Беренсе тәжрибә18.11.2014
Беренсе тәжрибә 1953 йылда Башпединституттың беренсе курсына килдем.
Бер көндө башҡортса яҙылған иғлан күрҙем. Студент­тарҙың ижади түңәрәк ултырышы була икән. Билдәләнгән ваҡытҡа килдем. Ул саҡ пединститут Коммунистик ура­мының 19-сы бинаһында ине. Коридорҙа унлап егет тора. Танышабыҙ. Күбеһе өсөнсө курс егеттәре: Ким Әхмәт­йәнов, Хәниф Сафаров, Ихсан Әхтәмйәнов, Шакир Бик­ҡолов, Зөфәр Ғәбсәләмов, Рәйес Фәтҡуллин...
Түңәрәктең тәүге ултырышында план тикшерҙеләр – ул саҡта план үтәлһә-үтәлмәһә лә – кемдәрҙеңдер шиғыр­ҙарын ҡаранылар, уныһы хәтерҙә ҡалмаған. Мин, ғүмерҙә ишетмәгән һүҙҙәрҙе ишетеп, тегеләрҙең белемлелегенә, үҙемдең наҙанлығыма иҫем китеп ултырам. Һүҙҙәре ҡай­һы­лай бит: «яңы образ», «тапалған деталь», «үҙен­сә­лек­ле рифма», «оригиналь фекер», «ҡабатлауҙар», «кеше әйткәнде әйтәләр» һәм баш­ҡалар. Рәшит Ниғмәти, Мос­тай Кәрим, Назар Нәжми, Ғилемдар Рамазанов­тарҙың ғына түгел, Есениндың, Маяковскийҙың, мин белмәгән тағы әллә ниндәй бөгөнгө Мәскәү шағирҙарының әҫәрҙәрен килтерәләр, бәхәсләшәләр. Аптыраҡ, шиғырға ла шундай әһәмиәт бирерҙәр икән! Мин үҙем шиғыр яҙып маташһам да, бик уҡып бармайым, кеше лә уҡымайҙыр, тим. (Ә бына минеке баҫылһа инде – бөтөн донъя уҡыр һымаҡ!) Бер шиғыр өсөн донъя емерерҙәй булып бәхәсләшәләр, әйтерһең, шул шиғыр баҫылһа йә баҫылмаһа, күк ҡабағы емерелә лә төшә. Тыңлап ултырыу – мәрәкә.
Биш йыл буйына бер генә ултырышты ла ҡалдырманым, үҙемдең бер нисә хикәйәмде лә тикшерттем.


Вернуться назад