Илде ураны, донъя нурланы07.11.2014
Илде ураны,  донъя нурланы
“Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы” тигән марафон, республикабыҙҙың ҡала һәм райондарын урап, Өфөлә тамамланды.

Ҡала мәҙәниәт һара­йында үткән “Өфө – бер­ҙәмлек һәм дуҫлыҡ ҡа­ла­һы” исемле ижади коллективтар фестивале байрамдың күркәм сараһы булып хәтерҙәргә һеңеп ҡалыр. Унда Өфөнән, Пенза, Омск, Ульяновск, Пермь, Төмән, Яр Саллы ҡалаларынан килгән коллективтар ижад емештәре менән уртаҡлашты.
Иҫкә төшөрөп үтәйек: мәҙәни марафон 2014 йылдың 23 ғинуарында башланды, һәм уның штандартын беренсе булып Бөрө районы ҡабул иткәй­не. 11 ай эсендә йыл символы республика­быҙҙың барлыҡ ҡала һәм райондарында “ҡунаҡ булды”. Төбәк­тәрҙә был ваҡиға оло байрамға әүерелде, төрлө саралар, күргәҙмәләр, конкурстар, акциялар ойошторолдо.
Шулай итеп, Мәҙәниәт йылы штандарты 22 декабргә тиклем Өфөлә буласаҡ.




Вернуться назад