Мин – тыңлап ултырыусы18.11.2014
 Мин – тыңлап ултырыусы Мин Стәрлетамаҡ педагогия училищеһында уҡығанда уҡ Өфөлә “Шоңҡар” әҙәби түңәрәге барлығын, унда башлап яҙыусылар шөғөлләнгәнен ишетеп белә инем. Унда йөрөүселәр мотлаҡ Ғ. Сәләм йә М. Кәрим булып китәлер кеүек тойолдо миңә. Үҙемдең дә шул юлдан китергә хыял йөрөтөүем хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Институтҡа инеп, бер ай колхозда уңыш йыйышып ҡайтҡас, лекциялар башланды, һәм түңәрәк беренсе ултырышҡа йыйылды. Коммунистик урамындағы 19-сы йорттоң икенсе ҡатын­дағы таныш аудиторияла “етәкселәр”ҙе көтөп ултырабыҙ. Бына улар ҙа килеп инде (аҙаҡ уларҙың һуңғы курста уҡыған Шакир Бикҡолов, Зөфәр Ғәбсәләмов, Ким Әх­мәт­йә­нов, Ихсан Әхтәмйәнов һәм Хәниф Сафаров икән­лектәрен белдек). Беренсе курс студенттары менән таныша башланылар. Минең урыҫ бүлегенән булыуым ниңәлер оҡшаманы, үҙ-ара кәңәшләшеп алдылар ҙа: “Ярай, тыңлап ултырыусы булырһың, шунан ҡарарбыҙ”,— тинеләр. Мин үҙемде барлыҡ хоҡуҡтарынан мәхрүм ителгән бәхетһеҙ кешеләй хис иттем.
Ғөмүмән, “Шоңҡар” ул йылдарҙа аныҡ эске тәртип ҡағиҙәләре булған, ныҡ туп­лан­ған, харап теремек ойошма ине. Хәҙер иҫкә төшөрәм дә, үҙебеҙсә Яҙыусылар союзы булырға тырышҡанбыҙ, тип көлөмһөрәйем. Берәйһенең шиғырын йә хикәйәһен тик­шер­гән саҡтағы бәхәстәр ҡолаҡ төбөмдә сыңлап китә: “Ҡайтанан ҡарап сыҡҡанда барыр кеүек”, “Юҡ, бармай!”, “Ҡайҙа бармай? Матбуғатҡамы?”… Ниңә студенттарҙы түңәрәктең тулы хоҡуҡлы ағзаларына һәм тыңлап ултырыусыларға бүлеү кәрәк? Уйын ине ул, ысын тормошҡа инергә, өлкәндәргә оҡшарға тырышыу. Юҡҡамы ни Ша­кир Бикҡоловты Хәким Ғиләжевкә сағыштыра торғайнылар, Зөфәр Ғәбсәләмов‒ “Белинский”, Миәссәр Басиров‒ “беҙҙең Есенин” һ.б. Етди уйын ине был, әҙәбиәттә ка­миллыҡҡа дәртләндергән уйын. Әҙәби кисәләрҙә сәхнәнән сығыш яһаусыларҙы һайлау, уҡыласаҡ шиғырҙарҙы тикшереү, бәхәс, үпкәләшеү ‒– барыһы ла үҙе бер мәктәп булды.
Түңәрәктең тәүге ултырышынан сыҡҡас, минең янға һары сәсле, ҡалын күҙлекле, ныҡлы ғына кәүҙәле егет килде. “Әнүр Вахитов” тип танытты үҙен. Икенсе курста уҡый икән. Беренсе һорауы “Ниндәй жанрҙа эшләйһең?” булды. Ҡара әле, ғалим булыры шул һорауында уҡ төҫмөрләнгән бит.


Вернуться назад