Милли музейға – 150 йыл!25.10.2014
Ошо көндәрҙә республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы булған Башҡортостандың Милли музейы үҙенең 150 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Тыуған яҡты өйрәнеү буйынса Рәсәйҙә иң олпат музей булараҡ киң танылыу алған ул. Бында һаҡланған нөсхәләр республикабыҙҙың тарихи үткәне, йолалары, мәҙәниәте тураһында күпте һөйләй.


Күркәм юбилейы айҡанлы үткәрелгән сарала “Милли музей раритеттары” тип аталған күргәҙмә асылды. Бынан тыш, “Заманса йәмғиәттә музейҙың урыны” тигән фәнни-ғәмәли конференция уҙҙы. Уның эшендә йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Йыл дауамында хеҙмәткәрҙәр араһында барған “Музейҙың иң яҡшы хеҙмәткәре” тигән конкурсҡа ла йомғаҡ яһалды. “Иң яҡшы ғилми хеҙмәткәр” исеменә Люциә Ғәбитова, Лариса Рамаҙанова лайыҡ булды, “Иң яҡшы экскурсовод” тип Зөһрә Мөстәҡимова менән Асия Закирйәнова танылды, “Фонд бүлегенең иң яҡшы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемде Илмира Зиннәтуллина менән Светлана Воробьева алды. Милли музей директоры уларға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.


(Башҡортостандың Милли музейы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәли ВӘЛИУЛЛИН менән әңгәмәне гәзиттең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ).


Вернуться назад