Өфө ҡыҙы Гүзәл Сөләймәнова (1927 – 1969) Ленинград хореография училищеһында бейеү серҙәренә өйрәнә башлағанда уҡ үҙенә оло маҡсат ҡуя – сәхнәнән төшмәүсе артистар кимәленә күтәрелеү, хатта донъяны яулау.
Ысынлап та, Гүзәл Ғәли ҡыҙына уңыш йылмая, артист күп еңеүҙәргә өлгәшә, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы тигән юғары исемдәргә лайыҡ була. 1945 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында "Баҡсаһарай фонтаны" балетында ул Мария образына инә. Шунан алып йәш артист театрҙың балет труппаһында эшләй башлай, уға төп партияларҙы ышанып тапшыралар. П. Чайковскийҙың "Аҡҡош күле" әҫәрендә — Одетта-Одиллия, Л. Степановтың "Сыңрау торна"һында — Зәйтүнгөл, А. Ключаревтың "Тау әкиәте"ндә — Зарифа, Х. Әхмәтов менән Н. Сабитовтың "Тау бөркөтө" балетында Әминә кеүек ролдәр уға киң танылыу килтергән. Гүзәл Ғәли ҡыҙы "Ҡара йөҙҙәр"ҙә (авторҙары – Х. Заимов менән А. Чугаев) Ғәлимә партияһын башҡарып, башҡорт ҡыҙы образын тулыһынса асыуға ирешә.