Үткәне шанлы, бөгөнгөһө данлы18.11.2014
Үткәне шанлы, бөгөнгөһө данлы
Башҡорт дәүләт университетында эшләп килгән “Шоңҡар” әҙәби-ижад берекмәһе күптән түгел ҙур байрамын билдәләне. Әҙәбиәтебеҙ күгендә ҡолас киргән бик күп “Шоңҡар”ҙар ошо берекмәлә ҡанат нығытты, офоҡтарын киңәйтте.
Әҙәби берекмә сая ҡоштар сөйөүен дауам итә. Бөгөн уның етәксеһе, филология фәндәре докторы Зәйтүнә Шәрипова – беҙҙә ҡунаҡта.


– Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы, башҡорт әҙәбиәтенең шишмәһе булған “Шоңҡар”ҙың үткәненә күҙ ташлап алайыҡ әле.
– Данлы әҙәби-ижад берекмәһенең ойошоуын Башҡорт дәүләт универ­си­тетының яҙмышы менән бәйләргә мөм­кин. Юғары уҡыу йортоноң тарихи тамырҙары, доку­мент­тарҙа теркәл­гәнсә, 1909 йылда Өфө, Пермь, Ырымбур, Силәбе һәм Турғай округтары мәктәптәре өсөн белгестәр әҙерләү маҡсатында асылған Уҡытыусылар институтына барып тоташа. 1919 йылда ул – Халыҡ мәғарифы институты, 1929 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты тип үҙгәртелә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға башҡорт төркөмөнөң ете сығарылышы булып, 82 белгескә диплом тапшырыла. Институт отчеттарынан күренеүенсә, шулар­ҙың араһынан 13-ө яҙыусы һәм матбуғат хеҙ­мәткәре булып китә, һигеҙе фәнни эшкә ылыға, дүр­тәүһе аспирантурала ҡала, ә башҡалары уҡытыусылар булып ауыл­дарға тарала.
Үткәне шанлы, бөгөнгөһө данлыБашҡорт әҙәби көстәренең бергә тупланыуында 1906 йылда эшләй башлаған “Ғәлиә” мәҙрәсәһенең өлөшө ҙур. 1918 йылға тиклем бында төрлө төбәк­тәр­ҙән 950 шәкерт белем ала, шуларҙың 108-е уҡыуҙы тамамлау тураһында таныҡлыҡҡа эйә булып, аң-белем таратырға Рәсәйҙең барлыҡ төрки донъяһына һибелә. Ҡаҙаҡ, үзбәк, ҡырғыҙ, татар, башҡорт уҙамандары рухи көс туплай, яңы тормош төҙөү тураһында хыяллана. Ш. Бабич, Х. Ғәбитов, М. Ға­фури, Б. Ишемғол, С. Ҡу­даш, А. Таһиров, К. Хәкимов, Ш. Фидаи үҙҙәренең әҙәби ижад юлын ошонда башлай. 1920 йылда мәҙрәсә нигеҙендә Өфө ғәмәли институты булдырыла, һәм утыҙынсы йылдар башында ул педагогия институтына ҡушыла. 1930 йылда уҡыу йортоноң 14 ка­федраһы араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафед­раһы айырылып тора.
Әҙерлекле кадрҙар булмауға ҡарамаҫтан, сту­дент­тарҙы республикала барған социалистик үҙгәрештәргә йәлеп итеү, көндәлек әҙәби процесҡа ылыҡтырыу, халыҡ араһында мәҙәни-ағартыу эштәрен йәйелдереү үҙ һөҙөм­тәһен бирә. Ошо осор студенттары Ғ. Сәләм, Ж. Лоҡман, Х. Кәрим, М. Хәй, Ғ. Хәйри, Ҡ. Даян, М. Тажи, Ғ. Әмири, Б. Вә­лид, Ә. Вәли, В. Нафиҡов, Ә. Кирәев, Х. Ҡунаҡбай һәм бүтәндәрҙең гражданлыҡ һәм патриотизм, халыҡ бәхете өсөн фиҙакәрлек бөркөлөп торған шиғырҙары уларҙың шәхес булараҡ өлгөргәнлеген дәлилләй. Быға кафедра эргәһендә ойошторолған әҙә­би түңәрәк тә ҙур өлө­шөн индерә. 1934 йылда уның эшмәкәрлеге баҙыҡлана, бишенсе курста уҡып йөрөгән Ә. Харисов староста итеп тәғәйенләнә. Нәҡ ошо осорҙа “Шоңҡар”ҙар ҡанаттарын ныҡлап кирә башлай ҙа инде. Яңы төҙөлгән Башҡортостан Яҙыусылар союзының төп мисәүендә бер нисә китап сығарған, һөҙөм­тә­лә әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш йәш көстәр була. Тормош тәжрибәһен туплап, яҙыусылыҡ өлкәһендә шаҡтай өлгөргән Һәҙиә Дәүләтшина ише байтаҡ аҫыл заттың да студенттар араһында ҡайнап ижад итеүе дөйөм үҫешкә ҙур өлөш индерә. Әҙибәнең төр­көмдәше, буласаҡ Советтар Союзы Геройы, “Шоңҡар”ҙың әүҙем ағзаһы З. Үтәғо­ловтың, яу ҡырында яңғыҙ ҡалып, үле­месле яраланған хәлдә улына “Тыуған ил өсөн ғүме­реңде лә йәлләмә” тип васыят яҙыуы был быуын йәш­тәренең иҫ киткес көслө ихтыярлы, илһөйәр булғанлығын күрһәтә.
– Илебеҙгә ҡара яу ябырылғас, “Шоңҡар”ҙарҙың ҡәләм менән генә түгел, ҡорал тотоп яуға ташлан­ғанын беләбеҙ.
– Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә үк “Шоң­ҡар”ҙарҙың күбеһе, шул иҫәптән Н. Нәжми, М. Ха­рис, С. Ханов, М. Хәй, Ж. Лоҡман, Х. Ҡунаҡбай, Ғ. Әми­ри, Ә. Вәли, 1941 йылдың 23 июнендә диплом яҡлаған М. Кәрим, ҡәләм үсен штык осона күсереп, фронтҡа атлыға. Дәһшәтле һуғыш яландарында бәғзеләре башын һала, уларҙың яу ҡырынан ебәрелгән һуғыш сәләмдәре башҡорт әҙәбиәтенең тарихында һаҡланыу ғына түгел, хәҙерге китап уҡыусыларҙың да рухын байытыуҙы дауам итә.
– Һуғыштан һуңғы хәлдәр нисегерәк булды икән?
– Окоптарҙа сыныҡҡан яугирҙәр, яңынан парталарға ултырып, дәртләнеп әҙәби ижадҡа сумғас, әҙәби түңә­рәк­тең эше тағы ла нығыраҡ әүҙемләшә. Ш. Бикҡол, М. Ғә­ли, Х. Ғиләжев, Ғ. Рамазанов, М. Ғәйнуллин, Ғ. Әх­мәтшин һәм башҡа фронтовиктарҙың ижадын инде нисәмә быуын яратып уҡый, хөрмәтләп иҫкә ала. Улар менән бер осорҙа погонһыҙ тыл һалдаттары – Ғ. Хө­сәйенов, А. Ғирфанов, Н. Зарипов, А. Игебаев, Ғ. Байбурин ише данлы уҙа­мандар – ижад күктәренә талпына.
– “Шоңҡар” иңләп осҡан күктең офоҡтары айы­рыу­са ХХ быуат урталарында киңәйҙе түгелме?
– Ул осорҙа К. Әхмәтйәнов, Ә. Вахитов, Я. Хамматов, Ғ. Дәүләтов, Ш. Бикҡол, Б. Рафиҡов, Р. Сол­тан­гәрәев кеүек тәнҡитселәр, прозаиктар һәм шағирҙар ҡәләмдәрен сарлай. 1957 йылдан һуң уҡыу йортона “Башҡорт дәүләт университеты” тигән статус бирелгәс, “Шоңҡар”ҙың эшмәкәрлеге айырыуса йәнләнә һәм һө­ҙөмтәлерәккә әйләнә. Был фекер менән бәхәсһеҙ ризалашырға тура килер, сөнки ҙур ижади уңыштарға өлгәшкәндәрҙең исемлеге бигерәк оҙон һәм һиммәтле. Награда-дәрәжәләрен атамай ғына, исем-шәрифтә­ре­нә күҙ һалайыҡ: М. Мин­һажетдинов, Р. Байымов, Ф. Иҫәнғолов, М. Басиров, М. Сәғитов, М. Сиражи, М. Ишбулатов, С. Ғәбиҙуллин, Ғ. Шафиҡов... Улар төрлө жанрҙа эшләй, ҙур шөһрәт ҡаҙана. Үкенескә ҡаршы, әле һаналғандарҙың барыһы ла бөгөнгө тантанала үҙҙәре түгел, ижадтары менән генә ҡатнаша.
Үткәне шанлы, бөгөнгөһө данлыУларҙан һуң “Шоңҡар”ҙың байрағы йәшерәк бы­уын­ға күсә: Р. Шәкүр, Ҡ. Аралбай, Т. Йосопов, Р. Мифтахов, Р. Бикбай, И. Кинйәбулатов, В. Әхмәҙиев, Т. Кил­мөхә­мә­тов, С. Әлибай, Р. Тойғон, Р. Хажиев, М. Иҙелбаев, Г. Юнысова, Т. Ҡарамышева, Р. Хисаметдинова, Ф. Ту­ғыҙ­баева, Т. Ғарипова, А. Баһуманов, С. Шәрипов, Ғ. Хи­самов, Р. Йәнбәк, З. Ҡотлогилдина... Һанап үтелгән ҡәләмдәштәрҙең бәғзеләренә үҙ ваҡытында төрлө атама менән йөрөтөлгән әҙәби түңәрәккә етәкселек итергә, уның исемен нығытыу, уңыштарҙы күрһәтеү маҡсатында арымай-талмай эшләргә, яңы тумалып килгән ижади “бөрө”ләрҙе ҡурсаларға тура килә. Талант ғүмере – ике, тиергә ҡала, сөнки әлеге исемлек тә фанилыҡта ҡыҫҡара бара. Был осорҙа башҡорт студенттары күрше Татарстан, Сыуашстан йәштәре менән дуҫлыҡ ептәрен нығыта, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында уҙған фәнни кон­фе­ренцияларҙа, республика кимәлен­дә уҙғарылған мәҙәни сараларҙа ихлас ҡатнаша.
Әлегә тиклем эшләп килгән түңәрәккә, 1984 йылда уни­верситет ректоры Р. Ғимаевтың бойороғона яраш­лы, әҙәби-ижади берекмә статусы бирелә, һөҙөмтәлә баш ҡаланың башҡа уҡыу йорттарында белем алған йәш­тәрҙең ижадына ла иғтибар арта. Ҡаҙаныштары өсөн әҙәби берекмә 50 йыллыҡ юбилейы уңайынан рес­публикабыҙҙың иң юғары наградаһына – БАССР Юғары Советының Почет грамотаһына – лайыҡ була.
– Әҙәби түңәрәктең мин белгән осорона ла етеп киләбеҙ шикелле. Асыҡлабыраҡ әйткәндә, үҙе­беҙҙән өлкәнерәк шағир-яҙыусыларҙың “Шоңҡар” тураһын­да ғорурланып һөйләгәнен ишеткеләй торғайныҡ.
– Эйе, артабан да “Шоңҡар” кимәлен төшөрмәҫкә тырыша. 1980 – 2000 йылдарҙа ла был ижад мәктәбенән үҙенсәлекле ҡәләм оҫталары үҫеп сыҡты. Г. Ғиззәтул­лина, Й. Ильясова, Т. Юлдашева, Р. Камал, арабыҙҙан бигерәк иртә киткән шағирҙар Р. Түләк, Ғ. Зарипов, Р. Ҡол-Дәүләт, әҙәби ижадты журналистика менән уңышлы бәйләгән Т. Дәүләтбирҙина, Ф. Аҡбулатова, З. Ханнанова, Г. Ҡотоева, Л. Абдуллина, М. Ҡунафин – нәҡ шундайҙар иҫәбендә.
Ҡыҫҡаһы, 1934 йылдан алып бөгөнгәсә “Шоңҡар”ҙар ара­һынан Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар сою­зының 160-лап ағзаһын, тиҫтәләгән фән докторы һәм кандидатын, дәүләт эшмәкәрҙәрен ғорурлыҡ менән телгә алырға мөмкин. Улар араһында тиҫтәгә яҡын әҙип халыҡ яҙыусыһы һәм халыҡ шағиры исемен йө­рө­тә, өс тиҫтә әҙип – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, егермеләбе Ғ. Сәләм, Ш. Ба­бич, Һ. Дәүләт­шина, М. Буранғолов исемендәге премия­лар­ға лайыҡ булды. Атҡаҙанған фән, сәнғәт һәм мәҙәниәт хеҙ­мәт­кәрҙәре, СССР, Рәсәй, халыҡ-ара ки­мәл­дәге наградалар, юғары премиялар алғандар ҙа бар.
– Бөгөн “Шоңҡар”ыбыҙ “ҡартайып” китмәнеме? Ҡанаттарын элеккеләй көс-ғәйрәт менән ҡаға ала­мы?
– “Шоңҡар” республикабыҙҙың әҙәби һәм фәнни кадрҙарын әҙерләүгә тос өлөш индергән ғәмәли мәктәп булыуын дауам итә. Иң мөһиме – әҙәби-мәҙәни мө­хиткә шоңҡар рухлы йәш замандаштарҙы сөйөүен туҡтатҡаны юҡ.
Һуңғы осорҙа берекмә ултырыштарында әҙәби оҫ­талыҡ мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленә. Семи­нар­ҙар, шиғыр-йыр техникаһы, пьеса яҙыу һәм актерлыҡ һәләтен үҫтереү буйынса оҫталыҡ кластары йыш уҙғарыла. Мәҫәлән, Р. Бикбай, Н. Ғәйетбай, И. Кин­йә­булатов, Ҡ. Аралбай, Т. Ғәниева, Р. Ураҡсина, З. Ҡот­логилдина, З. Вәлит, Л. Абдуллина, М. Ҡунафин, Ә. Үтәбай, Д. Шәрәфетдинов, Ф. Ғөбәйҙуллина үҙҙә­ре­нең ижад серҙәре менән даими уртаҡлаша. 2011 йылдан ”Шоңҡар тауышы” альманахы сыға килә. Шул ай­ҡанлы факультетта яңы китаптарҙың исем туйын үткәреү күркәм йолаға әйләнә башланы.
Әҙәби берекмә ағзаларының төрлө кимәлдәге ижад емештәрен айырып алыуҙа, туплауҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы етәкселеге, шулай уҡ “Шоңҡар”ҙың элекке ағзалары – хәҙер инде билдәле һүҙ оҫталары – ҡатнашып килә. Айырыуса университет филиалы – элекке Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия ака­де­мияһы – әҙәбиәтселәренең Яҙыусылар союзы менән берлектә ойошторған республика кимәлендәге ижад семинары иҫтәлекле булды. Т. Юлдашева, Ә. Үтә­бай, З. Шәрипова, Р. Илешева, Д. Шәрә­фет­ди­нов, Р. Фәтҡул­лина, З. Әлибаев, А. Үтәев, Л. Кирә­ева, И. Дилмөхә­мә­тов­тарҙан тупланған жюри Баш­ҡорт­остандың төрлө тө­бәк­тәренән йыйылған йәш, өмөтлө ҡәләмгирҙәргә фә­һемле кәңәштәр, ижадтарына са­ғыштырма баһа бирҙе. “Шоңҡар”ҙан З. Сафина, Ш. Туйсина, “Ашҡаҙар”ҙан Р. За­рипованың шиғри шәл­кем­дәре йыл табышы тип бил­дәләнде. Йәш драматургтар өсөн республиканың Мәҙәниәт министрлығы үткәргән “Өмөт­лө ҡәләм” конкурсында ла түңәрәк ағза­лары әүҙем ҡатнашты, дипломдарға лайыҡ булды. Шундай сараларҙа һынау үткән А. Бай­мөхәмәтов, З. Ба­ғы­шаева, О. Әхмәтрәхимова, А. Шаммас, Ф. Харрасов һәм башҡалар Яҙыусылар союзына ағза итеп алынды.
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында Р. Фәтҡуллина етәкселегендәге “Ашҡаҙар” ижад түңәрәге менән дә дуҫлығын нығыта бара “Шоңҡар”. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнамайынса, эшлекле аралашыуҙар уҙғарыуҙың ижадты үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйәлеген иҫәпкә алып, төрлө тематик кисәләр ойоштороу – берекмәнең элек-электән килгән төп һыҙаттарының береһе. Традицияға әүерелгән шиғыр байрамдарынан тыш, сатира-юмор оҫталары М. Кәримов, Р. Мифтахов, Р. Кинйәбаев, Ю. Салауатов, “Йәншишмә” журналының әҙәбиәт бүлеге­нән З. Ҡотлогилдина һәм башҡалар ҡатнашлығында уҙған кисәләр ҙә студенттарҙың күңеленә хуш килә. “Шоң­ҡар”ҙың элекке ағзаһы, мәшһүр Һәҙиә Дәүләт­шинаның төркөмдәше, һуғышта һәләк булған Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғоловтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы уның эҙҙәре ҡалған Мәләүез, Ишембай, Салауат райондары вәкилдәре ҡатнашлығында ҙур саралар ойошторолдо, байрам эстафетаһы Маҡар урта мәктәбендә лә дауам итте. “Быуындар осрашыуы” тигән был кисә айырыуса киң ҡоласлы булды. Уҙған быуаттың алтмышынсы йылдарынан алып бөгөнгә тиклем ижадта ҡайнаған “Шоңҡар”ҙарҙың биш быуынынан егерменән ашыу арҙаҡлы шәхестең осрашыуы онотолмаҫ хәти­рәләргә бай булды.
Эйе, ”Шоңҡар”ҙың үткәне шанлы, бөгөнгөһө данлы, киләсәге өмөтлө. Шуны өҫтәргә кәрәк: әҙәби ижадтан тыш, түңәрәк ағзалары ғилми-тикшеренеү эштәрендә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, олимпиадаларҙа ҡатнаша, факультеттың һәм университеттың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй. “Шоңҡар”ҙа алған ойоштороу-аралашыу тәжрибәһенең студенттарҙың артабан­ғы яҙмышында ла өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Түңәрәк ағзалары араһынан күренекле әҙиптәр генә түгел, ә Ғ. Хөсәйенов кеүек юғары дәрәжәләге фән белгестәре, республика радио-телевидениеһының Р. Дәүләтбаев ише алдынғылары, гәзит-журналдарҙың Г. Янбаева, Г. Ҡо­тоева, М. Ҡунафин, А. Дәүләтбәков, Т. Юлдашева кеүек бөгөнгө мөхәррирҙәре һәм журналистар, мәк­тәп­тәрҙә үҙ традицияларын булдырып, хөрмәт ҡаҙанған уҡытыусылар милли мәҙәниәттең үҫешен билдәләй. Башҡорт дәүләт университетында башҡорт филоло­гияһы белгестәрен әҙерләүҙең артабан да уңышлы дауам ителеүен, милләткә фиҙакәр хеҙмәт күрһәтеү маҡсаты менән йөрәгендә ҡуҙ йөрөткән йәштәр быуынының ныҡлы булыуын, өҙөлмәүен теләйек.

Салауат ӘБҮЗӘРОВ әңгәмәләште.


Вернуться назад