Популяр йырҙар авторы Миҙхәт Әбделмәнов “Башҡортостан” гәзитен таратыуға үҙ өлөшөн индерҙе
Миҙхәт ағай Әбделмәнов хаҡында “Башҡортостан” гәзитендә яҙғаныбыҙ бар. Бөгөн үҙешмәкәр йырҙар авторы баҫмабыҙҙың дуҫы булараҡ та сығыш яһай. Ул бик күп милләттәштәребеҙгә, республика халҡына өлгө күрһәтеп, яҡташтарына, дуҫтарына биш дана “Башҡортостан” гәзитенә яҙылды. Ә яңыраҡ Миҙхәт Мәжит улы ижадташ дуҫтары менән бергә ут күршеләребеҙгә барып, дуҫлыҡ күперен нығытып ҡайтты. Хәйер, барыһы хаҡында үҙе менән әңгәмәләшкәндә белешербеҙ.
– Миҙхәт ағай, таныштырып китегеҙ әле үҙегеҙ менән. Ҡайһы яҡтың һыуҙарын эсеп үҫтегеҙ?
– Сығышым менән Благовар районының Яныш ауылынан мин. Шунда 7-се класты тамамлағандан һуң Сибайға төҙөлөш техникумына киттем. Унда мине күп нәмәгә, эшкә өйрәттеләр. Элекке Совет иленең һәр ғаиләһенә ҡағылған һуғыш еле беҙҙе лә урап үтмәне: атай яу яланында ятып ҡалды. Әсәйем һеңлем менән икебеҙҙе ауыр йылдарҙа ҡарап үҫтерҙе. Ыҙа сиктек, тип зарланырға яратмайым, әммә ул заман михнәт һурпаһын һәр кемгә эсергәндер инде.
Ҡатыным – Бүздәк районының Төрөш ауылынан, ул үҫтерҙек. Бөгөн ейәнсәребеҙҙең ҡыуаныстарын да уртаҡлашып йәшәйбеҙ. Төҙөлөш буйынса участка начальнигы булып пенсияға сыҡтым һәм эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башланым. Эшҡыуар булып 2002 йылға тиклем эшләнем.
– Ә йыр-моңға тартылыу ҡайҙан килә?
– Әсәйем Ғәзимә матур йырлай ине. Ир балаға атайһыҙ үҫеүе еңелдән түгел. Ана шул йөрәкте әрнеткән кисерештәр, йән һыҙланыуҙары ҡулыма гармун алырға мәжбүр итте, үҙ алдыма шиғырҙар яҙғыланым, көйҙәр сығарҙым. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарынан уҡ килә был ынтылышым. Хаҡлы ялға сыҡҡас, иркенләп йәнем теләгән, бурысым тип һанаған эштәргә тотондом. Тыуған ауылымда мәсет һалдыҡ, зыяратты төҙөкләндереп торабыҙ, районыбыҙға ярҙам итергә тырышабыҙ. Үҙнәшер юлы менән ике китап, өс аудиодиск, ике видеодиск сығарҙым. Халыҡ бик йылы ҡабул иткән һымаҡ тойолдо миңә йырҙарымды.
– “Дуҫлыҡ күпере”н кемдәр һалышты?
– Дуҫлыҡ күперен һалышырға теләүселәр күп икән ул, туғаным! Ошо көндәрҙә Ҡазандың Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт филармонияһында “Дуҫлыҡ күпере” тип аталған йыр-моң кисәһе үтте. Унда йырҙарымды Башҡортостанда тыуып үҫкән йырсылар башҡарҙы. Сараның сценарий авторы, координаторы билдәле йырсы, яҡташым, Благовар егете Рөстәм Асаев булды. Ул үҙе “Ҡазанға йыр”, “Универсиада”, ҡыҙы Гөлназ Асаева Филүс Ҡаһиров менән дуэтта, айырым да “Ҡыҙҙар китә”, “Елкәндәр” йырҙарын башҡарҙы. Гүзәл Динекәева “Кем ғәйепле?”, “Ҡоштар кеүек”, Фирүзә Париж “Өшөтмәсе күңелде”, “Яҙмыш”, Марат Шәйбәков “Бала һағышы”, Бәширә Насирова “Төймә”, “Йәшәйһе килә” сәхнә әҫәрҙәрен тамашасыға тәҡдим итте. Ирек Ноғоманов башҡарған “Әсәйемә” йыры халыҡ тарафынан бик йылы ҡабул ителде, уны ғәзиз кешемә бағышлап ижад иткәйнем. Кисәлә йәштәр ҙә һынау тотто – Илшат Вәлиев, Фәнит Ҡарасурин, Ғәлиә Язданова залдағыларҙы үҙенсәлекле тауышы менән әсир итте. Радик Юлъяҡшин башҡарған “Ашҡынма, ғүмер” йыры, хит-парадтар еңеүсеһе булған кеүек, был тамашала ла халыҡ тарафынан яратып ҡабул ителде. Яҡташтарын тәбрикләргә килгән Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин, Татарстандың халыҡ артистары Хәниә Фәрхи, Салауат Фәтхетдинов моң кисәһенән бик ҡәнәғәт ҡалды.
Ябай ғына итеп аталған “Дуҫлыҡ күпере” ысын мәғәнәһендә ике туғандаш республика араһындағы электән килгән матур мөнәсәбәттәрҙе нығытты. Татарстан Республикаһының Дәүләт Советы Президиумы ағзаһы Рәзил Вәлиев һәм Татарстан Яҙыусылар союзы рәйесе Рәфис Ҡорбановтың байрамда ҡатнашыуы кисәгә мәртәбә өҫтәне. Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов, ғалим Рәйеф Әмиров, Благовар районы Советы секретары Наилә Садиҡова күршеләрҙә иң ҙур ҡунаҡ булды. Саҡырыуҙы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт уларға! Шығырым тулы зал йыя алыуыбыҙға ла бик ҡыуандым, күптән бындай кисә булғаны юҡ ине, тинеләр.
Башҡорт һәм татар халҡы элек-электән үҙ-ара йылы мөнәсәбәт һаҡлап, тығыҙ бәйләнештә йәшәгән. “Өс көнлөк” донъяла беҙҙең бүлешер малыбыҙ юҡ, балаларыбыҙға матур, имен тормош ҡалдырыу зарур. Украина хәлдәре хаҡында һәр беребеҙ хәбәрҙар, Ер шарында һуғыш тынмаған, шуға күрә дуҫлыҡ, тыныслыҡ хаҡында көн дә йырлап, бер-беребеҙҙең ҡәҙере тураһында һөйләп тороу һис зыян итмәҫ. Бергә һәм берҙәм булһаҡ, әллә ниндәй замана ҡаршылыҡтарын да еңеп сығырбыҙ әле. Киләсәктә ошондай уҡ кисәне Өфөлә, Мәскәүҙә үткәрергә тигән уйыбыҙ бар.
– Ижади уңыштар һеҙгә, Миҙхәт ағай!
Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.