Матбуғатҡа битараф түгелдәр01.02.2012
Матбуғатҡа битараф түгелдәрСапыҡ мәктәбендә беҙҙе шатлыҡлы хәбәр менән ҡаршыланылар: уҡыусылары тарих, инглиз теле буйынса район олимпиадаларында еңеү яулаған, ә уҡытыусылар гәзитебеҙгә дәррәү яҙылған.
– “Башҡортостан”ды йыл да барлыҡ коллектив тиерлек алдыра. Гәзиттең эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән мәҡәләләрен хуплайбыҙ. Тағы ла милли сәйәсәт кеүек үтә нескә өлкәне уңышлы яҡтыртыуын билдәләге килә, сөнки үҙебеҙ ҙә күп милләтле мәктәп һаналабыҙ, – тине директор Рафиҡ Хәсәнов.
Туғыҙ йыллыҡ белем усағына күрше ауылдарҙан башҡорт, татар, урыҫ, мордва балалары йөрөп уҡый икән. Уҡытыусылар коллективы ла күп милләтле.
– Хеҙмәттәштәребеҙ һәм уҡыусыларыбыҙ үҙ-ара татыу. Минеңсә, республикалағы, ғөмүмән, илдәге именлек ошондай мәктәптәрҙән башлана, – тине Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булған урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Земфира Ибраһимова.
Сапыҡ уҡытыусыларының татыулығы ғына түгел, уңғанлығы һәм әүҙемлеге лә күптәр өсөн өлгө. Уҡыусылары менән уртаҡ тырышлыҡ һалып үҫтергән мәктәп баҡсаһы йыл да район конкурстарында ыңғай баһалана. Йыйған уңыштары уҡыу йылының башынан алып аҙағынаса ашханала туҡланырға етә, тиҙәр.
Ҡышҡы каникулда ла тик ятырға яратмай мәктәп коллективы – күрше ауылдарҙан олоһон да, кесеһен дә саҡырып, спорт ярыштары үткәрергә ғәҙәтләнгәндәр. Акциябыҙға ҡушылып, улар заман яңылыҡтары менән йәнәш барыуҙарын, милли матбуғатыбыҙ яҙмышына битараф булмауҙарын да раҫланы.
Нурзиә ЙЫЛҠЫБАЕВА
Күгәрсен районы.


Вернуться назад