Халҡыбыҙҙың аҫылташы21.11.2014
Халҡыбыҙҙың аҫылташы
Һәр артистың үҙенә генә хас ижади яҙмышы бар. Берәүҙәр тәүге тапҡыр сәхнәгә сығыу менән танылыу яулаһа, икенселәр нисек ҡабынған, шул рәүешле ҡапыл ғына һүнеп, ижади офоҡтан, тамашасы хәтеренән юғала. Өсөнсөләр, даими камиллашып, юғарыраҡ бейеклекте яулау өсөн ҡыйыу маҡсаттар ҡуйып, дөйөм танылыуға табан эҙмә-эҙлекле алға барыуын дауам итә.


Ришат Хәмитовтың исеме 15 йыл са­маһы инде афишаларҙы биҙәй. Ул ҡат­нашҡан концерттар республикабыҙҙа ғына түгел, сит төбәктәрҙә лә тамаша­сыларҙы зал тултырып йыя. Сәхнә оҫта­һын көтөп алалар, сығышын көслө ал­ҡыш­тарға күмәләр. Йырҙарының күпсе­леге хитҡа әүерелгән, тәнҡитселәр тарафынан юғары баһаланған, абруйлы наградалар менән билдәләнгән.
– Өлгәшелгәндәр менән сикләнеп ҡа­лырға теләмәйем, алға барырға, башҡа­рыу­сы, шулай уҡ, театрлаштырылған концерттарҙың режиссеры булараҡ, төр­лө йүнәлештә үҙ эҙемде ҡалдырырға ниәтләйем. Ошо өлкәләге бай тәжрибәмә ихтыяж бар. Был миңә көс-дәрт һәм илһам өҫтәй, – ти Ришат Хәмитов.
Егеттең “Уйна, гармун” йырын тәүге тапҡыр башҡарғанына байтаҡ йыл үтте. Әҫәр беренсе көндән үк ысын шлягерға әүерелде. Уны республика радиоһынан да, телевидениеһынан да йыш ишетергә мөмкин ине. Һөйөү һәм наҙ менән һуға­рылған, моңло тауыш менән башҡарыл­ған йыр берәүҙе лә битараф ҡал­дыр­мағандыр, моғайын.
Ришат Хәмитов 1965 йылда Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы Яңы Ҡорман ауылында тыуған. Ғаилә башлы­ғы ҡурайҙа оҫта уйнаған, шуға күрә балалары күңелендә лә халыҡ моңона ҙур һөйөү тәрбиәләргә тырышҡан. Ришат бала саҡтан уҡ ауыл клубына килгән Өфө артистарының сығыштарын ҡалдырма­ған, шул йылдарҙағы башҡорт компози­торҙарының йырҙарын йотлоғоп тың­ла­ған, өйрәнгән. Ваҡыт үтеү менән серле музыка донъяһына башкөллө сумғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалған.
– Үҫкәс кем булырға теләйһең, улым? – тип һораған унан атаһы бер мәл.
– Артист, – тип яуаплаған Ришат.

1982 йылда Ришат Троицк ауыл ху­жалығы техникумына уҡырға ингән. Вокал менән мауығыуын бында ла ташламаған, лекцияларҙан буш ваҡытта урыҫ халыҡ йырҙары хорында, халыҡ бейеүҙәре түңәрәгендә шөғөлләнгән, Троицк ҡала мәҙәниәт йортондағы башҡорт коллективында сығыш яһаған. Уҡыуҙы тамамла­ғас, агроном дипломын алып тыуған ауылына ҡайтҡан һәм “Ҡорман” совхозы бүлексәһендә эш башлаған. Агроном булып ни бары бер ай ғына эшләп өлгөргәс, ауыл мәҙәниәт йортона директор итеп тәғәйенләнгән. Бында ул үҙешмәкәрлекте үҫтереү менән әүҙем шөғөлләнгән, ауыл һәм район концерттарында, һабантуйҙарҙа ҡатнашҡан. Төрлө бәйгеләрҙә һәм фестивалдәрҙә лауреат исемен яулаған.
Клуб директоры булған йылдарҙа Ришат Хәмитов башҡорт халҡының рухи байлығын тулыландырыу, йәштәрҙе мил­ли мәҙәниәткә йәлеп итеүҙе төп бурысы итеп алған. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын, милли кейем-һалымын өйрән­гән, йырҙар яҙған, ҡобайырҙар сығарған. Ҡобайырҙарында 1957 йылда “Маяҡ” хи­мия комбинатындағы фажиғә һөҙөмтә­һендә зыян күргән башҡорттарҙың яҙ­мышы, ауылдағы эшһеҙлек, туған телде юғалтыу кеүек социаль күренештәр сағылыш таба.
Эргәһенә егет-ҡыҙҙарҙы туплап, Ри­шат башҡорт яҙыусылары һәм драма­тургтарының әҫәрҙәре буйынса спек­такл­дәр ҡуя, Ҡоншаҡ районы ауылдары буйлап гастролгә сыға башлаған. Тынғыһыҙ егет “Алтын далан”, “Уралым”, “Яҙғы моңдар”, “Дуҫлыҡ йыры”, “Урал моңо”, “Гәлсәр һандуғас” кеүек абруйлы бәйгеләрҙә көсөн һынап, лауреат, дипломант исеме­нә лайыҡ булған.
Стәрлетамаҡ филармонияһы ойошто­ролғас, уның тәүге художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Римма Шакирова Өфө дәүләт сәнғәт академияһын һәм сәнғәт учили­щеһын тамамлаған Ришатты эшкә са­ҡырған. Һөҙөмтәлә Хәмитов 2000 йылда ғаиләһе менән Стәрлетамаҡҡа күсеп килә һәм филармония артисы булып киткән. “Ашҡаҙар” башҡорт фольклор төркөмө менән бергә Башҡортостан һәм Рәсәй ҡалаларына гастролдәргә йөрөгән, оҙаҡ йылдар ошо коллективҡа етәкселек иткән.
Бөгөн Ришат Хәмитов — Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһендәге иң таныл­ған йырсыларҙың береһе.
– Ул үҙенә генә хас башҡарыу оҫталы­ғына эйә, – ти йырсы тураһында Баш­ҡорт­остандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов. – Рамазан Йәнбәков, Ғәли Хәмзин, Радик Гәрәев кеүек башҡорт эстрадаһы классиктарынан ҡала, тап ул, яңы быуын вәкиле, йыр-моң тормошона яңылыҡ индереүселәрҙең береһе булды. Музыкабыҙҙы байытты, һәр саҡ сәнғәт мәнфәғәтендә эшләне, йыр жанрын ки­ңәй­теүгә тос өлөш индерҙе.
Ришат Хәмитов башҡарған йырҙар рух күтәренкелеге, һүҙ ҡеүәһенә һаҡсыл мө­нәсәбәт менән айырылып тора, халҡы­быҙҙың өмөт-хыялдарына, ихтыяжына яуап бирә. Был изге күңелле шәхес, әйтерһең дә, ижад өсөн генә донъяға килгән. Ул тәкәбберлек, матди файҙа алыуға ынтылыш кеүек сифаттарҙан азат. Ябайлығы, баҫалҡылығы, итәғәтле­леге менән әсир итә. Ижад бейеклегенә күтәрелгәндә татыу ғаиләһе — уға ныҡлы терәк-таяныс. Ҡатыны Рәмзиә менән ҡыҙҙары Нурияға һәм улдары Юлдашҡа яҡшы тәрбиә биргәндәр.
Бала саҡтан һайлаған юлына тоғро ҡалып, Ришат Хәмитов арымай-талмай алға барыуын дауам итә.





Вернуться назад