Дуҫтар табыуы еңел түгел, бигерәк тә ышаныслыларын. Ауыр саҡта терәк-таяныс һәм рухташ булырҙайҙарын. Әбйәлилдең “Урал ҡыҙҙары” ла, “Башҡортостан”ға дәррәү яҙылып, иң яҡын фекерҙәштәр икәнлеген раҫланы.
Асҡар ауыл биләмәһендә ойошторолған “Урал ҡыҙҙары” бейеү коллективына райондың иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарының береһе Мәҙинә Ибраһимова етәкселек итә. Бында, йәшенә һәм һөнәренә ҡарамай, бер-береһен ихтирам иткән, дәртле һәм бейеүгә маһир гүзәл заттар тупланған. Иң олоһона 65 йәш булһа, йәшерәктәре 55-тән өҫтә. Ҡасандыр төрлө өлкәлә эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, “Урал ҡыҙҙары”ның барыһы ла бейеүгә маһир. Мәҫәлән, Мәҙинә Ибраһимова – районда билдәле умартасы, Динә Солтанова һәм Сәкинә Тайыпова оҙаҡ йылдар төҙөлөштә хеҙмәт иткән, Гөлсөм Хәкимова, Әминә Килмөхәмәтова һәм Резеда Суфиянова – уҡытыусы, Гөлнур Нафиҡова – ашнаҡсы, Гөлсирә Зарипова – яғыулыҡ ҡойоусы, Фәниә Мусина – тегенсе. Ә бейеүҙәр һалыусы Фәүҡинур Фәтҡуллина данлыҡлы “Йәшлек” бейеү ансамбленең алыштырғыһыҙ солисы булған.
– “Башҡортостан” гәзите менән күптән дуҫбыҙ. Ул иғлан иткән “Талантлыны данлай “Башҡортостан” конкурсында ла ҡатнашабыҙ. Дуҫҡа хыянат итеү беҙгә ят, шуға күмәкләшеп, киләһе йылда ла гәзитте алдырасаҡбыҙ, – тине “Урал ҡыҙҙары” ансамбле ағзалары.
Бейеүгә ҡарата һөйөү уларҙы ҡайһы тарафҡа ғына илтмәй! “Мин тормошто яратам!” бәйгеһендә ҡатнашһындармы, байрамдарҙа район сәхнәһендә сығыш яһаһындармы – һәр саҡ тамашасы уларҙы көслө алҡыштарға күмә. Йөрәктәрендә дәрт һүрелмәһен, ололарса олпатлыҡ, ихласлыҡ һәм халыҡсанлыҡ юлдаш булһын, өлгө күрһәтеп, һәммәһен дә ҡыуандырып сығыш яһарға насип итһен. Киләсәктә лә гәзит менән бәйләнештәре өҙөлмәһен ихтирамға лайыҡ ил инәләренең.