Тос фекерле ғалим01.02.2012
Тос фекерле ғалимБашҡорт әҙәбиәте ғилеменең үҙенсәлектәрен һәм нескәлектәрен тулыһынса үҙ эсенә алған "Әҙәбиәт теорияһы" исемле монографияһы менән Ким Әхмәтйәнов (1932 – 1980) үҙенә һәйкәл ҡуйҙы тиһәк, хата булмаҫ.
Зәңгәр күлдәргә бай һәм мул һыулы Ҡыҙыл йылғаһы менән дан тотҡан Әбйәлил тураһында һүҙ сыҡһа, шунда уҡ унда тыуып үҫкән арҙаҡлы шәхестәр күҙ алдына баҫа. Ким Әбүзәр улы ла ошо яҡтың һыуын эсеп үҫкән, тыуған ауылы – Әлмөхәмәт. Егет тәүҙә Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай, һуңынан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә урынлаша. Уҙған быуаттың 50-се йылдары аҙағынан башкөллө әҙәбиәт ғилеме өлкәһенә сума, бер үк ваҡытта тәнҡит йүнәлешендә лә әүҙем эшләй.
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ким Әхмәтйәновтың "Башҡорт поэмаһының композиция мәсьәләләре", "Ғ. Сәләм. Тормошо һәм ижады" китаптары шулай уҡ киң ҡатлам уҡыусыларға яҡшы таныш.


Вернуться назад