Кешеләр яҙмышын уйлап йәшәне01.02.2012
Кешеләр яҙмышын уйлап йәшәнеӘҙиптәрҙең тормош юлына байҡау яһаһаң, уларҙың күбеһе республикабыҙҙың төп баҫмаһы "Башҡортостан" ижтимағи-сәйәси гәзитендә сынығыу үткән. Күренекле шағир һәм драматург, Ҡыйғы районы уҙаманы Рафаэль Сафин да (1932 – 2002) баҫмабыҙҙың әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеген етәкләгән.
Шағирҙың "Тормош ҡушыуы" исемле беренсе китабы 1956 йылда баҫыла. Артабан да ул шиғриәт һөйөүселәрҙе өр-яңы әҫәрҙәре менән даими шатландырып тора. "Мин белмәйем тыныс һөйөүҙе", "Ышаныс", "Аҡбуҙат", "Яҙҙар көтәм" кеүек тәрбиәүи китаптары — шуға асыҡ миҫал. Уның шиғриәте тормош һәм кешеләр яҙмышы хаҡында тәрән уйланыуҙар менән һуғарылған.
Рафаэль Әхмәтсафа улы драматург булараҡ та яҡшы таныш. Уның "Йәнбикә", "Тилекәй", "Ҡыр ҡаҙҙары" исемле спектаклдәре театрҙарҙа ҙур уңыш менән барҙы.


Вернуться назад