Иҙел буйы моңға тулы15.11.2014
Ижади коллективтарҙың уңышлы эшләүе финанс яҡтан һәйбәт тәьмин ителеү менән бәйле. Ҡариҙел районында матди-техник базаны нығытыуға иғтибар ҙур. Йыл һайын капиталь һәм ағымдағы төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Барлыҡ мәҙәниәт ойошмаларының эшмәкәрлеге халыҡтың ижади һәләтен үҫтереүгә, ялын файҙалы ойоштороуға, йәштәрҙә, үҫмерҙәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләүгә, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалауға йүнәлтелгән. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегендәге милли мәсьәләләр буйынса белгес Гөлнара СОЛТАНОВА төбәктең мәҙәни тормошо менән ихлас таныштырҙы.


– Мәҙәниәт йылында был йүнәлештә хәлдәр нисегерәк тора?
– Район мәҙәниәт һарайы халыҡтың ялын, күңелле сараларҙы ойоштороу маҡ­са­тында әүҙем эшләй. Уға Мирза Хөсә­йе­нов етәкселек итә. Айырыуса халыҡ ижады коллективтары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә­беҙ. Районда туғыҙ халыҡ коллективы һәм өлгөлө балалар хоры эшләй. Яңыраҡ утыҙ йыллыҡ юбилейын билдәләгән “Йәш­лек” ансамбле менән лайыҡлы рәүештә ғорурла­набыҙ.
Балалар сәнғәт мәктәбе эргәһендәге “Гар­мония” өлгөлө балалар хорына ил­ле­нән ашыу бала йөрөй. Уларҙың һәр сы­ғышын райондаштарыбыҙ көтөп ала. Хор – халыҡ-ара һәм республика кимәлендә үткән фестивалдәр лауреаты. Балалар сәнғәт мәктәптәре араһында үткән республика фестивалендә III дәрәжә диплом алып, “Республиканың 1000 хоры” исемлегенә инделәр.
“Тамаша” татар театры 2011 йыл­да “халыҡ театры” исемен ал­ды. Был уларға тағы ла әүҙемерәк эш­ләргә этәргес булды. Шулай уҡ “Шәфҡәт”, “Дуҫтар”, “Юлдаш”, “Стиль” ан­самблдәре уңышлы эш­ләп килә. “Шишмә” вокаль коллективы үҙенең репертуарын әле­нән-әле яңыртып тора.
– Ҡайһы бер ауылдарҙа клуб эшлә­мәгәнгә зарланалар. Ҡариҙелдә мәҙәни усаҡтар һүрелмәнеме?
– Ауыл клубтары хеҙмәткәрҙәре лә мәҙәниәт усаҡтарын һүндермәйенсә, урын­да­ғы халыҡтың мәҙә­ниә­тен үҫтереүгә күп көс һала. Район үҙә­генән алыҫ урынлашҡан ауылдарҙа ла “халыҡ” исемен йөрөткән коллективтар бай­­таҡ. Мәҫәлән, Магинск ҡасабаһын алайыҡ. Бында оҙаҡ йылдар “Сударушки” һәм “Рябинушка” ансамблдәре эшләп килә.
Шулай уҡ Ҡараяр ауылында ла талантлы, заман менән бергә атлаған коллектив ниндәй генә саралар ойошторманы! “Йүрүҙән һандуғасы” тип аталған төбәк йыр бәйгеһе халыҡ күңеленә хуш килде. Был сара киләсәктә лә дауам итәсәк.
Ҡараярҙарҙың йөҙөк ҡашы булған “Умырзая” халыҡ вокаль ансамбле коллективы башҡорт, татар йырҙа­рын өйрәнеп, халыҡҡа еткерә.
Ауыл клубтарынан тағы ла Уразай ауы­лы коллективын телгә алып китмәй булмай. Әлеге мари ауылында шул тиклем дәртле халыҡ йәшәй. Йәше лә, ҡарты ла клубҡа ағыла. “Ший пмаш” – “Көмөш шишмәләр”­ мари телле коллективтар ара­һын­дағы республика кимә­лендәге бер бәйгенән дә ситтә ҡалмай, саранан дипломһыҙ ҡайтмай. Быйыл Уразай ауыл клубы, республика конкурсында ҡатнашып, “Иң яҡшы ауыл клубы” дипломына лайыҡ булды. Клуб мөдире Эмма Сәлиеваға иһә “Башҡортостандың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Тағы ла Әртәкүл, Байҡыбаш, Байҡы-Юныс, Абдулла, Хәлил, Урғыш, Яңы Бәрҙәш һәм башҡа ауыл мәҙәниәт усаҡтары яҡшы эшләп килә.
– Мәҙәниәт йылы гөрләп үтә икән ра­йонда...
– Ысынлап та шулай. Мәҫәлән, “Уйна, гармун!” район конкурсында ауыл клубтарынан алтмышлап гармунсы ҡатнашты. Шулар­ҙың 28-е гала-концертҡа үтте. Йәштәр, балалар, үҫмерҙәр менән эш туҡтамай алып барыла.
– Быларҙың барыһын да эшендә янып йәшәгән кешеләрһеҙ башҡарыу мөмкин түгел.
– Район мәҙәниәт һарайында үҙ эшенә мөкиббән ғашиҡ хеҙмәткәрҙәр, белгестәр эшләй. Күптә­ре­нең хеҙмәт стажы – 15 – 30 йыл. Баш­ҡор­тостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәр­ҙәре – Гүзәлиә Әхмәрова, Рәфилә Мөни­рова, Зилә Рәхмәтова, Гөлүзә Ғәлиева, Илүзә Хөсәйенова, Иршат Ғабдуллин, Мөғәриф Абраров. Йәштәр ҙә ҡалышмай: Елена Баранова, Филүс Шәңгәрев, Динар Абдуллин, Радмир Нуретдинов, Ксения Тупицина, Рифат Ғиләжев.
Художество етәксебеҙ Фәдис Әхәтов хаҡында ла бер кәлимә һүҙ әйтмәй булдыра алмайым. Үҙенең төп эшенән тыш, “Яҡшы кәйеф” халыҡ музыка ҡоралдары ансамблен етәкләй.
Һуңғы йылдарҙа беҙҙең матди-техник базабыҙ байый, нығый бара. Йыл һайын музыка ҡоралдары, тауышты көсәйтеүсе һәм башҡа ҡорамалдар алына, йырсылар, бейеүселәр өсөн костюмдар тектерелә. Һөнәри кимәлебеҙҙе һынап ҡарау маҡса­тында “КЛУБоk” XXI века” конкурсында ҡатнашып, “Иң яҡшы мәҙәниәт һарайы” номинацияһында ҡатнашып, сараның финалына сыҡтыҡ.
Шулай йырлап-гөрләп эшләй район. Ә үҙ төбәгендә танылыу яулаған ансамблдәр хатта күрше Борай, Асҡын, Мишкә райондарына гастролдәргә лә сыға.

Лилиә НУРЕТДИНОВА
әңгәмәләште.





Вернуться назад