“Ашҡаҙар таңдары” балҡышы07.11.2014
“Ашҡаҙар таңдары” балҡышы
Төпкөлдәрҙән ысын таланттарҙы эҙләп табыу маҡсатында ойошторолған “Ашҡаҙар таңдары” республика башҡорт фольклоры байрамы 2006 йылда Стәрлетамаҡта башланғыс алғайны. 2008, 2011 йылдарҙа ла ул беҙҙең ҡалала гөрләп үтте. Мәҙәниәт йылында, ниһайәт, халыҡ көтөп алған рух, ҡот байрамы ҡалабыҙҙа йәнә тантана итте.


Тарихи хәтер ауаз һалды

Гала-концертҡа иң сағыу сығыштар һай­лап алынды, бер концерт програм­ма­һына барыһын да һыйҙырып бул­ма­ғанлыҡтан, улар ҡыҫҡартылып күр­­һәтелде. Жюри ағза­ларына иң-иң­дәр­ҙе һайлап алыуы еңелдән бирел­мәгәндер, сөнки һәр коллектив үҙенсә эҙләнгән, сығышына ниндәй ҙә булһа яңы­лыҡ, үҙенсәлек индерергә тырышҡан.
Фестивалде йомғаҡлау тантанаһында Башҡортостан­дың мәҙәниәт министры урын­баҫары Ранис Алтынбаев республика Хөкүмәтенең Премьер-министры урынба­ҫары Салауат Сәғитовтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе. Стәрлетамаҡ ҡалаһы хаки­миәте башлығы урынбаҫары Тимур Мырҙағәлин сал тарих төпкөлөнә күҙ ташлап, Х быуатта ғәрәп илсеһе Әхмәт Ибн-Фаҙлан яҙып ҡалдырған мәғлүмәттәрҙе иҫкә төшөрҙө. “Мең йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, халҡыбыҙҙа әле лә шул саҡтағы рух ныҡ­лығы йәшәп килә. Беҙҙең бурысыбыҙ — ошо юғары рухты киләһе быуындарға тапшырыу. Милләтебеҙҙең күңеленән ҡот кит­мәһен, рухыбыҙ һайыҡмаһын!” – тине ул.
Ихлас ҡотлауҙарҙан һуң зал йыр-моңға тулды. Ҡайһы тарафтан ғына кил­һә­ләр ҙә — Балтастанмы, Һамар өлкә­һенәнме, Мәс­кәүҙәнме, әллә Борайҙанмы — һәр ҡайһы­һының сығышында рух берлеге ярылып ята, сал быуаттар төпкөлөнән урғылған тарихи хәтер ауаз һала.
Ҡурған өлкәһендәге Әлмән районының Шәрип ауылынан килгән “Бәхет” төркөмө төп нөсхәһендә һаҡланған уҡалы һа­ҡал­дары, тәңкәле ҡушъяулыҡтары менән хайран итте. Кейемдәре хаҡында ҡы­ҙыҡ­һынғас: “Был һаҡалды 15 йә­ше­мә әсәйем бүләк иткәйне, ә ҡушъяулыҡ бик борондан ҡалған, уныһын әйтә алмайым”, — тине шул төр­көмдән оло ғына бер апай.
Ғәҙәттә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының бе­йеүе һәлмәк­ле­ге, тыйнаҡлығы менән айырылып тора. Ә бына Пермь крайының Барҙа районынан “Гәүһәр” бейеү ансамбле, башҡорт ҡатындарының боронғо бейеүен күрһәтеп, хайран итте, уларҙың сая, ғорур образын асып һалды.
Үткән фестивалдәрҙә халыҡтың көн­кү­решен сағылдыр­ған йолалар өҫтөнлөк итһә, был юлы сығыштар күпкә тәрәнерәк йөк­мәткеле булыуы менән айырылып торҙо. Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһы­нан “Ҡарлуғас” ансамбле сығышы килер быуындарға оран-аманат булып яңғыраны. “Еребеҙҙе һаталар, телебеҙҙе ҡырҡалар, мәк­тәптәребеҙҙе ябалар. Илебеҙҙе һаҡла­йыҡ, халҡыбыҙҙы яҡлайыҡ!“ — тип саң ҡаҡты милләттәштәребеҙ. Ришат Хәмитов иһә фестиваль барышында үҙе ижад иткән “Ер кендеге – Торатау” бәйетен ишеттереп, барыһын да һоҡландырҙы. Сәсән телле Силәбе егете Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәм­ғиәтенең махсус дипломы менән бүләкләнде.
Фестивалде яңғыҙ сығыштар ҙа биҙәне. Сибайҙан килгән билдәле сәсә­ниә Асия Ғәйнуллинаның бер ҡайҙа ла ише­тел­мәгән, һирәк осрай торған йола фольклоры — “Бала һөйөү”, “Бала йоҡ­латыу” кеүек һа­маҡлауҙары, Стәрлебаш районының Ҡа­быҡ­ҡыуыш ауылы егете Зөфәр Атан­ғо­ловтың “Ҡурай” бәйете, Иглин районынан Фәһим Тоҡомбәтовтың ”Буранбай”ы, Белореттан Вилмир Әбү­бәкировтың тау ҡатайҙары йы­ры “Йәмәлекәй”, Мәскәү башҡорттарының “Аҡ тирмә” фольклор ансамбле сығыш­тары сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Ә тағы ла нығыраҡ шатландырғаны – балаларҙың күпләп ҡатнашыуы. Һамар өлкәһенән кил­гән йәш ҡумыҙсыларҙың, Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районынан “Ләйсән” өлгөлө балалар фольклор ансамбленең сығыштарын ҡарап, күҙҙәргә йәш эркелде.
Балтас, Федоровка, Көйөргәҙе райондарынан килгән балалар ҙа үҙҙәренең ни тиклем талантлы һәм рухлы икәнлеген күр­һәт­те. Ә шулай ҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Әлфиә Зөбәйерова етәкселегендәге “Аҡ шоңҡар” балалар фольклор ансамбле сығышына етеүсе булманы. Шуға ла улар үҙ йәш төркөмөндә лайыҡлы рәүештә беренсе урын яуланы. Әйткәндәй, “Аҡ шоңҡар”ҙан тыш, Әлфиә Шәмсет­дин ҡыҙы етәкләгән “Арман”, “Ашҡаҙар нағыштары” һәм “Йөрәк­тау” фольклор ансамблдәре төрлө йылдар­ҙа был фестивалдең лауреаттары булды.
Байрамда бөтә фольклор коллективта­рының вәкилдә­рен сәхнәгә саҡырып, бү­ләктәр тапшырылды. Гран-при был юлы Әбйәлил районының “Әхирәттәр” фольклор-вокаль ансамбленә эләкте. Ә шулай ҙа рух байрамында еңелеүселәр юҡ, уның төп еңеүсеһе — халыҡ.

Йоланы белмәйенсә,
сәхнәгә сыҡма


Төрлө тарафтарҙан килгән халыҡ та­лант­тары сығыш­тарын ентекләп ҡарап ана­лиз­ла­ғандан һуң, Рәсәйҙең һәм Башҡорт­ос­тан­дың атҡаҙанған фән һәм мәҙәниәт эшмәкәре, филология фәндәре докторы, академик, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт пре­мия­һы лауреаты Әхмәт Сөләймәнов рәйеслегендәге абруйлы баһалау комис­сия­һы семинар-кәңәшмә уҙғарҙы. Унда ҡат­на­шыусылар белгестәрҙән үҙҙәрен ҡы­ҙыҡ­һындырған һорауҙарға төплө, нигеҙ­ле яуаптар алды, фәһемле фекерҙәр ишет­те, ижади эҙләнеүҙәргә, табыштарға ҡа­ғы­лыш­лы проблемаларҙы уртаға һалып һөй­ләш­те. Оҙайлы семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре ойошто­рор­ға кәрәк, тигән тәҡдимдәр ҙә яңғыраны.
Баһалау комиссиялары ағзалары — Рәсәй Фәндәр ака­демияһы Өфө ғилми үҙә-генең Тарих, тел һәм әҙәбиәт инс­титуты баш ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре док­торы, Башҡортостандың атҡаҙанған мә­ҙәниәт хеҙ­мәт­кәре Розалия Солтангәрәева, режиссер, Башҡортостандың атҡа­ҙан­ған сәнғәт эшмәкәре Әлмира Ҡыуатова, «Шоң­ҡар» журна­лының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, “Ашҡаҙар” ра­дио­һының музыкаль мөхәррире, композитор, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлай Үҙән­баев, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Хәй­руллин, Республика халыҡ ижады үҙә­генең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина — һәр береһе үҙ фекерен, тәнҡит һүҙҙәрен әйтте, кәңәштәр бирҙе.
Иң көнүҙәк проблема — тел мәсьәләһе. Бигерәк тә сит тө­бәктәрҙә туған телдең юғала барыуы халыҡты хафаға һала. Ҡай­һы бер художество етәкселәре балаларҙың башҡорт телен насар белеүенә йәки бө­төнләй белмәүенә, уларҙы башҡортсаға сит телде өйрәткән һымаҡ уҡытырға тура килеүенә зарланды.
Кәңәшмәлә башлыса һөйләштәрҙә, бе­йеү­ҙәрҙә, йыр­ҙар­ҙа һәр яҡтың милли үҙен­сәлеге, костюмдарҙың төрлөлөгө ту­ра­һында һүҙ барҙы. Әйтәйек, бейеүҙәр ҙә айырылып тора – кемдер тыпырҙатып, кемдер йөҙгән һымаҡ бейей. Ҡайһы бер районда ҡаты итеп баҫалар йәки ипләп кенә бейейҙәр. Тыбырсынып, тыпырҙаҡҡа бейеү тигән тө­шөн­сә лә бар. Йоланы, хәрәкәтте белмәйенсә, сәхнәгә сығарырға ярамай. Мәҫәлән, Пермь крайының ғәйнә башҡорттары үҙҙәренең ерлегендә бейегән инәйҙәрҙең хәрәкәт­ен бирә алды.
Классиканың өҫтөнлөк итеүе, костюм­дар­ҙың үтә ялты­ра­уыҡлы, затлы булыуы, фонограммаға бейеү тураһында ла әйтеп үттеләр. Йәнле музыка булды-булыуын, тик оркестр башҡарыуында ул урыҫ көйөнә тартым. Мелизмдарҙы тойоп уйнаһалар икән, тигән теләктәр әйтелде.
— Ерле фольклор — ул төпһөҙ ҡаҙна. Эҙләнергә, өйрә­нергә кәрәк, — тине Әхмәт Сөләймәнов. — Башҡорт халҡы рухи ҡомартҡыларға иҫ киткес бай. Һәр ырыу­ҙың, һәр ара­ның, аймаҡтың үҙ орнаменты бар. Уларҙы ҡарап, диссертация яҙырлыҡ. Сәскә, үҫемлек һүрәтләнгән биҙәктәр – үҙе бер тема. Бер үк көйҙө — тау бөрйәне, ялан бөрйәне, урман бөрйәне — һәр береһе өс төрлө итеп уйнай. Бер үк халыҡта йолалар төрлө. Сығыштар концерт номерҙары бу­лараҡ түгел, ә телмәр, хәрәкәттәр, йор, тапҡыр һүҙҙәр, образдар аша халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтен сағылдырырға тейеш. Урын­дағы һөйләште ҡулланырға кәрәк. Әйтәйек, Ҡурған өлкәһендә тәҙрәне лә, ниндәй ҙә булһа быяланы ла шешә тип һөйләйҙәр. Әгәр ҙә: “Мин һине шешәнән ҡарап торҙом”, — тиһәләр, аптырарға түгел. Йәки “һайрай” тигән урынға “ба­ҡыра” тип әйтәләр. Был — быуаттар аша, төптән килгән энергетик то­йом­лау. Әҙәби тел – ул эсперанто. Беҙҙең башҡорт теле — бик бай, йырлы, моңло тел.
— “Ашҡаҙар таңдары”, “Ирәндек моң­да­ры”, “Урал батыр” ҡобайырын яттан һөйләү конкурстары — асылыбыҙҙы һаҡлай торған ижади лабораториялар, — тине Розалия Солтангәрәева.
Ышандыра белеү, халыҡсанлыҡ, темаға тоғролоҡ, шу­лай уҡ төҫтәргә диҡҡәт итергә кәрәклек тураһында ентекләп һөйләне фольклор белгесе. “Ап-аҡтан кейенгән коллективтар бар, ә халҡыбыҙ ҡыҙыл төҫкә өҫтөнлөк биргән. Аҡ төҫ гүр төҫө, ҡыҙыл төҫ ҡан яңыртыу, йәшәү мәғәнәһен аңла­та, — тине ул. — Әүәле яңы төшкән килендең өс йыл буйы мәке уйырға хаҡы булмаған. Бына шундай нескәлектәрҙе белергә кәрәк”.
— Ныҡ “байһығыҙ”, ҡайһы берәүҙәр 5 мең һумлыҡ күлдәк кейеп “бесән саба”, — тине режиссер Әлмира Ҡыуатова. — Бер иштән күлдәктәр, бер төҫлө француз яулыҡтары ябынып, ҡалыплаштырыуҙан арынырға кәрәк. Сәхнәгә сыҡ­ҡанһығыҙ икән, үҙегеҙҙе балҡытығыҙ, сығышығыҙ халыҡта һоҡланыу хисе уятырлыҡ, күңелдәрҙе дөрләтерлек булһын.
Дөйөм алғанда, һөйләшеү бик йәнле барҙы. Тәнҡит һүҙ­ҙәре генә түгел, аҡыллы фекерҙәр, матур-матур теләктәр, тәҡдим­дәр ҙә әйтелде, маҡтау телмәре лә яңғы­раны. Бындай күҙмә-күҙ осрашыу, әлбиттә, үҙ һөҙөмтәһен бирә — “Ашҡаҙар таңдары” йылдан-йыл яңы офоҡтар аса.
Байрам һуңында Розалия Солтангә­рә­ева, һәр ваҡыт­тағыса, залдағыларға тапҡыр ҡобайырҙары аша өндәште. Халыҡ та сәсәниәгә дәррәү ҡушылды.


Вернуться назад