Тәүге ҡарҙар яуа: “Ҡыш — килде! —
тип,
Тағы... тағы баштар бутарҙар:
Тәүге яуған ҡарҙар ирей әле,
Ҡыш килтермәй әле был ҡарҙар...
Тәүге ҡарҙар — ирей: ҡыштар
булмай,
“Икенсе”ләр килеп яумайса! —
Кинәйәле иҫкәртеү был күктән:
“Меңдәр еңмәй — меңдәр аумайса...”
***Белка һәм Стрелка ҡушаматлы эттәрҙе уйлап
Кешеләрме әллә эттәр ише?
Әллә эттәр — кеше ишеләр?
Эттәр микән — кеше яҙмышлылар?
Эт яҙмышлы микән кешеләр?
Эттәр түҙһә — кешеләр ҙә түҙә —
Кешеләрҙер — эттәр ишеләр:
Ғәләмгә лә тәүләп... эттәр осҡан,
Эттәр ҡайтҡас — осҡан кешеләр!..
***Йәйҙәремдә ямғырҙары яуһа
Һәм ҡарҙары яуһа ҡышымда,
Шатлыҡтарым арта:
Минең өсөн
Донъя ҡото гүйә ошонда!
Йәйҙәремдә ямғыр яумай ҡалһа
Һәм яумаһа ҡарҙар ҡышымда,
Хәсрәттәрем арта:
Минең өсөн
Донъя йото гүйә ошонда...
Стәрленән йыраҡта...Сит ҡалала йөрөп ятам —
Урамдар матур, иркен.
Тик... бер кемде белмәйем мин,
Мине лә белмәй бер кем.
Һағынып көткәне лә — юҡ,
Юҡ йәнгә тейеүсе лә.
Юҡ, юҡ тештәр ҡайраусылар,
Ғәйбәттәр өйөүсе лә.
Иптәштәр, дуҫтар — юҡ...
Хатта
Дошман да юҡ — күңелһеҙ:
Тормош бында минең өсөн
Дауылһыҙ, ямғыр-елһеҙ.
Һулар һауа — әллә ниндәй,
Эсер һыуҙары — бүтән...
Сит ҡала урамдарынан
Диуана булып үтәм.
Тик... самолет таныш миңә
Һауала юлдар һалған:
Стәрлелә көн дә (көн дә!)
Бар ҡулдар болғап ҡалған!..
Ҡанатыңа ал, самолет,
Түҙерлек бөттө түҙем...
Ҡалам өҫтөнән осҡанда,
Төшөп ҡалырмын үҙем!..
Аллаһ тураһында өр-яңы фараз “Аллаһ — юҡ!” — тип
Бутанылар башты
Мәктәпкәсә йәштән — вузғаса...
Ә мин: “Бар!” — тип иҫбат итәм
хәҙер,
/”Юҡ!” — тип йөрөнөм мин дә
бығаса.../
Әйтерһегеҙ миңә: “Аллаһ — юҡ!” —
тип,
Фән дә иҫбат иткән, аңғыра...”
Дөрөҫ аңлағыҙ тик:
Аллаһыбыҙ
Ҡар яуҙыра, ямғыр яуҙыра!..
Кем ышанмай — әйҙә, ышанмаһын
/”Аллаһыҙҙар” тигән һүҙ ҙә бар.../:
Аллаһ барға —
Ерҙә йәй бар, ҡыш бар,
Шаулап килгән яҙ бар, көҙ ҙә бар!
Берәү генә, икәү генә түгел,
Сикһеҙ күктә Аллаһ — туп-тулы!
Ерҙеке лә — күктә:
Көн дә күрәм
Һәм табынам уға — Ер улы!
Еребеҙҙе лә — шул Аллаһ һаҡлай!..
“Ҡайҙа ул!” — тип, кемдәр бәйләнә?!
Ул Аллаһмы? —
Ергә йәшәү биреп,
Ҡояш булып күктә әйләнә!
Ҡолон Бала саҡтағы дуҫҡа
...Кешнәп — ауыл яңғыратты,
Туҙан туҙҙырып сапты:
Әсәһенән тороп ҡалған —
Еҫенән барып тапты.
Баҫыуҙа икән әсәһе,
Һалам йыялар икән:
Ҙур-ҙур күбәләрҙе тартып,
Эҫкерт ҡоялар икән!..
Иркәләнергә лә була
Әсәй ял иткән саҡта:
“Үҫ, улым!” — тип йәшәй әсәй,
“Үҫ, ҡолон! Үҫ, ҡолон!” — тиеп
Йәшәйҙер әле ат та...
Ҙур булһаҡ, тартышыр инек —
Йөктәре ауыр буғай...
...Бала саҡ: атайҙар — яуҙа,
Хәбәрҙәре лә юҡ, әй...
Ҡыш (Йылмайып-көлөп кенә)
Йәй —
Етә бер ҡат кейем дә:
Мунса һайын — йыуаһың?
Һүтелгән-туҙған ерҙәрен
Төндә — ямап ҡуяһың.
Ҡыш —
Быйма, бүрек, бейәләй,
Һырма, салбар, бишмәт тә
Алыр өсөн аҡса кәрәк,
Аҡса — етмәй эшләп тә...
Аҡсамы? —
Иртән дә, төш тә.
Кис тә! — телдәрҙә генә
(Эшләгән — ашарға етмәй
Беҙҙең илдәрҙә генә...)
Эшләйбеҙ —
(Ниҙәр эшләрбеҙ
Булмаһа икмәк, сәй ҙә?!):
Эх, ҡышҡа керәһе килмәй,
Йәшәйһе килә йәйҙә!
***(Дуҫым һүҙҙәренән)
...Ниңә ғүмерлек үсләшеү?! —
Бөтөрөү кәрәк үсте:
Ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ —
Парлап
Килделәр байрам кисте.
Йөҙҙәрендә — йылмайыуҙар,
Өмөт бар һүҙҙәрҙә лә:
— Ҡунаҡ ашы —
Ҡара-ҡаршы,
Булырбыҙ беҙҙәрҙә лә...
Көнөн әйттеләр...
— Барырбыҙ
(Белмәйҙәр “Вольво”быҙҙы!):
— Үҙебеҙ килеп алырбыҙ,
Көтөгөҙ “Волга”быҙҙы!..
“Һүрелгәндер үс...” — тип,
Өмөт
Иттек тә, итмәнек тә...
“Алырға” “Волга” “килер”, — тип
Көттөк тә, көтмәнек тә...
Килһәләр генә —
Барырбыҙ,
Кемдәргә ашығабыҙ?!
...Телеграмма һуҡтылар:
“Ватылды машинабыҙ...”
***Терәүҙәргә күҙҙәр терәмәнем
(“Терәүҙәрен” беләм терәүҙең):
Ауып барған саҡта...
Ҡысҡырҙым тик
Ҡул һуҙыуын һорап берәүҙең.
Тамаҡ ҡырып,
Мыйыҡ бороп уҙҙы... —
Мыйыҡ — арыу, күҙ-ҡаш... Һүҙ —
арыу:
“Батып барһа, — имеш, —
батыусының
Үҙ ҡулында үҙен ҡотҡарыу...”
Үҙем тороп баҫтым!..
Кәрәге лә
Кәрәкмәне кемдер һөйрәүҙең...
...Мыйыҡ — ҡара, күҙе — ҡара ине,
Йөҙө — ҡара ине “берәү”ҙең...
***...Боҙҙан алып — утҡа ташланы ла,
Уттан алып — боҙға ырғытты:
Боҙҙан алып... тағы утҡа һалды,
Унан — китте, китте — онотто...
Онотмаған икән (?!) — тағы, килеп,
Уттан алып... боҙҙа йөрөттө.
Йөрөттө лә — ҡабат туңдырҙы ул,
Туңдырҙы ла... ҡабат иретте...
“Йәнкәй”ҙәрҙе йәндән юйҙырҙы бит,
Үҙе генә... йәндән юйылмай...
— Кем ул — шундай мәрхәмәтһеҙ?
— тиһең...
— Кем булһын һуң бүтән — һин
булмай...
Салауат РӘХМӘТУЛЛА