Башҡортлоҡ11.11.2014
Эй, егеттәр, ҡыҙҙар! Ҡандай ихлас
Бейенегеҙ башҡорт бейеүен.
Һәр ҡайһығыҙ иҫбатланы булды
Үҙ халҡына булған һөйөүен.

Һәр хәлдә, мин шулай теләнем.
Юҡһа, тотоп башҡорт ҡурайҙарын,
Ябынышып башҡорт еләнен,
Сәстәренә толом ҡушып үреп,
Сәхнә биләүҙәрен беләмен.
Кейемдәрҙе кейеү генә түгел,
Башҡорт, тиеп, яҙып паспортын…
Аҡ йорттарҙан тороп аҙмы түрә
Башына етте аҙмы башҡорттоң.
Ә бына һеҙ!..
Сәхнәлә, һеҙ, кәмендә – Салауат,
Ҡыҙҙарығыҙ хас та – Әминә.
Салауаттың анау ыҙалары,
Ә башҡорттоң күргән нужалары
Таныш ҡайһығыҙҙың тәненә,
Таныш ҡайһығыҙҙың йәненә?
Һеҙ ҙә алдаһағыҙ… – Йәнем сатнар,
Телен белмәй үҫер ейәнемдәй,
Илен белмәй үҫкән улымдай.
Эй, башҡортлоҡ! Cәхнәләрҙән төшкәс,
Сисеп ырғытылған еләнеңдәй,
Һүтеп ырғытылған толомдай.

Ләйсән

Шаталаҡлыҡ та, шатлыҡ та,
Һағыш та, моң да, шом да...
Юҡ кәйефтең үҙе юҡтыр
Был ямғыр тауышында.

Хет йырла, хет көл, хет ила,
Хет тәкмәс ат, хет бейе.
Нишләһәң дә килешерлек
Бөгөнгө ямғыр көйө.

Ә ниңә һуң иламай был,
Йә көлмәй был, тимәгеҙ —
Миңә таныш хистәр шул ул,
Шуға ла мөғжизәһеҙ.
Ә һеҙ!..

Апайҙарға

Гәүһәркәйҙә төндәремдең сиге,
Ҡыҙтораташта сиге көндәрҙең.
Дауамдары кеүек улар
Әсәй яҫтап биргән мендәрҙең.
Борон-борон заман түгел ине,
Ай үҫәһен мин көн үҫмәнем.
Апайҙарым! Һеҙҙән өйрәндем мин
Был донъяның алты үлсәмен.

Алтау түгел, һәр аҙымың өсөн
Алтмыш үлсәм кәрәк тормошта.
Был донъяның барлыҡ үлсәмдәре
Һеҙҙән күсте минең булмышҡа.

Алдаманы мине ул үлсәмдәр,
Айырғанды хаҡты ялғандан.
Ахыры, улар —
Барыбыҙҙың бергә —
Әсәй йөрәгенә ялғанған.

Һөйәнтөҫ

Мәүлит Ямалетдиновҡа

– Мәүлит ағай, туҡта. Йәйләү өсөн
Матур бит һуң бынау тирәләр.
Туғайына өйөрҙәрҙе ҡыуһаҡ,
Анау һыртҡа ҡорһаҡ тирмәләр…
Күрәһеңме, аҫта, сауҡалыҡта
Ике шишмә килеп ҡушыла.
Һыуы саф бит, барҙыр бағрыһы ла;
Таң атҡанда һайрар ҡошо ла.
Мин аттарҙы һуғарайым, ҡана,
Ә һин, ағай, табын әҙерлә.
Бер аҙ ҡурҙаҡ ҡалған, ҡымыҙ ҙа бар…
Үҙәк ялғап торһаҡ хәҙергә…
Таған ҡатып, тирмә йүнәтербеҙ…
Ошондамы?.. Ярай, күҙ күрер.
Был урманда болан булмай булмаҫ,
Кискә ҡәҙәр аш та өлгөрөр.
Төнгөлөккә үткән яуығыҙҙан
Әҙерләй тор берәй хәтирә…
Нишләп өндәшмәйһең?
Йәйләү өсөн
Оҡшап етмәйме әллә был тирә?..
Йәкшәмбегә йортҡа ҡайтып етһәк,
Күсенербеҙ ҡалмай йоманан…
…Ошо хәлгә ике йөҙ йыл үткән,
Уй(ы)лып китерҙәй бит, уйлаһаң.
Беҙ Һөйәнтөҫ яугирҙәре инек,
Ауылыбыҙҙы ҡайтып тапманыҡ.
Һин – ҡарт яугир… нисек түҙгәнһеңдер,
Мин иланым көлгә ҡапланып.
Табыш итеп
Көлдө мөрхәтһенмәй,
Зәһәрләнә ине тик елдәр.
Ҡайҙа баҡма, тик буш нигеҙ ине,
Ҡайҙа баҡма, тик буш нигеҙ ине,
Мөлдөрәмә ине күңелдәр.
Кәшәнәләр кеүек торғанлығы
Буш нигеҙҙең ауыр таштары,
Иҫеңдәме?!! Шулай ерләгәйнек
Ауылыбыҙҙы, ауылдаштарҙы.
Икәүләшеп ҡорған аҡ тирмә лә
Бөгөнгөләй генә хәтерҙә…
Ҡурайҙарҙы һуғарайым, ҡана,
Ә һин, ағай, табын әҙерлә.
Ошо ер, тип, ожмахтарҙан ҡасып,
Нисәмә ҡат тыуҙыҡ икәүләп (?!)
Нишләп өндәшмәйһең? Йәшәү өсөн
Оҡшап етмәйме әллә был дәүләт?
Еңел түгел, беләм (шатланышып,
Был донъяға ҡабат килһәк тә),
Әйләнеүен күреү халҡыбыҙҙың,
Буш нигеҙҙәй, рухһыҙ милләткә.
Башҡорт рухы һүнһә, Һөйәнтөҫтәй,
Янып һүнеүе булыр илебеҙ.
Был донъяла пәйҙә булмаҫ, тимә,
«Башҡортостан» тигән буш нигеҙ.
О, ул хәлде… Беҙ ожмахтан түгел,
Тамуҡтан да ҡайтып күрмәбеҙ…
…Аттар әҙер, ағай, ашығайыҡ,
Юҡһыналыр беҙҙе тирмәбеҙ.

ГОЛЬФСТРИМ

Әйтһәң, әйт һин: – Был түҙмәне, – тиең,
Ләкин әйтмә: – Был бит аҡлана.
Бер фәрештә кеүек таш зинданда,
Миндә һинең һының һаҡлана.
Мәңге һалҡын диңгеҙ төптәренән,
Ағып ятҡан кеүек Гольфстрим.
Иҫеңдәме, был тормошта күпме
Йылылыҡты һинең кисерҙем.
Таралһам да тормош-даръяларға,
Әй ул ағым иҫтә хәҙер ҙә.
Хәтеремдән аға хыялыма,
Хыялымдан аға хәтергә.
Яҙмышымды һалҡын боҙҙар ябып,
Айырһа ла хатта донъянан.
Мәлдәрем юҡ һине уйламаған,
Йылылыҡты һинең тоймаған.
Түҙемлегем бөтөп кенә әйтәм,
Әйтә тимә һуңлап, аҡланып.
Мин бит һине «яратманым» түгел,
Һалҡынымдан ғына һаҡланым.
Йылытһа ла хәтер диңгеҙемде
Яҡты һының, наҙлы исемең.
Үҙең башҡа диңгеҙ ҡуйындарын
Йылытаһың инде, Гольфстрим.


Вернуться назад