Йырсыны сәскәгә күмделәр01.02.2012
Был донъяла һәр беребеҙҙең үҙ тормошо, һәр тормоштоң үҙ йүнәлеше бар. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, "Башҡортостан" дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы хеҙмәткәре Резеда Әминева ла үҙе һалған һуҡмаҡтан ышаныслы аҙымдар менән атлай. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Резеда Рәүеф ҡыҙының концерты алдынан бәхетте нисек аңлауы тураһында уға һорау бирҙем. Бына нимә тине йырсы: "Яратҡан эшем бар, йырҙар ижад итәм, өс бала әсәһемен. Донъямдың бөтөн булыуы өсөн тағы нимә кәрәк?!"
Тыуған көнөндә концерт ойоштороп, Резеда Әминева үҙенә күркәм бүләк эшләне. Өҫтәүенә быйыл ижадына 25 йыл тулған, етмәһә, ошо көндәрҙә генә йырсының ике аудиоальбомы сыҡҡан – уларҙың "исем туйы" ла бер юлы үтте.
Кисәнең "Был тормошто нисек яратмайһың?" тигән йыр менән асылыуы, ысынлап та, юҡҡа түгел ине. Башҡортостандың Матбуғат һәм киң элемтә министрлығының бүлек начальнигы Мөхәмәт Бағышаевтың сығышында ла ошолар асыҡ сағылыш тапты.
– Резеда Әминеваның ижады халыҡсан булыуы менән бүтәндәрҙән айырыла, һәр сәнғәт әһеленең үҙенең генә тамашасыһы була, был йәһәттән ул бәхетле. Йырсы тормошҡа оло һөйөү менән ҡарай, – тине ул һәм, Борис Мелкоедовтың ҡотлау хатын уҡып ишеттереп, министрлыҡтың Маҡтау грамотаһын тапшырҙы.
"Аҡ бурандар, аҡ хыялдар", "Ҡышҡы сейә" кеүек йырҙарҙы күптәр хыял донъяһына сумып тыңлағандыр.
Дуэттарҙы һәр кем түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Резеда Әминева менән Фәрүәз Урманшин башҡарыуындағы "Һин — байрам", "Яңғыҙҙарҙы кемдәр яратыр" тигән йырҙар халыҡтың күңеленә хуш килде.
Ижадташ дуҫтары – Гөлүзә Арыҫланова, Роза Сәхәүетдинова, Гәүһәр Йосопова, Азат Айытҡолов, Айҙар Ғәлимов һәм башҡалар ҙа йөрәк һүҙҙәрен моң-йыр аша еткерҙе.
Күркәм кисәлә Резеда Әминеваның әсәһен күреү ҡыуаныслы булды. Ә бына ҡыҙы Алина Ғиниәтуллина ғәзиз кешеһенә күстәнәс әҙерләгән – ул күңелле йыр ишеттерҙе. Әйткәндәй, Бөрйән районы хакимиәте башлығы Динир Әхмәтйәнов юбилярға арғымаҡ бүләк итте. "Бөрйәндәрҙең ҡайнар сәләмен ҡабул итеп ал, һеҙҙе унда ла көтәләр. Ғәлиәкбәр һылыуының талантына һоҡланыуыбыҙ сикһеҙ", – тине район етәксеһе.
Беҙҙә халыҡтың концертҡа сәскәләр тотоп килеүе – һирәк күренеш, тигәйне берәү. Минеңсә, был фекер бик үк дөрөҫ түгел. Был концертта халыҡ Резеда Әминеваны сәскә гөлләмәләренә күмде.
Илдар АҠЪЮЛОВ


Вернуться назад