Дәрт һалайыҡ күңелдәргә01.02.2012
Дәрт һалайыҡ күңелдәргәТанылған йырсы Риф Бикбаевтың төрлө уй-маҡсат менән янып йөрөүенә күптәребеҙ шаһит. Ауылда ғүмер итеүенә ҡарамаҫтан, ул баш ҡала тамашасылары өсөн дә күңелле ял минуттары бүләк итте. Былтыр ноябрь аҙаҡтарында йырсының Өфөлә бик матур кисә ойоштороуы — шуға асыҡ миҫал. Риф Ғариф улы тағы бер ижади проекты тураһында һөйләне.
– Һау-сәләмәт тормошто пропагандалауҙы күҙҙә тотҡан проект хаҡында электән уйландым, уның уңышлы барыуына шигем юҡ, – тип башланы һүҙен йырсы Риф Бикбаев. – Халыҡта “Һаулығың – байлығың” тигән мәҡәл бар. Бүтән концерттарҙан айырмалы, был сара мәҙәниәт йортонда түгел, ә белем усағында уҙғарыла. Мәҫәлән, Көйөргәҙе районының Таймаҫ урта мәктәбендә ойошторолғанында уҡыусы балаларҙан тыш ауыл халҡы ла күпләп ҡатнашты. Кисәлә халҡыбыҙҙың йыр-моңо яңғыраны, бейеүҙәр башҡарылды. Бынан тыш, төрлө уйындар ҙа үткәрәбеҙ. Билдәле, сос һәм етеҙҙәр бүләк ота. Ғәҙәттә, тамашасы ни өсөндөр йомолоп ҡала, ә беҙ олоһон да, кесеһен дә уйнатырға ынтылабыҙ, күңелдәренә дәрт һалырға тырышабыҙ. Уны бүтәнсә концерт-шоу тиһәң дә ярай. Йәнә эске бер ниәт бар – егет һәм ҡыҙҙар араһынан таланттарҙы эҙләү, уларҙы сәхнәгә әйҙәү. Йыр-моңға маһирҙар ифрат күп бит. Осрашыу дискотека менән тамамланып ҡуя. Шулай уҡ Мәләүез районында (Смаҡ һәм Һарыш мәктәптәре), Күгәрсен районында (Теләүембәт) кисә шаулап-гөрләп үтте. Концерт-шоу киләсәктә лә дауам итәсәк.
Унда Валерий Ғималов етәкселек иткән "Шихан" төркөмөн йәлеп итеүем осраҡлы түгел. Был егет талантлы. Ул үҫеп килеүсе йәш быуынға сәләмәт һәм айыҡ тормош алып барыу йәһәтенән өлгө.
Минең бәләкәй генә тәҡдимемде күтәреп алыусы ағайҙарға һәм дуҫтарыма – Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусинға, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитовҡа, Күгәрсен районының Туйөмбәт ауылы фермеры Рәйес Ҡунаҡбаев менән Тәүәкән ауылындағы хужалыҡ рәйесе Ғайса Янбаевҡа, Көйөргәҙе районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илнур Туйгилдинға — рәхмәтем сикһеҙ.
А. МӨХӘМӘТОВ яҙып алды.


Вернуться назад