Донъя хайран башҡорт бейеүенә08.11.2014
Күңелгә май булып яғылған хәбәрҙе ишетеп ҡыуандыҡ: Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында үткән VII Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижадының “Йәйғор” фестиваль-конкурсында Мәләүез районынан “Көнгәк” халыҡ бейеүҙәре ансамбле Гран-при яуланы.


Конкурста Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 500-ләп ижади коллектив ҡатнашты. Сығыштарҙы Мәскәү, Өфө, Ҡазан, Наль­чик, Яр Саллы, Анкара (Төркиә) ҡалаларынан килгән мәртәбәле жюри ағзалары баһаланы. “Көнгәк” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең сығышын тамашасы алҡыштарға күмде, жюри ағзалары ихлас һоҡланыуын белдерҙе.
Ҙур еңеү яулаған ансамбль Болгарияла үтәсәк фестивалгә саҡырыу алды.



Вернуться назад