“Эш аҡсала түгел, ә принципта, тиҙәр икән, тимәк, эш – аҡсала”, тигән берәү. Ысынлап та, иҡтисади ҡанундарҙы һис инҡар итерлек әмәл юҡ — ишектән ҡыуһаң, тәҙрәнән инәләр. Ләкин Учалы яҙыусылар ойошмаһының отчет-һайлау йыйылышынан һуң Яйыҡ башы ижадсыларының был аяуһыҙ хәҡиҡәтте инҡар итеп йәшәгәнен күреп, һоҡланып та, ғәжәпләнеп тә ҡуйҙыҡ.
Йыйылыш билдәләнгән ваҡыттан бер сәғәткә һуңыраҡ башланды – Өфөнән килергә вәғәҙә иткән яҙыусыларҙы көттөләр. Уларҙың килмәҫе тамам асыҡланғас ҡына, эш башланды, сөнки зал күптән тулы ине. Шулай ҙа өфөләрҙең булмауы эсте бошороп ҡуйҙы. Учалыға килеп, ҡәләмдәштәр алдында сығыш яһап, иҡтисади көрсөк арҡаһында хәлдең ҡатмарлашыуын аңлатып, бер юлы ижадҡа илһамландырып китергә була ине бит... Ни тиһәң дә, Учалы яҙыусылар ойошмаһы 25 йылға яҡын эшләп килә.
Уның ябылырға уйы юҡ, тулы ҡанлы тормош менән йәшәй тигән фекер ҡалды был йыйылышта ҡатнашҡандан һуң. Ни өсөн тигәндә, шарттар бар: ойошманың идараһына ҡала үҙәгендәге йорттан ике бүлмәле фатир биреп ҡуйғандар, ҡуртым хаҡын да, коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн дә район хакимиәте түләй. Әлеге йыйылыш та хакимиәт бинаһында уҙҙы, башлыҡтың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко сараның башынан аҙағына хәтлем ҡатнашты, әҙәбиәт кешеләренең һәр мохтажлығын ҡағыҙға теркәп барҙы. Ойошманың киләһе йылға сығымдары өсөн дә байтаҡ сумма бүлеү ҡаралған.
Яйыҡ буйы яҙыусылары ижад менән генә сикләнеп ҡалмай, ә йәмәғәтселек тормошонда ла әүҙем ҡатнаша: һуңғы ике йылда ғына күп ауылдарҙа әҙәбиәт һөйөүселәр менән бай йөкмәткеле осрашыуҙар үткәрелгән, мәктәптәрҙә асыҡ дәрестә ҡатнашыу ҙа һәйбәт йолаға әйләнеп бара. Ғәзим Аллаяровтың тыуыуына 100 йыл тулыуға, Әхмәт Нуретдиновтың 75 йәшлек юбилейына арналған кисәләр ҙә халыҡтың хәтерендә ҡалғандыр. Муса Мортазин исемендәге премияға дәғүә итеүселәрҙең эшен тикшереү, награданы тапшырыу ҙа ойошмаға йөкмәтелгән. Әҙәбиәтселәрҙең ошо йыйылышҡа ла Миндәк ҡасабаһы мәктәбендә һәләтле шағир, драматург, публицист Вил Ғүмәровтың иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһынан һуң туп-тура килеүе үҙе үк сараларҙың күп уҙғарылыуы тураһында һөйләй. Ҡәләмдәштәрҙең яңы әҫәрен тикшереүгә арналған секция ултырыштары ла йыш ойошторола икән. Китаптарҙы урындағы типографияла баҫтырып сығарыу, уларҙың мотлаҡ һәр китапханала урын алыуы, авторҙың тыуған ауылында китаптың исем туйын үткәреү хаҡында хәстәрлек күрелә. Әйткәндәй, брошюра рәүешендәге китаптарҙы идаралағы техника ярҙамында үҙҙәре нәшер итә.
— Бына был йоҡаларын ошонда, үҙебеҙҙең компьютерҙа баҫтыҡ, — тип китаптарҙы берәм-берәм алып күрһәтә Учалы яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Әҡлимә Сафина. — Ә быныһының тиражы ни бары 30 дана. Шулай булһа ла, исем туйын үткәрҙек, сөнки ул йәш авторҙың иҫендә ҡалырға, ижадын баһалаусылар барын белеп торорға, артабан да әүҙем ижад итергә дәртләндерергә тейеш.
Баҙар иҡтисадының ижадсылар өсөн айырыуса рәхимһеҙ булған шарттарына бирешмәгән көрәшселәр төркөмө, буйһонмаған бер утрау һымаҡ күҙ алдына килә был ойошма.
Ә шулай ҙа... Күңелдә барыбер шик ҡала: Учалы яҙыусылар ойошмаһы муниципаль властың яҡлауы һәм әҙәбиәткә ғашиҡ энтузиастарҙың тырышлығы менән генә йәшәй. Ойошманың Әҡлимә Сафина, Байгилде Янбулатов, Мансур Һиҙиәтов, Миңзәлә Шөғәйепова, Рәсих Лоҡманов, Фәрит Хәсәнов кеүек әүҙем ағзаларына алмаш бармы? Артабан ни булыр? Мәктәптәрҙе япмай алып ҡалыу, ауыл халҡын эш менән тәьмин итеү һәм башҡа бихисап социаль мәсьәләләрҙе хәл итергә тырышҡан заманда урындағы әҙәбиәтселәрҙең ихтыяжы ситтә ҡала бара, ахырыһы. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарындағы сәйәси золомдоң әҙәбиәткә ниндәй ҡот осҡос юғалтыу килтергәнен иҫтәлектәрҙән уҡып беләбеҙ. Ә баҙар иҡтисады шарттары яҡлауһыҙ ҡалдырған ижадсылар ҡатламын ҡабат тергеҙеп булырмы?