Былтыр 24 декабрҙә үткән “Башҡорт йыры”ның гала-концертын ҡарағандан һуң хат яҙырға мәжбүр булдым. Был сара милли мәҙәниәткә — башҡорт халҡының йыр, бейеүҙәренә, ғөрөф-ғәҙәттәренә һәм йолаларына ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләүгә, сағыу таланттар асыуға йүнәлтелгән “Байыҡ” кеүек телевизион конкурсҡа тиң булырға тейештер.
Гала-концертҡа билетты алдан уҡ алдым. Ғүмер буйы башҡорт мәҙәниәтенән ситтә, Навои ҡалаһында йәшәп, әле Красноусолға күскән ике туған апайымды балалары менән, Минйәр ҡалаһындағы апайымды, улым менән киленемде лә саҡырҙым. Әммә был сара “Башҡорт йыры” түгел, ә “башҡортса йырлау” булып сыҡты. Ҡаты һынау үтеп, һайлап алынған йәш таланттар “тере” тауыш менән үлемһеҙ халыҡ йырҙарын башҡарыр тигән өмөтөм аҡланманы. Концертҡа саҡырған туғандарым да: “Маҡтаған “Башҡорт йыры”ң ҡайҙа?” — тип һораны.
Сценарий авторы ла, режиссер ҙа башҡорт йыры менән башҡортса йырлауҙы айырмаймы икән ни? Ике төшөнсә араһындағы айырманы белһәләр, татар авторҙарының (Х. Туфан һәм А. Бакировтың) “Әйткән инең...” йырын танылған артистар Фәдис Ғәниев менән Лилиә Биктимероваға башҡортса йырларға рөхсәт итмәҫ ине. Легендар йыр берәүҙе лә битараф ҡалдырмай, күңелгә үтеп инә, өҫтәүенә әгәр уны ошондай талантлы йырсылар башҡарһа. Әммә ул “Башҡорт йыры” түгел!
Сценарий авторы һәм режиссер, татар йырын башҡорт йырҙары иҫәбенә индереп, ике халыҡты бер-береһенә ҡаршы ҡуя тигән фекер тыуа.
Башҡорт йыры концерттың икенсе бүлеген алып барған Башҡортостандың халыҡ артистары Фирҙәт Ғәлиев менән Сара Буранбаеваның һүҙҙәрендә генә ҡалды. Улар, конкурсанттар шундай-шундай башҡорт йырҙарын оҫта башҡарҙы, тип һанап сыҡты. Конкурсанттар композиторҙарыбыҙҙың билдәле йырҙарын башҡарҙы. Әммә башҡорт йыры яңғыраманы. Республикабыҙҙың халыҡ артисы Абдулла ағай Солтановҡа рәхмәт. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул ике халыҡ йырын башҡарҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Ишемйәрованың халыҡ йыры менән сығыш яһауын да йылы ҡабул иттек. (Әйткәндәй, күптән түгел филармонияла Лилиә Ишемйәрова менән Урал Мортазиндың концерты үтте. Унда һәр йыр, һәр бейеү бәләкәй генә спектаклде хасил итте. Минеңсә, был сценарий авторына һәм режиссерға бәйлелер. Салауат Итбаев ҡуйған ошо ғаилә концерты тамашасылар өсөн ысын сәнғәт байрамы булды).
Яңыраҡ үткән “Гәлсәр һандуғас” телевизион конкурсының гала-концерты ла еңел йырҙарҙан төҙөлгәйне. “Башҡорт йыры” концертын “Гәлсәр һандуғас”тың дауамы кеүек ҡабул иттем.
Сценарист менән режиссер төп бүләкте яулаусы Айгөл Һағынбаеваға “Үҙ яғыма ҡайтһам” йырын башҡарырға ниңә рөхсәт иткәндер? Ул әҫәр ир-егеттәр өсөн тәғәйенләнгән бит. Әүәл-әүәлдән ир-егет кенә ҡайҙандыр — әрменән, һуғыштан, алыҫ сәйәхәттән, әле яртышар йыл дауам иткән вахталы эштән ҡайта, ә ҡатын-ҡыҙҙың иренән айырылып ҡайтыуы ғына мөмкиндер, моғайын. Тыуған тупраҡты ҡосоп ятҡан ҡатын-ҡыҙ — матур күренеш, тип әйтә алмайым. Концертты ҡуйыусылар, шул иҫәптән башҡарыусы ла был йырҙың ир-егет өсөн яҙылыуын белмәйме икән ни? Уны мәшһүр йырсыбыҙ Илфаҡ Смаков йырлай торғайны.
Ниңә залдағы тауыш кимәленә контроль юҡ икән? Санитар норма буйынса тауыш баҫымы иң күбе 80 дцб булырға тейеш. Әгәр был күрһәткес юғарыраҡ икән, ҡолаҡҡа һәм нервы системаһына зыян килеүе ихтимал. “Тере тауыш” булыр тип уйлағайным концерт алдынан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, залда шул тиклем ҙур шау-шыу торҙо, хатта ҡолаҡты томалап ултырырға мәжбүр булдым. Тауыш режиссерҙары гөрһөлдәү ни тиклем көслөрәк булһа, шул тиклем яҡшыраҡ тигән фекерҙәлер, моғайын.
Тамашасыларҙың күбеһе музыканың кешегә, уның ағзаларына файҙалы ла, зарарлы ла була алыуын белеп еткермәйҙер. Дүрт-биш нотанан торған музыка тилертә, аҡылды томалай. Был концертта ла шулай булды.
Минеңсә, Рәсәй дәүләтенең әлеге үҫеш осорона әхлаҡһыҙлыҡ, идеяһыҙлыҡ, оятһыҙлыҡ хас. Юғары сәнғәткә иғтибар бик аҙ, әҙәпһеҙ күренештәргә, ҡатын-ҡыҙ булып кейенгән ирҙәргә, арзан пародияларға өҫтөнлөк бирелә. Рәсәй телевидениеһы каналдарында көс ҡулланыу, енси тотанаҡһыҙлыҡ, үлтереш-талаш айырыуса “рекламалана”. Телевидениела террорға, ҡанһыҙлыҡҡа, милли дошманлыҡҡа өндәгән мәғлүмәттәр таратырға, тапшырыуҙар күрһәтергә ярамай икән, ниңә байтаҡ ҡына каналдарҙа енси аҙғынлыҡ тураһындағы тапшырыуҙар донъя күрә. Мәҫәлән, Рен-ТВ төнгө сәғәт 2-нән һуң әҙәпһеҙ тапшырыуҙар күрһәтә. Хатта миңә, медик-профессорға, оят булып китә.
Бер тамсы һыуҙың да, океан һыуының да формулаһы Н2О булған кеүек, бөтә илдәге күренештәр Башҡортостан Республикаһында ла көҙгөләгеләй сағыла. Ошондай осорҙа ла республикабыҙҙа рухты үҫтереү буйынса эш алып барырға тырышалар. Йыр, бейеү сәнғәтендә таланттар эҙләү ихтирамға лайыҡ.
Фекерҙәрем менән уртаҡлашҡас, бер уңайҙан былтыр 15 ноябрҙә V Бөтә Рәсәй әсәләр форумында күрһәтелгән концерт программаһы хаҡында ла әйтергә теләйем. Былар телевидениеға түгел, ә Мәҙәниәт министрлығына ҡағыла.
Сара режиссерының сәйәси яҡтан мәҙәниһеҙлеге һәм концерт программаһының уйланылмауы аптыратты. Форумда Рәсәй Федерацияһының 44 төбәгенән вәкилдәр ҡатнашты. Күптәре Башҡортостанға тәүгә килгән. Милли мәҙәниәт, Башҡортостандың йыр һәм бейеү сәнғәте хазиналары урынына итальян телендәге операларҙан ариялар, хәҙерге композиторҙарыбыҙҙың йырҙары башҡарылды, үҙешмәкәр артистарҙың бейеүҙәре күрһәтелде. Хатта залда ултырған ҡунаҡтар ҙа Башҡортостанға ғына хас милли үҙенсәлектәрҙең күрһәтелмәүенә ғәжәпләнде. Сәхнәлә барған бындай тамашаны улар үҙҙәрендә лә ишетә һәм күрә бит.
2009 йылдың июнендә Иркутск өлкәһенең Ангарск ҡалаһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй конференцияһына барғаным хәтерҙә. Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты директоры, академик В.С. Рукавишников ғилми конференцияның мәҙәни программаһына бүрәт халҡының үҙенсәлектәрен сағылдырған йырсыларҙы, бейеүселәрҙе, ҡумыҙҙа, барабанда уйнаусыларҙы, өзләүселәрҙе саҡырған. Уларҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән рәхәтләнеп ҡараныҡ. Күңелдәрҙә ошо ерҙәге сәнғәттең йылылығы һаҡланып ҡалды. Бүрәт халҡының мәҙәни байлығын тағы ҡайҙа күрер инем. Төбәккә махсус барыу мөмкинлеге бик һирәктәргә эләгә. Сараның аҙағында В.С. Рукавишников: “Бәлки, был яҡтарға башҡаса килә алмаҫһығыҙ, шуға күрә һеҙгә борон-борондан ошо ерҙә йәшәгән бүрәт халҡының үҙенсәлекле сәнғәтен күрһәтергә тырыштым, ә урыҫ йырҙарын һәм бейеүҙәрен үҙегеҙгә ҡайтҡас та ҡарарһығыҙ”, — тине.
Өфөнөң хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы (элегерәк гигиена һәм профессиональ ауырыуҙар) ғилми-тикшеренеү институтындағы эшем СССР һәм Рәсәй Федерацияһы буйлап командировкаларға сығыу менән бәйле ине. Төрлө төбәктәрҙә һәр саҡ музейҙар, театрҙар, концерт программалары менән ҡыҙыҡһындым. Теге йәки был халыҡтың мәҙәниәте менән яҡынданыраҡ танышыу маҡсатында фольклор сараларына барырға тырыша инем. Белоруссия, Украина, Үзбәкстан, Тажикстан, Чечен-Ингуш АССР-ы (элек шулай атала ине), Латвия, Мордва, Ханты-Манси округы һәм башҡа төбәктәрҙә шулай булды. Беҙ “Сәнғәт кенә бөтә телдәрҙә һөйләшә” тигән хәҡиҡәтте онотмаҫҡа тейешбеҙ.
Ниңә Башҡортостандағы төп халыҡтың сәнғәте менән таныштырыуҙан тартынырға тейешбеҙ. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов халҡыбыҙ хаҡында ғорурланып: “Халҡым бер кемдән дә кәм түгел!” — тип юҡҡа ғына яҙмағандыр.
Мәхмүзә ҒӘЙНУЛЛИНА,
медицина фәндәре докторы, Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институтының төп ғилми хеҙмәткәре.