“Ҡурай” – ул зауыҡ билдәһе!29.10.2014
“Ҡурай” – ул зауыҡ билдәһе! “Ҡурай” каналы үҙенең биш йыллыҡ юбилейын билдәләй. Бер ҡараһаң, кескенә дата, әммә ошо ваҡыт арауығында ул милли тамашасыһын тапты, төрки донъяһы майҙанына юл ярҙы. Каналдың етәксеһе Айгөл Уйылдан ҡыҙы ӘХМӘҘИЕВА менән ошо хаҡта һөйләшәбеҙ.
– Ниндәй маҡсат менән ойошторолдо “Ҡурай” каналы?
– Канал 2009 йылдың 11 октябрендә “БСТ+” исеме менән эфирға сыға башлай. Башта тапшырыуҙарҙы кабель те­леви­дениеһынан ғына, ә 2010 йылдың майынан спутник аша ла ҡарау мөмкинлеге тыуҙы. Аллаға шөкөр тип әйтә­йек, бөгөн беҙҙе Рәсәйҙә Кали­нин­градтан алып Көньяҡ Сахалинғаса, шулай уҡ Көнсығыш Европа, Скандинавия илдәре, Яҡын Көнсығыш, Кавказ, Урта Азия халыҡтары, республикала һәр районда кабель селтәрҙәре, шәхси юлдаш комплекстары аша бушлай ҡарап була. Бушлай тип баҫым яһап әйтәм, сөнки бөгөн ҡайһы бер каналдарҙы тотоу өсөн операторҙар айырым аҡса һораған осраҡтар ҙа юҡ түгел.
Башҡорт телевидениеһының даирә­һен ки­ңәй­теү, заманса башҡорт мәҙә­ниәтен таратыу, Рәсәй мәҙәни баҙар сиктәренә сығыу ниәтенән барлыҡҡа килде был канал. Тәүге көндәрҙән үк тап аҫаба халыҡтың рухи, мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәт­ләндереү төп маҡсат итеп ҡу­йылды. Даими ҡарап барғандар иғти­бар иткәндер, беҙҙә башҡорт йырсылары, бейеүселәре, башҡа төр сәнғәт әһел­дәре майҙан тота. “Ҡурай” каналында әленән-әле яңы проекттар сығып тора. Шуларҙың иғтибарҙы йәлеп иткәне – тыуған Башҡорт­останы­быҙҙың башҡорт телендә йыр­лаған артистарының ижадын яҡтыртыу. Шулай уҡ төрки илдәрҙең йырсылары ла яңы видеоклиптар аша беҙҙең тамашасы күңеленә юл яра. Бер ҡараһаң, төрки халыҡтар бер тамырҙан сыҡҡан, ә бына вокал сәнғәте аша таныша башлаһаҡ, милләттәрҙең үҙенсә­леге, тап йыр сән­ғәте аша халыҡ асылы күҙгә ташлана. Симфоник музыка концерттары, милли музыка ҡоралдары сы­ғы­шы ла, йәштәрҙең өр-яңы сығыштары, баш­ҡортса фильмдар — былар барыһы ла үҙебеҙҙең тамашасыға тәҡдим ителә.
– Тимәк, сит илдәрҙә йәшәгән мил­ләт­тәштә­ребеҙ менән “Ҡурай” аша рухи бәйләнештәр нығытыла?
– Эйе, был – беҙҙең ғорурлығыбыҙ ҙа, ҡа­ҙанышыбыҙ ҙа, сөнки халҡыбыҙ вә­килдәренә туған телдәге тапшырыуҙар ҙа, йырҙар ҙа, яңы милли проекттар ҙа ҡитғалар аша барып етә. Беҙгә рәхмәт­тәрен еткергәндәр ҙә, теләктәрен бел­дергәндәр ҙә бар. Бигерәк тә клиптар менән бирелгән халыҡ йырҙары тамашасы күңеленә хуш килә. Күҙ алдында тарих терелгәндәй булды, тигән фекер әйткәндәр ҙә беҙҙең эшебеҙгә ҡеүәт өҫтәй.
– Исеменә туҡталғанда?..
– Башҡортостан флагында һүрәтлән­гән ҡурай ниндәй тәрән мәғәнәгә эйә булһа, беҙҙең каналдың йөкмәткеһе, мәғәнәүи тәғәйенләнеше лә шундай уҡ мөҡәддәс ниәтле, уй-хыяллы, тип әйтер­гә йөрьәт итәм. Ҡурай – ул милли асыл, ҡурай – ул халыҡтар дуҫлығы, заманса, мәҙәни кимәлдә аралашыу, ҡурай – ул моң, юғары зауыҡ һәм тәрән тамырҙар.
– Канал һуңғы осорҙа төрки донъя­һына йылдам аҙымдар яһай.
– Каналдың даирәһен киңәйтеү, килә­сәктә төрки халыҡтары араһында бәй­ләнештәрҙе нығытыу маҡсатында Төр­киәнең Истанбул ҡалаһына барып, төрөк музыкаһын берләштергән Turkish Musik box каналы менән танышып, килешеү төҙөп ҡайттыҡ. Был канал “ТөркСОЙ” ярҙамы менән 2009 йылдан эшләй. Төрки дәүләттәрен берләштергән “ТөркСОЙ” дәүләт-ара мәҙәни бәйлә­неш­тәрҙе үҫтереү менән шөғөлләнә. Иғтибар иткәндәр, моғайын, барҙыр – беҙҙең каналда бөгөн байтаҡ төрки илдәренең йәш йырсылары сығышы даими рәүештә эфирға бирелә.
Шулай уҡ ТМВ каналы аша беҙҙең йырсылар ҙа донъяның 19 илендә эфир­ға сыға. Башҡортостан данын яҡларлыҡ йәштәребеҙ ҙә, урта быуын йырсылары ла бик күп. 2013 йылдан алып “Ҡурай” – “Тюрквидение” конкурсының Башҡорт­ос­тандағы рәсми партнеры. Беҙ был сара­ға йырсылар һайлап ебәрәбеҙ. Һуңғы сара Төркиәнең Иҫкешәһәр ҡала­һында ойошторолғайны. Каналдың баш мөхәр­рире булараҡ, төрки дәүләттә­ренең музыка конкурстарында халыҡ-ара жюри ағзаһымын. Быйыл сара Татарстандың Ҡазан ҡалаһында үтә, унда ҡатна­шасаҡ йырсы 30 октябрҙә “Ҡурай” дуҫтарын йыя” байрамында билдәләнәсәк. Был әле ҙур эштәрҙең башланып торған ғына сағы, киләсәктә бәйләнештәр даирәһе киңәйер, тип уйлайбыҙ.
– Бөгөн бик күп үҙәк каналдар күңел асыу тапшырыуҙарына өҫтөн­лөк бирә...
– Беҙ ҙә улай эшләй алыр инек, әммә, алда әйткәнемсә, халыҡтың асылын сағылдырған, юғары зауыҡ тәрбиәләгән каналдар һирәгәйгән мәлдә, беҙҙең “Ҡурай” ниндәйҙер бер рухи утрау кеүек тойолалыр. Шуны ла әйтеп үтер инем: беҙ йыр-моң менән сикләнеп ҡалмай­быҙ. Рәсәй кимәлендә 2015 йылға илдең һәр гражданы 24 телеканал ҡарау хоҡуғына эйә булырға тейеш тигән маҡ­сат ҡуйылған. Каналдар араһында, әлбит­тә, төбәктәрҙең булыуы ла шарт. Ошо 24-тең бер нисәүһе башҡортса тапшырыу алып барһа, шәп булыр ине. “Ҡу­рай”ҙың ошо исемлектә булыуы бик ихтимал.
Икенсенән, каналыбыҙ мәғрифәт, социаль йүнәлештәге эштәр ҙә атҡара. 2010 йылдың июнендә — “Йондоҙҙар” — балаларға”, 2010 йылдың сентябрендә – “Һаумы, студент!”, “Иман нуры – хал­ҡыма” хәйриә акциялары, йылдың-йылы йәштәр өсөн ойошторолған “Наза” дис­котекаһы, һабан­туйҙар халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. “Ҡурай” дуҫта­рын йыя” тип аталған халыҡ-ара концерт-презентацияһы 2012 йылдан уҙ­ға­рыла. Бына быйыл да, ҡунаҡтар са­ҡырып, шундай уҡ ҙур байрам ойоштормаҡсыбыҙ. Кисәгә Ҡаҙағстан, Азер­­байжан, Яҡут-Саха, Ҡырғыҙстан, Төр­киә дәүләттәренән йыр­сылар са­ҡырылған. Һәр сараның нигеҙендә фә­һемле фекер ҙә ята. Беҙҙең өсөн, ха­лыҡтың зауығын ҡәнәғәтләндереү менән бергә, халыҡ-ара кимәлдәге аралашыу даирәһен киңәйтеү ҙә мөһим. Үҙ ҡа­ҙаныңда ғына ҡайнау үҫеште тот­ҡарлай.
– “Ҡурай” каналында киң билдәле совет фильмдары ла күрһәтелә. Улар­ҙы башҡорт­саға ауҙарып, баш­ҡорт артистары текстарҙы уҡый. Был күренеш шулай уҡ халыҡ иғти­ба­рынан ситтә ҡалманы...
– Ситтә ҡалманы ғына түгел, хатта ҙур резонанс уятты, тип әйтер инем. Беҙ битараф булмаған тамашасыларыбыҙға рәх­мәт­лебеҙ, һәр әйтелгән фекер беҙҙең бер урында тапан­мауыбыҙ хаҡында һөйләй. Ҡайһы берәүҙәр, ул фильм­дарҙы тәржемә итеү кәрәкмәй, тип иҫәпләй. Икенселәр, киреһенсә, бик яратып ҡабул ҡылды был мәҙәни аҙымды. Беҙ тамашасы фекерен өйрәнеп, шундай һығымта яһаныҡ – был эште артабан да дауам итәсәкбеҙ, төрлө илдәрҙә, төрлө йылдарҙа, төрлө телдәрҙә сыҡҡан фильмдарҙың башҡортса яңғы­рауы шулай уҡ телебеҙгә ҡарата мөнәсәбәтте сағылдыра. Был – ижади эш. “Ҡурай” каналы аша беҙ башҡорт һүҙ сәнғәтенә ҡарата һөйөү ҙә тәрбиәләйбеҙ. Әгәр инде ул фильмдарҙы төп нөс­хәлә ҡарар­ға теләгәндәр бар икән, рәхим итһендәр, каналдар ҙа күп, видеофильмдар ҙа һатыуҙа бар. Ә беҙҙең маҡсат – милли канал талаптарына, үҙ тамашасыбыҙ зауығына яуап биреү.
– Каналда йәнә лә иғтибарҙы йәлеп иткән нәмә – көнкүреш тауарҙарын рекламалау юҡ. Был – изге йола тип әйтер инем хатта – киләсәктә һаҡ­ланырмы икән?
– Эйе, тап шулай, алда әйткәнемсә, халыҡта за­уыҡ тәрбиәләгән каналда, сәнғәт, мәҙәниәт хаҡында иғландарҙан, анонстарҙан тыш, башҡа төр рек­ламаға ҡаршымын. Ҡулыбыҙҙан килгәнгә тиклем каналды саф көйөнә һаҡларға тырышасаҡбыҙ. Милли йолалар, баш­ҡортса спектаклдәр, йырҙар, бейеү байрамдары күрһәтелгән каналдың, сәхнә кеүек, юғары тороуы мөһим. “Ҡурай” – ул кимәл билдә­ләүсе, сәнғәт юғарылығын тотоусы майҙан.
– Киләһе йылды Рәсәйҙә Әҙәбиәт йылы тип иғлан иттеләр. Моға­йын, милли каналда эшләүселәрҙең яңы ниәттәре лә барҙыр?
– Әлбиттә, яңы проекттар бар, беҙ уларҙы яйлап тормошҡа ашыра баш­ланыҡ та инде. Мәҫәлән, шағирҙар үҙ әҫәрҙәрен үҙҙәре уҡый, әммә беҙ күреп өйрәнгән мөхиттә түгел, ә шиғыр йөк­мәткеһенә ярашлы, махсус декорациялар ҙа ҡулланыласаҡ. Унан тыш, сце­нарийға нигеҙләнгән шиғыр һәм йыр байрамдары ла күҙ уңында тотола. Бөтә­һен дә алдан әйтмәй торайыҡ, тамашасылар беҙҙең каналды күҙәтеп барһын!
Тамашасыларыбыҙҙы 30 октябҙә Х. Әхмә­тов исемендәге Башҡорт дәүләт филармо­нияһында “Ҡурай” ­дуҫ­та­рын йыя” бай­ра­мында көтөп ҡалабыҙ. Башҡорт сәнғәтенә ғашиҡ­тар, төрки мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн йәнле аралашыу онотолмаҫлыҡ кисе­­рештәр, рухи ныҡлыҡ, кәйеф көрлөгө бүләк итер.

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.



Вернуться назад