Башҡорт01.11.2014
Кисәгең дә, бөгөнгөләй,
Күңелемә яҡын минең.
Мостай Кәрим.
Бөгөнгөләй, уның үткәне лә
Уйылып ҡалған Урал ташына...
Ҡурай осонан һыҙылып тамған моңо
Ал ҡан булып ташҡа яғылған.
Ҡайғыларҙан ҡайылып сигелһә лә
Тирмәләрҙең һоро биҙәге,
Йөрәгендә ятҡан эйәрле ат
Шылтыратҡан, сапсып, йүгәнен.
«Уралым!» — тип оран ташлап ауһа,
Күмгәндә лә тупраҡ-ер үҙен,
Йөрәгенән сығып, эйәрле ат
Сапҡан яуға,
Ир данына биреп теҙгенен.
Үткәнеләй, бөгөнө лә данлы,
Тик ҡайымай данды ҡайғы, ҡан:
Яурынында бәхет ҡошо һайрай,
Эйәренә ҡунып килә таң!
Юл
Нисә быуын ғүмер бынан
Сәфәр сыҡҡан таң яғына, —
Бар өмөтөн уйға аҫып,
Бар байлығын — таяғына...
Һаумы, юлым! Һин — минеке.
Шул юлдарҙа минең Ватан.
Шул юл буйлап Ер йөҙөнә
Ватанымдан урғыла таң.
Баҫып торам — кескәй кеше —
Бейеклеккә хайран ҡалып,
Бынан, ҡылыс болғай-болғай,
Тарих уҙған ажарланып.
Юл — үлемһеҙ. Уттарыңа,
Бураныңа китмәй иҫе.
Замандарҙың көсөн ала
Уға аяҡ баҫҡан кеше.
Билем бөгөп башым эйәм...
Оһ, мин беләм: уның аша
Мең-мең нурлы ептәр менән
Йөрәгемә ил тоташа.
Бөйөклөк тә, ябайлыҡ та
Алмағанмы ғүмер юлдан!
Ә ул йәшәй тыныс, сабыр,
Уғамы шан, уғамы дан?!
Уҙған саҡта, сабый ҡулдан
Төшөп ҡалһа бер гөл кинәт —
Ошо уға иң ҙур бүләк...
Мин тауҙарға
ҡарап уйланам
Мин тауҙарға ҡарап уянам,
Мин тауҙарға ҡарап уйланам.
Ғорур нурға сумған тын түбәләр
Өҫтән ҡарай хатта йылдарға,
Башын эймәй атлап инә улар
Шағир йөрәгенә, йырҙарға...
Аҙмы ғорур, шашҡын сәмгә тулып,
Бәхәс тотҡан ярһып, — ҡолаған.
Ә тау һаман мәғрур көлөп тора
Болоттарҙан өҫтөн, йоланан.
Мин тауҙарға ҡарап уянам,
Мин тауҙарға ҡарап уйланам.
Бирегеҙсе, тауҙар, ғорур тауҙар
Йылдар асҡысының тылсымын!
Мин тынлыҡты ташлап, даулы юлға
Көрәш эҙләп сыҡҡан юлсымын.
Кем көрәшмәй — ул еңелмәй бары,
Тик еңмәй ҙә... Йомаҡ. Гел яйлы, —
Турғай туны кейгән бөркөтмө ул,
Бөркөт туны кейгән турғаймы?
Кем һуң белә?!
Мин тауҙарға ҡарап уянам,
Мин тауҙарға ҡарап уйланам.
Тауҙар ғорур. Хатта улар ҙа бит
Емерелә бер саҡ, тарала.
Билен болот быуған ҡаяларҙан
Тороп ҡала тик таш — хараба...
Яҙҙар үтеп, ғүмер көҙө етеп,
Көн йөҙөнә асыл асылғас,
Был донъяға ғорур йәшәү хаҡы —
Ҡалҡып сыға аҫтан аҫылташ!
Мин тауҙарға ҡарап уянам,
Мин тауҙарға ҡарап уйланам.
Атлап барам. Ләкин килер бер көн, —
Таңға өҙөлөп нисек ҡарама,
Боҙҙай һалҡын һыуға тынын бөркөп,
Ергә ятыр кәүҙә — хараба...
Күк күкрәтер хистәр, ашҡыныуҙар,
Бөтәһе лә һүнер, юғалыр...
Әйтегеҙсе, тауҙар, әйтегеҙсе,
Ергә бүләк минән ни ҡалыр?..
Тауҙар, тауҙар!
Мин тауҙарға ҡарап уянам,
Мин тауҙарға ҡарап уйланам.
***
Үҙгәрәләр был донъяла бөтәһе лә,
Хөкөмдарҙар килә-китә, елә-үтә.
Ваҡыт аға замандарҙы тетә-тетә,
Бүтән яҙмыш текләп тора, йылдар үтә.
Бүтән бөгөн. Бүтән бәхет, шатлыҡтар ҙа,
Элеккесә түгел хатта ваҡлыҡтар ҙа,
Йылдар еле ярғылаған Ер өҫтөнән
Дәүләттәр ҙә ағып уҙған, халыҡтар ҙа...
Хаким булып тороп баҫҡан ҡолдар хәҙер,
Ерҙең үҙен күтәрерлек ҡулдар хәҙер,
Ҡылыс сапһа йыртылмаҫлыҡ йылдар хәҙер,
Боғалаҡҡа оҡшап тормай юлдар хәҙер.
Үҙгәрәләр был донъяла бөтәһе лә, —
Фәлсәфә лә үҙгәрешһеҙ түгел, түгел,
Үҙгәрәләр был донъяла бөтәһе лә, —
Һәм шул асыл үҙгәрмәй гел, үҙгәрмәй гел.
Ғүмер
Аҙмы йылдар, еткән сәтләүектәй,
Ярылғандар Ергә бәрелеп.
Тосо уның кешелеккә ҡалған,
Ҡабыҡтарын йотҡан Мәңгелек.
Аҙмы йылдар килгән. Килгән, киткән...
Минең йөрәкме ни һанаған!
Мәңгелеккә тылсым — тосто биреп,
Ҡабыҡ тотоп кем һуң ҡалмаған.
Кем ҡалмаған... Ә һуң үҙем? О, юҡ!
Көсһөҙлөктән көслө көслөлөк.
Йөрәгемдә ғүмер берәү түгел,
Берәү түгел кеүек, биш кеүек.
Биш ғүмерле кеше кеүекмен мин,
Аҙмы ялҡын, аҙмы ут яна,
Һәр бер таңда минең йөрәгемдә
Башланмаған ғүмер уяна!
Биш булмаһын, әйҙә, берәү булһын,
Ваҡ бәхеткә тик мин табынмам.
Үткән ваҡыт — минен өсөн үлеп,
Халҡым өсөн тыуыр яңынан!
Аҙмы йылдар, еткән сәтләүектәй,
Ярылғандар Ергә бәрелеп.
Тосо уның кешелеккә ҡалған,
Ҡабыҡтарын йотҡан Мәңгелек.
* * *
Ер өҫтөнән, һулыған япраҡ булып,
Юҡ, мин бушҡа осоп уҙмамын:
Үҙ йырына ҡушып минең йырҙы,
Урман шаулар, минең урманым.
Килә секунд. Уҙа, уҙа... Йөрәк
Алып ҡала утын, нурҙарын...
Баш осомда — йә ай, йәки ҡояш...
Урман шаулай, минең урманым.
Ҡулын һалыр бер саҡ иңгә ваҡыт,
Беләм уның нимә һорарын...
Үҙ йырына ҡушып минең йырҙы,
Урман шаулар, минең урманым.