Юҡ ҡойроҡҡа – “ҡойроҡ” йәки Мәктәп ниндәй белем бирә?31.10.2014
Юҡ ҡойроҡҡа – “ҡойроҡ” йәки Мәктәп ниндәй белем бирә?
Теләһә ниндәй ҙә һәйбәт башланғысты юҡҡа сығарам тиһәң, уны барса халыҡ хөкөмөнә ҡуй ҙа ҙурҙан бәхәс ойоштор. Быны беҙгә йәмғиәтебеҙ әйләнгән һайын күрһәтеп, дәлилләп тора. Тел биҫтәләре бының өсөн «демократия» тигән тапҡыр ғына аңлатма ла уйлап сығарған. Йәнәһе, һеҙ нимә, кешеләр, беҙ бит барса халыҡ менән кәңәшләшеп, уның ихтыяжын ҡайғыртып, ихтыярын иҫәпкә алып эш итәбеҙ!..

Ләкин донъяла һәр нәмә лә тотош халыҡ фекерен күҙ уңында тотоп, бигерәк тә бөтә халыҡ мәнфәғәте өсөн атҡарылмағанын яҡшы беләбеҙ. Бигерәк тә XXI быуатта – глобализация тигән оло үҙгәрештәр барышында, ха­лыҡтар ғына түгел, айырым төркөм кешеләр ҙә ҡырҡҡа бүленеп, уң ҡул ни эшләгәнен һулы белмәй башлағанда. Был хәрәкәттең халайыҡтарҙы берләштереүгә түгел, ә бүлгеләүгә килтергәне Ер шарының һәр мөйөшөндә барған һуғыштарҙа күренә. Хәйер, донъя кимәлдәренән ябайыраҡҡа, үҙебеҙ тирәһенәрәк төшәйек әле.
Мин бер нисә йыл инде, тәржемә итеүсе булараҡ, илебеҙҙә урыҫ телен өйрәнеү мәсьәләләре менән ентекле шөғөлләнәм. «Ағиҙел» журналында асылған «Тәржемә мәктәбе» тигән рубриканың да маҡсаты шул: һәр башҡорт та урыҫса уҡый белгәндә, беҙгә хәҙер башҡорт әҙәбиәтен урыҫ теленә, уның аша башҡа телдәргә сығарыу мөһимерәк. Ләкин шуныһы ҡыҙыҡ: был темаға тәрәнерәк кергән һайын, илебеҙҙә һәм донъя­ла рус теле мәсьәләһенең үтә лә тәрән һәм ҡатмарлы икәнлегенә генә түгел, ә хәлдең шундай булыуында иң беренсе нәүбәттә урыҫтарҙың үҙҙәре ғәйепле икәнлегенә инана ғына бараһың…
Журналист булараҡ, мин кешегә «ярамаған» һорау­ҙар бирергә яратам. Бына ҡыҙым менән 9-сы кластың Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы (ДЙА) тестарын сисеп ултырабыҙ. Әйткәндәй, ул 1 сентябрҙә мәктәпкә китте лә бер ҡосаҡ дәреслектәр урынына саҡ күтәреп ана шул ДЙА тестары өлгөләрен алып ҡайтты. Һорау алыу китте:
– Һиңә нимәгә улар?
– Әҙерләнергә.
– Ә нимәгә әҙерләнергә?
– Имтиханға.
– Һуң, һин бит 11-се класты тамамларға йыйынаһың, ДЙА нимәгә һиңә?
– Белмәйем, ҡушалар бит.
– Тапшырмаһаң… 10-сыға күсермәйҙәрме?
– Әллә, әйтмәнеләр…
– Туҡтале, әле бит 9-ҙа ла йыл буйы уҡыйһы бар, бөгөн 1 сентябрь генә бит?
– …
– Туҡта, беҙ биологиянан мәктәп аҙағында ла имтихан бирмәнек тә!
– Беҙ ҙә ул предметты белмәйбеҙ әле – ботаника, зоология үттек, география тағы…
– Ә тестар ниңә улай булғас?
– …
Бына шулай, хәҙер ҡыҙым ял көндәре шул тестарҙы сисеп аҙаплана. Миңә лә ҡыҙыҡ булып китте. Амбра­зураға ташланырҙай булып, йә үлем, йә ДЙА тип әҙер­ләнерлек нимә бар икән һуң уларҙа? Беҙ ҙә ғүмеребеҙҙә меңәрләп үк булмаһа ла, йөҙәрләп (8-се, 10-сы клас­тарҙа, институтҡа ингәндә, йылына ике тапҡыр ундағы сессияларҙа, тағы ла бер вузда, аспирантураларҙа һ. б.) имтихан тапшырған кешеләр, ә бит иртәгә яуап тоторға барырға тип иҫкә төшөрмәһәләр, уларға былайтып махсус әҙерләнеү башҡа ла инеп сыҡмай торғайны бит! Белгәнең – үҙең менән, ашап туймағанды ялап туйып булмай, ти халыҡ та. Күпмегә белгәнеңде баһалайҙар ҙа сығаралар, бер ҙә үлем түгел. «Өслө»нө килгән өсөн дә ҡуя инеләр – төптө белмәгән кеше йөрөй буламы им­тиханға? Тотондом сисергә! Әллә, бая әйтеүемсә, журналист булғанғамы, һорауҙар шунда уҡ башланды.
Беренсе эләккән тест биологиянан ине. Быны миңә өйрәтәһе юҡ, үҙем биолог. Тик бына ҡыҙыҡ: эт һүрәте төшөрөлгән дә, уның ҡойроғоноң формаһын билдәләргә ҡушылған. Яуапҡа дүрт төрлө форма өлгөһө лә бирелгән әле. Ап-анһат, тинем дә, һүрәткә баҡтым. Бәй, унда бит эттең ҡойроғо юҡ! Сонтор, йәғни «купированный» ҡойроҡло эт төшөрөлгән. «Хата, була ундай хәлдәр», – тип йыуандым да ары киттем. Икенсе һорауҙа шул уҡ эттең төҫөн билдәләргә ҡушылған, шулай уҡ дүрт вариантта. Ләкин, ышанаһығыҙмы, тестар бит аҡ-ҡара ҡағыҙҙа баҫылған, унда нисек баш ватһаң да эт сыбар килеп сыға!
Уңмаған юлды ҡыумайым тип, үҙем белгән тағы бер предметҡа – урыҫ теленә тотондом. Башта, шартына ярашлы, инструкцияны уҡып сығырға кәрәк, йәғни – ҡайһылай яуап бирергә. «Бирелгән тексты уҡып сығырға ла шуға «краткое изложение» яһарға», тиелгән. Иң «краткое изложение» – ул бер һүҙ менән аңлатып булырлыҡ тос образ, тинем үҙ-үҙемә. Нисәмә тапҡыр йәш авторҙарға тотош китаптарын бер һүҙ менән аңлатып, бороп сығарғандарын күргәнем бар ҙа инде. Йәш саҡтағы кисәләрҙә иң ҡыҫҡа тост әйтеү буйынса ла ярыша инек әле.
Ләкин был шарттың икенсе шарты ла булып сыҡты. «Краткий» тигәндәре 90 һүҙҙән торорға тейеш икән. Хәҙер миңә математикка әйләнергә тура килде. Журналистикала күләмде йә юлдар, йә компьютер билдәләре менән һанайҙар, ҙурыраҡтарында биттәр ҙә китә. Ә бында тағы ла әллә нисә һорау бер юлы алдыма баҫты: был яҙма билдәләрҙең ҡайһыһын мин һүҙ тип алырға тейеш? Һандар һүҙгә керәме? Ә билдәләр?.. «33 г» тигән яҙма ике һүҙме, әллә берәүме, әллә хатта, әйтелеше буйынса – өсәүме? Мин был мәсьәләне, ярай, бөгөн яҙма рәүештә сисеп ултырам, ә бит ысын имтиханда уны миңә уҡытыусы уҡып сығырға тейеш (изложение), йәғни мин уны «утыҙ өс грамм» тип ишетәсәкмен! Ләкин әле сисеп ултырған миллион баланың береһе лә бит был теста ошо яҙманы «өс һүҙ» тип һанап китмәйәсәк!
Өсөнсө бүлеккә еткәндә мин тотош ДЙА системаһын бер тос һүҙ менән ҡылыҡһырлар хәлдә инем инде. Тел һәм әҙәбиәт өйрәнеү урынына мәктәптә өс йыл (ДЙА һәм БДИ әҙерлектәрен ҡушып) ошондай башватҡыстар сисеп ултырған бала нисек телде белһен инде? Ә бит өс йылда аҙнаһына икешәр дәрес кенә лә 200-ҙән ашып китә бит. Миңә урыҫ әҙәбиәтен өйрәнер өсөн хәҙер махсус рәүештә 200 сәғәт биреп ҡуйһындар ине, тип хыялланып алдым. Ниҙәр эшләп өлгөрөп булыр ине ул ваҡыт эсендә – эш көндәре менән һанағанда бер ай бит!
Шунда үҙебеҙҙең мәктәптә нисек уҡыуыбыҙ иҫкә төштө. Беҙҙән кем сығыр ине, әгәр өс йыл алдан әллә булыр, әллә булмаҫ имтихандарға әҙерләй башла­һалар? «Булмаҫ», сөнки кеше имтиханға барып та ет­мәүе ихтимал бит әле, уның да юлдары күп. Инйәр мәктәбенең урыҫ әҙәбиәте уҡытыусыһы Луиза Кәримова дәрескә килеп керә лә, бөгөн нимә һөйләр был, тип үҙенә текләп ултырған унынсыларға иғлан итә: «Бөгөн беҙ ошондай темаға инша яҙабыҙ…» Бына ул уҡыусының әҙерлек кимәлен тикшереү, иң ысын имтихан! Былтыр тотош Рәсәй буйынса БДИ һөҙөмтәләрен яһалма рәүештә төшөрөп, барыһын да өлгәшеүсе итеп күрһәтеү ғибрәте лә шуны дәлилләй. Өс йыл алдан имтиханда ни булырын өйрәтә башлау кешене аҡыллыраҡ, яуаплыраҡ һәм әҙерлеклерәк итмәй икән – спортсыны стартта оҙаҡ тотоу эффектына тиң был.
Мин был мәсьәләлә юҡҡа ғына урыҫ телендә һәм биологияла туҡтаманым, сөнки балаларҙың урыҫ телен бел­мәүе тураһында хәҙер тотош ил буйынса яр һалалар. Ә милли республикаларҙа бының төп сәбәбе итеп мәк­тәптәрҙә туған телдең дә өйрәнелеүе арҡаһында рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәре һаны ҡыҫҡартылыуын күрһәтәләр (һөҙөмтәнең тотош ил буйынса икәнен, шуға ла «планканы» төшөрөргә мәжбүр булыуҙарын «онотоп»). Ә ысын сәбәп, күреүегеҙсә, яп-ябай: уҡытырға телә­мәй­беҙ балаларҙы мәктәптә, ә өс йыл буйы «фаль­старт­ҡа» әҙерләйбеҙ. Биологияла икенсе нәмә лә асыҡланды: ДЙА-ла килтерелгән бик күп һорауҙарҙы 9-сы класс балалары әле үтмәгән дә икән! Алда әле бер йыл уҡыйһы бар, ә һин улай ирәймә, мә, 1 сентябрҙә үк киләһе июн­дә яуап эҙләйәсәк һорауҙарҙы алып ҡайт, тигән һымаҡ… Дөрөҫ, 15 йәшлек бала, әле һин киләсәктә кем булы­рыңды ғына түгел, өс йылдан ниндәй имтихандар һайла­рыңды ла күҙ алдына килтерә алмайһың, ә шулай ҙа… ваҡыт алға табан бара бит, өс йыл да үтеп китер.
Бына ошо мәҡәләмдең башында әйтә башлаған «антидемократия» хәрәкәте миҫалы була ла инде. ДЙА системаһының кешене алйотҡа әйләндереүе тураһында тотош ил менән бәхәс ҡороп иҫбатлап бөтһәк тә, ул һаман да тәрәнерәк инә бара. Хәҙер мотлаҡ булған урыҫ теле менән математиканан ғына түгел, ә башҡа пред­меттарҙан да өс йыл алға әҙерлек һыҙығына баҫтылар. Хәҙер был сир менән балалар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр генә түгел, тотош йәмғиәт сирләй башланы. Хәҙер был сир 11-се кластан 9-ға төштө, тиҙҙән 1-се­ләргә барып етмәгәйе… Һөҙөмтәләре шаран-яран: былтыр урыҫ теле буйынса планканы төшөрөргә тура килде, юғиһә 11 йыл буйы тик уҡыу менән генә шөғөлләнгән миллионлап халҡыбыҙҙы наҙан тип танырға кәрәк булыр ине. Ә бит урыҫ теле мәктәптә аҙнаға ике дәрес кенә уҡытылмай, бар предметтар ҙа урыҫса алып барыла: тарих, йәмғиәт тормошо, әҙәбиәт һы­маҡ­тары тик һөйләүҙән (телдән) ғибәрәт. Сит телдәрҙә балалар һүҙлектәр менән эшләй – был да урыҫ телен өйрәнеү ул.
Оҙаҡ йылдар вузда әҙәбиәт уҡытҡан, үҙе үк буласаҡ студенттарға репетитор булып аҡса һуҡҡан дуҫым менән ошо турала һөйләшеп киттек. Ул тағы ла бер хәбәр менән аптыратты мине. Баҡтиһәң, Өфөләге ике вуздағы рус филологияһы кафедраһы мөдирҙәре лә бүтән милләт вәкилдәре, имеш! Бына ҡайҙан башлана (әллә – ҡайҙа барып еткәнме?) илебеҙҙә урыҫ телен өйрәнеү мәсьәләһе! Ә беҙҙе, башҡорт телен мәжбүри уҡытҡан өсөн хәлдәр хөрт, тип ышандырған булалар. Мин – баш­ҡорт һәм, халҡым сифатына ярашлы, тотоп ҡарама­йын­са ышанмайым. Бына шуға ла барығыҙға ла тәҡдим итәм: һеҙ, ғүмерегеҙҙә әллә нисәшәр имтихан тапшырған кешеләр, башта үҙегеҙ балағыҙҙың ДЙА йә БДИ өлгө­ләрен сисеп ҡарағыҙ! Шунда күрерһегеҙ беҙҙең мәктәп­тең балаларҙы нимәгә һәм нисек өйрәткәнен.
Әлеге дуҫым әйтмешләй, ә нимәгә кәрәк һуң ул – йыл һайын тотош ил менән һуғыш сыҡҡандай оло ғауға ҡуп­та­рып, мәктәп балаларының «тормошҡа әҙерлеген» тикшереү? Минең менән өс малайыбыҙ унынсы класты аттестатһыҙ, әммә шоферлыҡҡа танытма алып сыҡ­ҡай­ны. Хәҙер бына тигән йәшәп яталар. Ә миңә, кәрәк бул­ғас, «права»ға аҙаҡтан яңынан уҡырға тура килде. Бәл­ки, кем ҡайһы вузға барырға теләй, шунда үҙе бар­һын да, ана шунда тапшырһын ине БДИ системаһы буйынса имтиханды? Вуздар һаны мәктәптәрҙән әҙерәк, бының сығымдары ла әҙерәк булыр ине лә. Минең 30 кешелек класымдан ике кеше юғары уҡыу йортона инде. Ә ҡалған 28 кеше ни өсөн имтихандар тип сапты һуң – беҙҙең илдә барыһы өсөн урта белем мотлаҡ булған өсөнмө? Ә ни өсөн теге өс малайға ул «мотлаҡлыҡ» ҡағылманы һуң, улай булғас?
Һин йыл һайын күсмә имтихандарҙы тапшырып килеп (ундай тәртип тә бар хәҙерге мәктәптә), 11 йыл йөрө­гән­һең икән, урта белемең бар тигән һүҙ түгелме? Тағы бер «ярамаған» һорау: 11 йыл мәктәптә йөрөп, урыҫ телен «икеле»гә яҙһаң, һинең «телсе» уҡытыусыңды һынау үтмәгән өсөн эштән ҡыуырға тейештәр ҙәһә?! Хәйер, хәҙер беҙҙә мәғариф системаһы 100 процент юғары белем­де мотлаҡ итеп ҡуйғанда (мәктәптәрҙең рейтингы вузға инеүселәр проценты менән хисаплана, шуға бала мәктәпкә барғанда уҡ уҡый-яҙа белергә лә тейеш), ДЙА – БДИ тестарында тағы ла мәғәнәһеҙерәк һорауҙар килеп сығырына ышанырға ғына ҡала. Ләкин бар халыҡ «насар» билдәһе ҡуйған баһалау системаһы алмаштырылыуына ышаныс юҡ. Ни тиәһең, бигерәк күп аҡса әй­ләнә был системала: өс йыл алдан әҙерләнә башлауҙан алып, барыһын да дипломлы итеү маҡсатына тиклем…




Вернуться назад