Тау тәкәһе менән бөркөтБында тауҙар шундай бейек,
Ҡаялары текәлер.
Был тауҙарҙың төп хужаһы —
Бөркөт менән тәкәлер.
Уларҙың бар тормоштары
Шул тауҙарҙа үтәлер.
Һәр береһе яҙмышынан
Тик уңыштар көтәлер.
Бөркөт менән тау тәкәһе,
Ҡаяға — кем хужалыр?
Һәр береһе “минмен!” — тиеп,
Хыялланған булалыр.
Ҡаяла тороп ҡалыусы —
Иң тәкәббер тәкәлер.
...Ғорур бөркөт ҡанат ҡаҡты,
Уны күктәр көтәлер!
Бал һәм боросАласағым бармы икән,
Юҡмы икән бирәсәгем?!
Уй-шөбһәләргә күмелгән
Минең яҡты киләсәгем.
Аласағым булған икән —
Тормош түләй бурыстарын.
Бал урынына ҡаптыра
Миңә әсе боростарын.
Шул боросҡа сәсәгәндә
Асылырмы һулыштарым?
...Балаларыма өйрәтәм
Бал янында борос барын!
Булһаң икән...Булһаң икән көҙҙәреңдә
Балланған ал миләштәй.
Их, ҡартайып үлһәм икән, —
Хәлдәремдән килмәҫтәй.
Күңелкәйем булһа икән
Таҙа һәм саф инештәй.
Кеше булып ҡалһаң икән,
Ауырлыҡҡа бирешмәй.
Етәр инде. Ир кешегә
Хыялланыу килешмәй.
...Илле йәшкә кереп барам,
Һаман аҡыл етешмәй.
* * *Тау артынан ҡояш күтәрелә,
Ҡалғаны юҡ уның күтәрелмәй.
Ул үҙ эшен белә, уның өсөн —
Ниңә икән донъя түңкәрелмәй?
Шағир күтәрелә, иңбашына
Йөкмәгән ул йөгөн заманының.
Кеше белә: юлы һәр саҡ уңа
Ҡыйыу рухлы, зирәк,
самалының.
Һалҡынлығын тоям
аҡылымдың,
Хистәремдең тоям — таҙалығын.
...Яҡты эҙҙәр ҡалдырырға ине —
Бер шағиры булып заманымдың!
Яурындарым төшкән“Яурындарың төшкән һинең,
Һаулығың бөткән. —
Әйтте берәү. — Үпкәләмә,
Әжәлең еткән”.
Их, был донъя иҫ китмәле:
Ергә ҡар төшкән.
Их, йәшәйһе килә, ләкин
Яурындар төшкән.
Йәйҙәр етте. Туғайҙарҙа
Еләктәр бешкән.
Кинән тормоштан, тип ҡояш
Иркәләй күктән.
Бар өмөтөм балаларҙа —
Улым ҙур үҫкән.
Минең холоҡ-фиғелдәрем
Уларға күскән.
Йылдар үтә. Шатлыҡ көтәм,
Сабыр ул көткән.
Миңә үлем юрағандар
Юғалып бөткән.
Берәү ҙә түгел мәңгелек,
Йәшәнем, шөкөр.
Яурындарҙан фәрештәләр
Барыбер төшөр.
Минең тормошом ҡояшы
Байыуға табан.
...Яурындарымды турайтып
Йәшәйем һаман!
КешеҠайғыһын да, шатлығын да
Кеше күтәрә.
Уйлана ул, бар тормошон
Күҙҙән үткәрә.
Кеше – тимерҙән нығыраҡ,
Ваҡыттан сабыр.
Кешенән дә түҙемлене,
Йәгеҙ, кем табыр?!
Кеше — йондоҙҙарҙан бейек,
Ташҡындан көслө.
Ә ҡай саҡта наҙға мохтаж,
Гөл-сәскә төҫлө.
Кешене аҡыл үҫтерә,
Матурлай эше.
...Донъя тотҡаһы булырға
Тыуғандыр кеше!
МәңгелекБерәү ҙә түгел мәңгелек,
Таштар ҙа емерелә.
Кешенең тыуым-үлемен
Бары тик Хоҙай белә.
Таштар онтала, бер килеп
Әйләнә туҙандарға.
...Кеше исемдәре йәшәй,
Замандан-замандарға!
Рамай Ҡаһир