Хуш еҫле кәрәҙле бал01.11.2014
Хуш еҫле кәрәҙле бал Рәшит Назаров — башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, бөтә төрки, хатта донъя әҙәбиәтендә һоҡланғыс күренеш, бөйөк шағир. Ул – башҡорт халҡының шиғри фекерләү ҡеүәһен юғары кимәлдә сағылдырған талант. Бындай ижадсы, билдәле, тиҙ өлгөрә, шиғриәт йондоҙона осоп ҡына түгел, атылып менә. Ер-Һыуҙы, тәбиғәтте, күк есемдәрен, кеше күңелен, тормошто — бөтә әйләнә-тирәне образдарҙа күҙәтеү, үҙенсәлекле фекерләү аша сағылдыра алыу маһирлығы уға, әлбиттә, тәбиғәт бүләк иткән илһам да, көс тә, яҙмыш та. Шағир быны үҙе лә яҡшы белгән, юҡҡа ғына бер шиғырында:
Мин донъяның тынын тоя инем
Ун һигеҙҙә генә көйөмә, —
тип яҙмаған. Рәшит Назаров уҡыусы күңелен тиҙ яуланы, олоһо ла, кесеһе лә уның ижадына һоҡланды, ғәжәпләнде, таң ҡалды. Башҡаса мөмкин түгел. Йәш шағир башҡорт шиғриәтенә яңы һүҙ, яңы сер алып килде. Уратып алған мөхитте, кешенең эске донъяһын, уй-кисерештәрен фәлсәфәүи үҫеш-ағыштар, һоҡланғыс образдарҙа күҙаллаған үтә киң ҡоласлы йәш шағир беҙҙә, бәлки, тәүләп күренгәндер. Сөнки уның шиғриәте эстәлек, йөкмәтке һәм образлылыҡ көсө менән бергә, формаһы яғынан да новатор ижад булды. Шағирҙың киң ҡоласлы, масштаблы һүрәтләү сараларының төрлөлөгөнә хайран ҡалған кеүек, нәфис һынландырыуҙың күп төрлө үрнәктәренә нигеҙләнгән булыуын күреп тә һоҡланып бөтә алмайһың.
Рәшит Назаров ҡыҫҡа ғына ижад осоронда республика, ил, бөтә донъя хәл-ваҡиғалары менән бары ҡыҙыҡһынып ҡына йәшәмәй, күңеле-уйы менән улар эсендә ҡайнай, уйлана, ҡыуана, нәфрәтләнә. Үҙе яҙғанса, бөтә ғаләм, гүйә, уның “ҡәләм осонда”. Ә үткән быуаттың 60-сы йылдар башында уларҙың ниндәйҙәре генә булманы! Совет кешеһенең сиҙәм ерҙәрен үҙләштереүҙән алып Йыһан киңлектәренә тиклем күтәрелеүе ижадсылар йәнен дә күккә алып осто. Шиғриәт байрамдары, залдарға ғына һыймай, майҙандарға сыҡты. Ҡайһы бер исемдәр ғүмерлеккә донъя сәхнәләрен яуланы.
Рәшит ижадының башы ошо осорға тап килеүе лә, ҡоласлы ҡанат киреүе лә тәү ҡарашҡа осраҡлы күренһә лә, моғайын, юҡтан ғына булмағандыр. Ә инде 1962 – 1964 йылдарҙы Назаров ижадының балҡышы – күк һәм күңел йыһанына осош башланған мәле, тип атарға була.
Рәшит Назаровтың, үҙе әйтмешләй, “һәр һүҙе күҙ яуын алған” алтынға бәрәбәр ижадын бөртөкләп йыйыу, туп­лау, халыҡҡа еткереү тамамланған эш түгел әле. Шағир Риф Мифтахов уның өс китабын (береһен – Татарстан китап нәшриәтендә), һайланма әҫәрҙәренең күләмле ике томлығын баҫтырып сығарыуға өлгәште. Шағирҙың тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы Башҡортостан “Китап” нәшриәте уның “Ер һәм Йыһан йыры” исемле китабын әҙерләй. Бында Рәшиттең бығаса йыйынтыҡтарында донъя күрмәгән “Гөлбикә”, “Һалдат бәхете” исемле ике поэмаһы нәшер ителәсәк.
Бал татын-тәмен белергә бары кескәй генә балғалаҡтан ауыҙ итеү ҙә етә. Рәшит Назаров шиғриәте – шундай хуш еҫле кәрәҙ ул.




Вернуться назад