмәгән

Тышта ямғыр яуа шыбыр-шыбыр,
Күҙәтәмен тәҙрә төбөндә.
Күңел ниҙер көтә – бошонамын,
Һағыш ята йөрәк түрендә.

Япраҡтарым әле өҙөлмәгән,
Һарғайһа ла, тора эленеп.
Ҡырау һуҡты инде йөрәгемде,
Һалҡын ҡышым килә беленеп.

Үтеп киткән инде ғүмеремдең
Яҙғы ташҡын кеүек саҡтары.
Йәйге сәскәләрем ҡойолдолар,
Инде мине көҙ ҡосаҡланы…

Мәнзүрә АБДУЛЛИНА-ГОРБАЧЕВА.



Аҡтыҡ зарым

Йән көйә, үҙен төйә-төйә:
Һис тә генә шиғыр сыҡмағас!..
Күпме ваҡытым бушҡа уҙып,
Күңелдә гөл-маҙар шытмағас.

Үртәй-үртәй йәнем үҙ-үҙен,
Сығарыр булғайны ла һүҙен;
Күпме ҡағыҙға юҡты һыҙып,
Маташты гөрләп, уттай ҡыҙып.

Тапмай йүнен, йән ҡара көйҙө,
Ҡара тап хәҙер төшмәҫ инде...
Минең кеүек әҙәм аҡтығы,
Бешмәгәс, бер ҙә бешмәҫ инде...

Ә шулай ҙа, йәнем көйөүе,
Дөрләп тә гөрләп рухым яныуҙан!
Бындай ҙа көйөк кәрәк әле,
Арынырға сүп-сар яҙыуҙан!

Денис ҒИЛМАНОВ.



Дуҫтарым

Минең яҡын дуҫтарыма
Була һәр саҡ таянып.
Уларҙан да ышаныслы
Булмай башҡаны табып.

Дуҫтарым менән булһам,
Көнөм үтә күңелле,
Уларҙың бит минең өсөн
Һәр береһе ҡәҙерле.

Ысын дуҫтарым янында
Ныҡлы торамын ерҙә.
Һәр саҡ терәк булған өсөн,
Дуҫтарым, рәхмәт һеҙгә!

Айзирә ШӘЙХИТДИНОВА.



Мин – һинең наҙлы сәскәң

Ҡояшҡынам булсы минең,
Мин булырмын гөл-сәскәң.
Наҙланып үҫер инем,
Һөйөү тулы нур сәсһәң.
Сарсағанда наҙ-һөйөүгә
Булсы ләйсәнем минең.
Нур-тамсыларға ҡойоноп,
Сабыйҙай уйнар инем.
Булһаң икән йә күбәләк,
Гөлгә ҡунып уйнаған.
Наҙлы сәскәң мин һинең
Һөйөп кенә туймаған.

Зөлфиә СӘЛИХОВА.


Вернуться назад