Йыр-моңдо юлдаш итеп19.11.2014
Йыр-моңдо юлдаш итеп
Ауылдағы бер генә сара ла уларһыҙ үтмәй: Дәүләткирәй Нәҙерғолов ҡурайҙа уйнап, гармунда һыҙҙырһа, ҡатыны Мәҙинә Ғәйнетдин ҡыҙы уға ҡушылып ҡумыҙ сиртә, моңло йыр һуҙа.


Әйткәндәй, Нәҙерғоловтар үҙҙәре лә “беҙҙе йыр-моң ҡауыштырҙы”, ти. Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегендә уҡып йөрөгән Дәүләткирәй Мәҙинәне Сибай – Өфө поезында осрата. Йәштәр йыр-моң хаҡында һөйләшеп бара торғас, ҡыҙ үҙенең атаһы ҡурайсы булыуын әйтеп ҡуя. Шул саҡ егеттең күңелендә “ҡурайсы ҡыҙын ҡулдан ысҡындырмаҫҡа” тигән уй тыуа. Поезда йырлашып, күңелле аралашҡан йәштәр иртәнсәк Өфө перронында дуҫтарса хушлаша. Ҡыҙ был ваҡытта Сибай педагогия училищеһын тамамлап, эшләп йөрөгән, Өфөгә уҡытыусы­ларҙың белемен камиллаштырыу курсына килгән була.
Йәштәр 1986 йылда сәстәрен сәскә бәйләп, егеттең тыуған яғына — Йылайыр районының Ҡашҡар ауылына — эшкә ҡайта. Ысынлап та, йырлы-моңло ғаиләнең ауыл өсөн оло табышҡа әйләнәсәген ул саҡта берәү ҙә уйламағандыр. Дәүләткирәй балалар өсөн ҡурай түңәрәген алып бара, “Ынйылар” фольклор ансамблен етәкләй. Уның уҡыусылары хәҙер күптән инде район, республика ҡурай конкурсында призлы урындар яулай. Йыл һайын үткәрелгән “Яҙғы тамсылар” йыр бәйгеһенән дә уның тәрбиәләнеүселәре ситтә ҡалмай.
Баймаҡ районының Күсей ауылында тыуып үҫкән Мәҙинә Ғәйнетдин ҡыҙы мәктәптә оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Шул уҡ ваҡытта матбуғатҡа яҙышып та, төрлө конкурста ҡатнашып та өлгөрә. “Башҡорт теле һәм әҙә­биәте уҡытыусыһы” республика бәйгеһе еңеүсеһе, Башҡорт­остандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Дәртле һәм моңло Нә­ҙерғоловтар – Ҡашҡар ауыл клубы янында ойошторолған “Умырзая” халыҡ фольклор ансамбленең иң әүҙем ағзалары ла.
— Улар – беҙҙең төбәктең йөҙө, — тине Йылайыр районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әхмәт Айытҡолов. – Үҙҙәренең йыр-моңо аша тыуған яғын данлайҙар, йәш быуында йыр сәнғәтенә, халҡыбыҙҙың үлмәҫ ҡурай моңона һөйөү уяталар.
Сәхнәгә Мәҙинә менән Дәүләткирәй Нәҙерғоловтар эштән бушаған арала ғына сыға. Әммә уларҙың күптән инде үҙенсәлекле репертуары бар. Ҡыҙҙары Нурсилә менән улдары Илгиз дә уларға оҡшап йыр-моңға ғашиҡ. “Йәш ғаилә” республика конкурсында ҡатнашырға ла, төрлө спорт ярыштарында сығыш яһарға ла өлгөргән улар. Ҡайҙа ғына булһалар ҙа, ниндәй генә эш башҡарһалар ҙа, уларҙың уң ҡанаты — йыр-моң.
Ҡыҙҙары Нурсилә әсәһе юлын һайлап, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын уңышлы тамамлаған, артабан белемен аспирантурала дауам итә. Күптән түгел йәш белгестәр өсөн бирелгән грантҡа лайыҡ булған. Илгиз иһә атаһынан өлгө алып, Өфө сәнғәт академияһының башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары бүлегендә уҡый.
Ҡасандыр юлда осрашып, моң аша танышып ҡауышҡан ғаиләнең бөгөн дә йыр-моңдо үҙ итеүе, уға ғашиҡлығы һоҡландыра. Утыҙ йылға яҡын береһе гармун һуҙғанда, икенсеһе уға ҡушылып йырлаған, береһе ҡумыҙ сирткәндә, икенсеһе ҡурай тартҡан был матур пар әле лә – Йылайыр районы сәхнәһе түрендә. Иң мөһиме — уларҙың үҙ тамашасылары бар.


Вернуться назад