Һүҙ — йәштәргә18.11.2014

Осош алдынан ҡанаттарын яҙа башлаған хәҙерге йәш “Шоңҡар”ҙарҙың ижад емештәрен тәҡдим итәбеҙ. Уларҙың әскелтем-сөскөлтөм булыуы ла ихтимал, ләкин йәшлек моңо, ихласлыҡ, маҡсатҡа талпыныу кеүек һыҙаттар хас. Йәш ҡәләмдәштәрҙең барыһына ла башҡорт әҙәбиәте киңлектәрендә ҡыйыу осорға яҙһын.


Зөһрә Сафина

Ҡыйғы районының Йосоп ауылынан. Әҙә­биәт донъяһына ғашиҡ ҡыҙ бөгөн Баш­ҡорт дәүләт университетының баш­ҡорт филологияһы һәм журналис­тика факультетында белем ала. Үҙен төрлө жанрҙа һынап ҡарай.

Япраҡ

– Күргәнең бармы, – тип һораның һин, –
Өҙгөләнгән көҙгө япраҡты?
Күҙҙәремә тура ҡараның да,
Ә мин алдым һинән ҡарашты.
Күрсе, япраҡ яңғыҙ тирбәлә,
Осҡоһо киләлер күктәргә.
Хыялында, бәлки, ул – ҡыйғыр ҡош,
Талпынып та ҡуя үрҙәргә.
Белмәйҙер шул ни көтөүен алда,
Иңләгәндә айҡап күктәрҙе.
Оҙаҡмы һуң осор? Бик аҙ ваҡыт.
Ә аҙаҡтан? Үбер ерҙәрҙе...
Бахыр, тимә, ҡыйыу япраҡты:
Сереһә лә ҡара гүрҙәрҙә!..
Ысынында, ул бит бәхетле:
Рухы уның бөйөк күктәрҙә.

Нурзилә Усманова

Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы ҡыҙы. Бәләкәй саҡтан ижадҡа ғашиҡ, «Йән­шишмә» гәзите һәм «Аманат” журна­лының йәш хәбәрсеһе исеменә лайыҡ була. Шиғырҙарында донъяға ҡарашын сағылдырып, үҙ мөнәсәбәтен уҡыусы­һына еткерергә тырыша.
Тамсы менән һөйләшеү

Ҡарап торам кескәй тамсыҡайға,
Ҙур тамаша күреп, һоҡланып.
Әйтерһең, ул бына-бына ғына
Төшөп китер кеүек уҡталып.
Тик төшмәй ул, нәҙек ҡулдар менән,
Үлән ҡыяғына тотонған.
“Юҡ, юҡ, эшем бөтмәгән бит әле,
Ҡалып торайымсы был юлға.
Күпме сәскә тажын йыуаһым бар,
Күпме япраҡ көтә зарығып,
Минһеҙ таңда нисек йөҙ сылатыр,
Аҡбейектә үҫкән ҡайыным?
Юҡ, төшмәйем”,– тиеп ныҡ тотонған
Үлән ҡыяғына тамсыҡай.
Ә үҙендә күпме төҫ сағыла,
Күпме нур ҡойола, моң сыңлай.
Йәшәү көсө һиндә, көмөш тамсы,
Тик ваҡыттыр һиңә ағырға,
Ер-әсәне һыуға туйындырып,
Көс бирергә кипкән тамырға.

Гөлфирә Вәлиева

Әбйәлил районынан. “Шиғриәт минең өсөн дан да, шөһрәт тә, талант та түгел, ә үҙемдең уй-кисе­рештәрем, күңел талабым”, ‒– ти ул.
***

Мин яҙмышты төрлө төҫтәр менән
Сағыу һүрәт итеп төшөрҙөм.
Бала сағым алһыу төҫтә булды,
Бер өлөшө татлы төшөмдөң.
Бәхетемде ҡар бөртөгө итеп,
Ап-аҡ төҫкә манып буяным.
Сихри ҡышта күрәм бар тылсымын,
Мөғжизәһен ошо донъяның.
Зәңгәр офоҡтарҙа һыҙылып ҡалды
Үткәнемдең яҡты көндәре.
Һағындырып ҡай саҡ төшкә керә,
Тәүге хистәр, айлы төндәрем.
Заман ағымына эйәргәнем,
Аҙашҡаным булды юлымда.
Ауырлыҡтар ҡара һыҙыҡ булып,
Ятып ҡалды үткән йылымда...
Киләсәгем нурлы ҡояш кеүек,
Яҡты булһын, тиеп юраным.
Һәм офоҡта серле һыҙаттарҙы
Алтын төҫтәргә мин ураным.

Шәүрә Туйсина

Сибай ҡалаһынан. Шиғриәт донъя­һын­да, әҙәбиәткә, сәнғәткә, туған теле­беҙ­гә хөр­мәт һәм ихтирам нигеҙендә тәр­биә­ләнеп үҫкәнгә күрә лә, шиғриәт уға үтә яҡын. БДУ-ның башҡорт фило­логияһы һәм журналистика факультетында уҡып йөрөй. Ғүмеренең иң илаһи мә­лен ки­сер­гән йәш кеше бу­лараҡ, Шәүрәнең ижа­дын­да мөхәббәт темаһы үҙәк урынды ала.

* * *

Ҡар бөртөгө устарымда
Иреп юғалды.
Хәҙер инде был тамсыҡай
Ҡайҙа юл алды?

Ағып төштө ул усымдан,
Аҡ ҡарға тамды.
Бына шулай булмышынан
Тик эҙе ҡалды.

Ябалаҡлап яуа ҡарҙар,
Мин торам һаман.
Уйҙарҙың иң тәрәненә
Сумғанмын тамам.

Ниңә генә ғүмеркәйең
Бик ҡыҫҡа икән?
Әллә мин һинең юлыңды
Ҡыҫҡарттым микән?



Ғайса Батталов

Әбйәлил районынан. Әле илебеҙ һа­ғын­да то­ра. Бейеүгә әүәҫ, шиғырҙар, повес­тар яҙа.

Башҡорт рухлы генерал

Башҡорттоң батыр улдарын
Әйҙәп алдан сапҡанда
Бер кемгә лә ал бирмәгән,
Днепр аша сыҡҡанда.

Ауыр һуғыш мәлендә лә
Башҡорт рухы һынмаған,
Йыйып батыр егеттәрен,
Ҡурай моңон тыңлаған.

Яңғыраған башҡорт йыры
Азат ителгән ерҙә,
Еңеүгә өмөт өҫтәгән
Һуғышта һәр яугиргә.

Гел еңеүсе булған яуҙа
Кусимов һалдаттары.
Улар менән ғорурлана,
Онотмай яҡташтары.

Күсем ауылы батыры
Бар халҡын күмде данға.
Иленә ҡайтты баһадир
Әйләнеп ҡорос һынға.


Вернуться назад