Уртаҡ булһын күңел хазинаһы07.11.2014
Йыл башында гәзитебеҙ иғлан иткән “Талантлыны данлай “Башҡортостан” конкурсына килгән видеояҙмаларҙы ҡарап сыҡҡандан һуң күңел талпынып китә. Халҡыбыҙҙың йыр һөйөүенә һоҡланмаҫлыҡ түгел шул! Башҡорт баҫыу өҫтөндә булһынмы, урман-тауҙарҙы гиҙһенме, ял итһенме – һәр ҡайҙа моңдо юлдаш итеп ала. “...Йырҙар менән еңелерәк юлдар үтеүе” тип юҡҡа ғына әйтелмәгән шул.


Конкурсҡа Башҡортостандың һәм күрше өлкәләрҙең төрлө төбәгенән байтаҡ видео- һәм аудиояҙма килде. Әйтәйек, “Иң оҫта йырсы” номинацияһында 30-ҙан ашыу һәүәҫкәр ҡатнаша. “Иң оҫта бейеүсе” номинацияһына ла күп кенә бейеүсе яҙмаһын ебәргән. Быларҙан тыш, “Иң яҡшы фольклор ансамбле”, “Иң шәп һәүәҫкәр композитор”, “Музыка ҡоралында иң оҫта уйнаусы” номинацияларында ҡатнашыусылар ҙа етерлек.
Интернеттағы “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Башҡортостан” гәзите” төркөмөнә килгән сығыштарҙы ҡарап, халҡыбыҙҙың ғәжәп таланттарға бай булыуына инанаһың. Хәйбулла районынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев, М. Аҡмулла исе­мен­дәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Динар Мансуров, Өфөнән Зөһрә Фәруҡшина, Ишембай ҡалаһынан һигеҙ йәшлек Айназ Рәхмәтуллин, Ҡырмыҫ­ҡалынан Айҙар Мөхәмәтгәрәев, Бөрйәндән Гөл­дәр Йәр­мөхәмәтова, Ғафуриҙан Әлфиә Байбулдинаның моңло йырҙары күңелдәрҙе елкендерә. Ә инде Силәбе ҡала­һынан мәктәп уҡыусыһы Маргарита Йәғләмүнова, Ишембай ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге баш­ҡорт гимназияһы уҡыусыһы Эльвина Шәрипова, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Илнур Баязитов, Күгәрсен районы­ның “Мораҙым” гәзите хәбәрсеһе Азамат Ғәҙелшиндар сәхнә иҙәненә түгел, ә йөрәктәргә баҫып бейей һымаҡ!
Музыка ҡоралында уйнаусыларыбыҙ ҙа бихисап. “Сыуалташ”, “Бужан” ансамблдәренең ҡурайҙа, скрипкала, мандолинала, гармунда өҙҙөрөүе, Сибай балалар сәнғәт мәктәбенән 11 йәшлек Әнүәр Буранғоловтың башҡорт халыҡ көйҙәрен һыҙҙыртыуы күңел ҡылдарын сиртә.
Сер түгел: моң донъяһы композиторҙарға ҡытлыҡ кисерә. Беҙҙә уларҙы әле бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Үкенескә ҡаршы, атаҡлы композиторҙарыбыҙҙың бере­һе Салауат Низаметдинов та донъянан китеп барҙы. “Башҡортостан” гәзите иһә, “Иң шәп һәүәҫкәр композитор” номинацияһын булдырып, төпкөлдәрҙә “күмелеп” ятҡан таланттарыбыҙҙы ижад тигән мөғжизәле донъяға йәлеп итергә тырыша. Тәүге ҡарлуғасыбыҙҙың моңо күп­тәрҙе әсир итеп өлгөрҙө лә инде. Уның – Ишембай ҡала­һынан Нәсимә Әминеваның – яҙған йырҙарын Ну­рия Вәлиева, Хәлисә Мөхәмәҙиева, Регина Төхвәтул­ли­на, Сәғит Мөхәмәҙиев, Розалия Әхмәтйәнова, Илнур Рәши­тов ихлас башҡара. Нәсимә апай киләсәктә лә үҙен­сәлекле моң­дары менән халҡыбыҙҙы ҡыуандырыр тип ышанабыҙ.
Шулай уҡ һәүәҫкәр композитор Айрат Хөснуллиндың “Учалы байлыҡтары”, “Ай нуры” тигән йырҙары йәнде ар­бай. Айраттың ижады үҙенсәлекле. Киләсәктә уның бына тигән өр-яңы йырҙарын ишетеп ҡыуанырбыҙ әле.
Конкурста балаларҙың ҡатнашыуы бик ҡыуандырҙы беҙҙе. Әйтәйек, Белорет районының Ғәбдөк ауылынан Гөлдәриә Ғималетдинованың, ошо уҡ ауылдан Назар Ғималетдиновтың, Ишембай районының Ҡанаҡай ауы­лы­нан Зилә Янбаеваның моңло йырҙарын кинәнеп тыңланыҡ.
Ә кескәй бейеүселәр һуң! Учалынан Иштимер Йо­соповтың, Силәбе өлкәһенән Айгизә Ҡаһарманованың өҙҙөрөп баҫыуҙарына һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. Уларҙың да сәхнәләрҙе дер һелкетер көндәре алда әле!
Әлбиттә, конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы тура­һында ла һөйләү мөмкин түгел. Улар хаҡында белергә, йыр-моңон тыңларға, бейеүҙәрен күрергә теләүселәр “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Башҡортостан” гәзите” төркөмөнә инеп ҡарай ала. Үҙегеҙгә оҡшаған видео- һәм аудиояҙмаға “оҡшай” (“лайк”) ҡуйырға онот­маһағыҙ ине, сөнки еңеүселәрҙе билдәләгәндә жюри ағзалары нәҡ һеҙҙең тауышты иҫәпкә аласаҡ.
Хөрмәтле моң һөйөүселәр, “финиш” күренә башланы. Тағы бер-ике ынтылһаҡ, уның һыҙығын да үтербеҙ. Йөрәгегеҙҙәге хазинаны бүлешергә ашығығыҙ! Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим әйткәнсә, бүлешкәндән йыр-моң арта ғына.




Вернуться назад