Ҡәләмен мылтыҡҡа алмаштырҙы01.02.2012
Ҡәләмен мылтыҡҡа алмаштырҙыБөйөк Ватан һуғышы башланыу менән күп әҙиптәр ҡәләмдәрен мылтыҡҡа алмаштырҙы. Башҡорт шағиры Хөсәйен Ҡунаҡбай ҙа (1912 – 1943) – шулар рәтендә.
Яңы ғына юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгесте "Ҡыҙыл Башҡортостан" гәзитенә эшкә саҡыралар, һуңынан "Башҡортостан" радиокомитетында көсөн һынап ҡарай, мәктәптә уҡытыусы эшен дә алып бара.
Дошман илебеҙҙең сиген боҙоп үтеү менән ул беренселәрҙән булып фронтҡа китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1943 йылда Ольховатка ауылы өсөн барған ҡаты алышта яҡташыбыҙ һәләк була. "Дуҫлыҡ тураһындағы йырҙар" – яҙыусының тәүге ижад емеше. Киң ҡатлам уҡыусылар башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының әсе яҙмышына бағышланған "Хәтимә" поэмаһын яҡшы хәтерләй. Сығышы менән Әбйәлилдән булған Хөсәйен Ҡунаҡбаев бүтән әҫәрҙәрендә лә дуҫлыҡҡа, татыулыҡҡа дан йырлай, Ватанды һөйөргә саҡыра, берҙәмлеккә әйҙәй.


Вернуться назад