Ташаҫтынан аға моң шишмәһе24.10.2014
Ташаҫтынан аға моң шишмәһе Ғафури районының тәбиғәте һоҡланып туйғыһыҙ. Шул төбәктә тамырланған Ташаҫты ауылы ла бындай хозурлыҡтан мәхрүм түгел. Эсендә йәне булған зат ана шул илаһи матурлыҡты йырға, моңға һалмай түҙә лә алмайҙыр. Салауат Әбүзәрҙе шағир иткән дә Ташаҫтының күркәм мөхителер. Уның бала сағы, үҫмер йылдары шул сихри гүзәллектән моң алып кинәнгән, күрәһең. Ғүмер юлдары артылыштарҙан, оңғолло-соңғолло урғылъяндарҙан тора икән дә. Кешемен тигән затты һынар өсөн фани донъяның ығы-сығылы ҡаршылыҡтары ла тулып ята. Йәшәү лабиринтын бары тик моң менән, бары тик үҙеңдең йыр-зарҙарың ярҙамында үтеп булалыр. Ә Салауат Әбүзәрҙә моң бар. Бала саҡтан күңеленә һеңдергән моңдо китаплап-китаплап үҙ халҡына тарата.

Салауат Әбүзәрҙе мин танылған, бил­дәле, күренекле тигән формаль эпитеттар менән атамаҫ инем. Ул бындай та­ныҡ­ламаға мохтаж да түгел. Ул – үҙ тамырында утыҡҡан шағир. Бына әле ми­нең ҡулымда уның “Йыһан емеше” тип аталған шиғырҙар йыйынтығы. Ки­тапҡа бер поэма (“Ир ҡанаты”) һәм ике йөҙ шиғыр тупланған. Уларҙа шағирҙың бар булмышы, йәшәйеше, рухи донъя­һы, моң даръяһы сағылыш тапҡан.
Башҡорт атһыҙ йәшәй алмай. Уны ул йәненән артыҡ күрә. Борон-борондан башҡорт атлы халыҡ булып танылған. Ат уны туйындырған, кейендергән, яу­ҙар­ға алып сапҡан. Ер шарында баш­ҡорт аты тояғы баҫмаған ҡитғалар бар­мы икән? Яҙыусыларыбыҙ, сәсәндә­ре­беҙ, шағирҙарыбыҙ аттар тураһында күп яҙған, хатта “Аҡбуҙат” тигән эпо­сы­быҙ ҙа бар. Тарпанды ҡулға эйәләш­тергән башҡорт ҡанбабаларыбыҙ аттың ҡәҙерен белгән. Улар тураһында мираҫ итеп күпме йыр ҡалдырған ҡаһарман халҡым минең. Әле килеп Салауат Әбү­зәр “Ир ҡанаты” тигән поэма яҙған. Был әҫәрҙең яңылығы нимәлә һуң? Яңылыҡ бар. Ул булмаһа, поэма ла яҙылмаҫ ине. Ошо тәңгәлдә башҡорт халҡының йәшәү рәүешенә күҙ һалайыҡ әле. Башта Рәсәй дәүләте тимерлек тоторға ҡушмаған. Совет власы шәхси хужалыҡта ат то­тоу­ҙы, күпләп мал аҫрауҙы тыйған. Башҡорт милләтенә булған золом әле лә дауам итә. Шуға күрә шағир Салауат Әбүзәр хәҙерге йәш быуынды атлы-ҡанатлы итеп күргеһе килә.
Заманында атайлы бала арҡалы, атлы, яҡлаулы булды. Атлы кеше атын сит ҡулдарға биреп барманы. Быны поэманың тәүге строфаһынан да күреп була. Мәҫәлән:
“Ат биреп тор әле, ағай...” —
Мохтажлыҡ ине атҡа.
Күпме тапҡыр мин ат һорап
Йөрөнөм бала саҡта.

Дәрәжәһен белеп, көлөп,
Эре сиртә ағабыҙ:
“Ҡатынды, ана, алығыҙ,
Атымды һорамағыҙ”.

Был ике строфала “Ҡатыныңа ышан­ма, атыңа ышан” тигән мәҡәл дә йәше­ренгән. Поэмала аттың тормоштағы ба­һаһы һүрәтләнә. Башҡорт менән ат – айырылғыһыҙ заттар. Башҡорт тиһәк, атты күҙ алдына килтерәбеҙ. Ат тиһәк, башҡортто алҡышлайбыҙ. Егет кешенең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер.
Салауат Әбүзәр һағышлы ла поэма­һында үҙенең бала сағын, атһыҙ ҙа, атайһыҙ ҙа ҡалған ғүмеренең бер яр­сығын һүрәтләй. Бала саҡта атҡа атланыу үҙе бер бәхеткә тиң булғандыр. Ат өҫтөндә саҡта донъя ла икенсерәк, матурыраҡ күренә. Күккә ашмаһаң да, үҙеңде бейегерәк кимәлдә тояһың.
Ат – ирҙең ҡанаты. Әммә шул ҡанатты ҡайырҙылар. Сәбәбе: башҡорт көн күрә алмаһын тип. Граждандар һуғышы йылдарында аҡтары ла, ҡыҙылдары ла, баш­ҡортто ҡанатһыҙ итеп, аттарын талап алып китте. Совет власының һәр законынан башҡорттоң ҡаны тамды. Тарихта башҡорт атлыларының ҡаны там­маған берәй осор булдымы икән?
Ат йәнле шағир аттың сабып барыуын моңға тиңләй:
Моң ағыла тояҡтарҙан
Тыпыр-тыпыр... Тыпыр-тыпыр...
Эх!.. Ат йәнле ир-аттарға
Шунан моңло көй ҙә юҡтыр.
Тыпыр-тыпыр... Тыпыр-тыпыр...
Ҡасан ғына ошо яҡтан
Ауылымдың күпме ире
Ат эйәрләп яуға сапҡан.

Мин уйлаһам ул саҡтарҙы,
Бәғерҙәрем аҡтарыла.
Аттар менеп сапҡан улар —
Ҡыҙылдары, аҡтары ла.

Ауылымдың күпме атын
Талап алып киткән улар.
Яуҙа күпме толпарҙарҙың
Баштарына еткән улар!

Моң булып ағылған һағыш күңел­дәр­ҙе тетрәндерә. Эй, ғәзиз халҡым ниҙәр генә кисермәгән! Бына ошо урында ҡот осҡос һығымтаға киләһең: 1812 йылғы Ватан һуғышында утыҙ полк башҡорт атлылары ҡатнашмаһа, Рәсәй француз­дарҙың табаны аҫтында ҡалыр ине. Рәсәй тигән ил дә тарих макулату­ра­һында, архивта арлы-бирле күҙгә салынып ҡалыр ине.
Совет власы тигән илдә тормош бер аҙ яйланып, колхоздар аяҡҡа баҫып ны­ғынып алғас, шәхси хужалыҡтағы ат­тарҙы юҡҡа сығарыу сәйәсәтен уҙғарҙы. Күптәр, аттарын һуйып, колхоз иҫәбенә итләй тапшырҙы. Әммә Шаһит ҡарт был законға ҡаршы сыға. Поэмаға күҙ һала­йыҡ.
Рәйес килде ҡартҡа дүрт ир менән,
“Һә” тигәнсе улар йыҡты атты.
Бер сараһыҙ ҡалған Шаһит
ҡарттың
Күҙҙәренән бары йәше аҡты.

Бына бысаҡ!.. Бына!.. Бына!.. Шул саҡ
Ҡарт ирҙәргә табан атылды бит.
“Туҡтатығыҙ! Зинһар, туҡтатығыҙ!
Үҙем саласаҡмын атымды”, — тип.

Бысаҡ алып, оҙаҡ ҡайраны ул:
“Үткер булһын, — тине, — закон
кеүек...
Килер бер көн: бысаҡ аҫтарында
Улар ҙа бер ятыр атым кеүек!”
Был һүҙҙәргә өҫтәп тағы ни әйтәһең?! Поэманың һәр шиғри юлы сәпкә тейә.
Талантлы шағир Салауат Әбүзәр үҙенең “Ир ҡанаты” поэмаһы менән башҡорт шиғриәтенә яңы биҙәк өҫтәй. Унда атайһыҙ, атһыҙ үҫкән бала сағынан тыш милли рухты, оптимистик ҡарашты ла бик урынлы сағылдырған. Мәҫәлән:
Тағы һуғыш... Тағы аттар...
Кусимовтар, Шаймораттар...
Быуаттарҙан быуаттарға
Аттар саба... Саба аттар...
Поэма уйландыра, төрлө фараздар тыуҙыра. Ирмен тигән ирҙең йәне ат булып күңеленә һеңгән. Әйтәйек, Шаһит ҡарт түрәләр алдында үҙ атын сит ҡулдарҙан салдырмай, үҙе сала. Тимәк, ул үҙ йәнен түрә ялағайҙарынан бысраттырмай. Аҡҡан ҡанды услап алып рә­йестең битенә һибә.
“Ҡаныҡҡайның, мә, эс, рәйес, – тине, –
Ҡан да етмәҫ власть эттәренә!..”
Дөрөҫ әйтелгән. Заман түрәләренә башҡорт ҡаны үҙҙәренең дан-шөһрәтен арттырыу өсөн кәрәк ине. Ҡасандыр ун миллиондан ашыу, төркиҙәрҙең иң бо­ронғо халҡы – башҡорттар ун тапҡырға кәмене. Үҙ азатлығы өсөн яуға сапҡан башҡорт милләтенә Рәсәй батшалығы ныҡ ҡаныҡты. Меңәрләгән ауылдарҙы халҡы, малы, урманы менән яндырҙы­лар. Ҡанға туймаҫ һанаттары, әпкәләй­ҙәре башҡорттоң телен ҡырҡты, үҙҙәрен атты, аҫты, ҡаҙыҡҡа ултыртты.
Әммә ҡырып бөтөрә алманылар. Ҙур тарихлы, ҙур мәҙәниәтле атлы халыҡ йәшәй әле. Шағир Салауат Әбүзәр әйтмешләй:
Париждарҙы, Берлиндарҙы
Яулағанбыҙ аттарҙа.
Һәм үтербеҙ ат атланып
Быуаттан быуаттарға.
Салауат Әбүзәр шиғриәтендә ат образы башҡа әҫәрҙәрендә лә ҡабатлана. Мәҫәлән, “Юл” тигән шиғырында шундай строфаларға иғтибар итәйек:
Башҡорт атһыҙ
Йәшәй аламы ни?!
Йүгәнемде уңға ҡайырҙым.
Ни күрмәгән әле
Ир-ат башы,
Ни булһа ла булыр,
Айғырым.
Шул уҡ шиғырҙан тағы ла бер өҙөк уйландыра, тулҡынландыра:
Ни күрһәм дә, Хоҙай,
Айырма тик
Йыр-моң тигән
Бөйөк яҡтынан.
Минең ҡайғым
Үҙ башымда түгел,
Иҫән генә булһын
Атҡынам.
Ошо шиғырынан күренеүенсә, талантлы шағир Салауат Әбүзәр башҡорт халҡы был донъяға ат менән бергә ярал­ған, ат уның тоғро юлдашы ла, серҙәше лә, яуҙашы ла тигән фекерҙе әйтергә теләгән. Был фани донъяла шағирға күп нәмә кәрәкмәй. Уны тик аттан айырма. Хатта ул, шундай изге малға еңеллек теләп, “Һабан тартҡан аттың дағаһы” булырға ла риза.
Шуны ла әйтергә кәрәк: уның шиғ­риәте өҫтәмә жанр биҙәктәре менән тулыландырыла, төрләндерелә, байытыла бара. Былай ҙа халыҡсан, йырлап тор­ған шиғриәте тағы ла баҙыҡлана төшә. Салауаттың шиғырҙарына төҙөк стиль, телмәр мелодикаһы хас. Ябай риторика, кәрәккән-кәрәкмәгән дидактика, аҡыл һатыу – уның әҫәрҙәре өсөн ят күренеш. Һүҙгә һаҡсыл ҡараш формалашҡан. Автор һүҙҙең асылына ынтыла. Шул яғы менән уның шиғырҙары күңелде яулай, хәтергә үтеп инә.
Һүҙ асылы – образлылыҡ. Шиғриәтте образлылыҡ биҙәй. Хикәйәләү жанры поэзияға моңдаш түгел. Образлы һүҙ – шиғриәттең нигеҙ ташы. Салауат Әбүзәр был ғәмәлде бик яҡшы аңлай. Тапалған ҡалдыҡтарҙы ул үҙһенмәй. Форма төр­лөлөгө хас уның шиғриәтенә. Әҫәрҙә­ренең тематикаһы ла бик бай. Телмәр поэтикаһы ла үҙенсәлекле. Башҡорт халҡының йыр поэзияһы, уның жанр­ҙары, башҡа төрки халыҡтарының аналогтары менән сағыштырғанда, ныҡ үҫешкән, камиллашҡан. Был бик боронғо халыҡтың (ғалимдарҙың баһалауынса, башҡорт халҡы һәм уның телмәре баш­ҡа төрки ҡәүемдәренән дә боронғораҡ осорҙа барлыҡҡа килгән) йыр поэзияһы бик күп жанрҙарҙан тора. Бына ошо ҡаҙаныштың тәрән тамырҙарын Салауат Әбүзәр шиғриәтендә күреп була.
Шағир Салауат Әбүзәр үҙ халҡының яҙмышы менән дә ҡайғыра, хәстәрләнә. Мәҫәлән:
Ни булды был милләтемә?
Ҡылығы хайран итә:
Ҡулына бығау һала ла,
Ҡоллоғон байрам итә.
Әлбиттә, был тотош милләткә ҡағыла алмай. Әммә араларында ҡулдарына бығау һалып байрам иткәндәре юҡ түгел. Бығау тигән һүҙгә күп мәғәнә һалынған. Әйтәйек, ауылдарын ташлап киткән ҡыҙ­ҙар, егеттәрҙең ҡулында бығау түгелме ни? Ике ҡулына эш таба алмай, шуның арҡаһында өйләнә алмай эскегә һалы­шыусы, йәғни үҙ ҡоллоғон байрам итеү­се егеттәр аҙмы ни? Ҡалаға тайған ҡыҙ-ҡырҡын араһында ла әхлаҡһыҙлыҡ һаҙлығына муйындан сумғандары ла бар. Эскелек, наркомания, ҡыҙҙарҙың үҙ намыҫын һатыуҙары тураһында асыҡ­тан-асыҡ әйтергә телебеҙ бығаулы.
Салауат Әбүзәр бөгөнгө заманда ҙур илдә үҙгәртеп ҡороуҙарға ла үҙенең мө­нәсәбәтен белдерә. Был шиғыры “Алда” тип исемләнгән. Бәләкәй генә әҫәргә шундай ҙур мәғәнә һалынған, то­тош ил сәйәсәтен асып биргән. Иғтибар итегеҙ:
Ялған беҙҙең тарихыбыҙ,
Ялған — киләсәгебеҙ.
Бөгөнгөбөҙ ялғанлығын
Һуңынан беләсәкбеҙ.
Берәүҙәрҙе алдайбыҙ ҙа,
Үҙебеҙ ышанабыҙ:
Йәйебеҙ үтә арбаһыҙ,
Һәм үтә ҡыш санаһыҙ.
Президенттар алдашалар,
Премьерҙар йөпләп тора.
Депутаттар алдашырға
Йөкләмә йөкмәп тора...
Әгәр яттар илебеҙҙең
Хәлдәрен һорай ҡалһа,
Маҡтанырлыҡ бер сәбәп бар:
Алдау буйынса алда.
Был шиғырҙа халыҡты ышандырырға тырышҡан ялған сәйәсәт, демократия тип аталған ғәҙелһеҙлек асыҡтан-асыҡ әйтеп бирелгән. Бөтә мәктәп уҡыусы­лары, вуз студенттары өсөн дәреслек рәүешендә тәҡдим ителгән “Рәсәй тарихы” баштан алып аҙағына тиклем ялған. “Рәсәй тарихы”нда ғына булһа бер хәл. Рәсәйҙең “Просвещение” (“Мә­ға­риф”) нәшриәтендә донъя күргән баш­ҡа уҡыу әсбаптары ла ватан дидак­ти­ка­һынан алыҫ тора.
Салауат Әбүзәр шиғриәтендә деклоратив шиғырҙар юҡ. Ул үҙ ижадында шиғриәттең йәне булған образлы фе­кергә, мәғәнәгә, һүҙҙең асылына ынтыла. Сағыштырығыҙ, мәҫәлән:
Төнгө күк тулған кәрәҙҙәй,
Тамып тора бал.
Етегәнде ҡалаҡ итеп,
Балын һоҫ та ал.
***
Тыуған яҡта хатта эт өрөүен
Шиғыр итеп кенә ятларлыҡ бит.
Ап-аҡ ҡарын бысратмаҫ өсөн
Аяғыңды сисеп атларлыҡ бит!
***
Ерҙең үҙен һөйрәп бара кеүек
Шул атайһыҙ үҫкән малайҙар.
***
Күктә яна ваҡыт шәме,
Ваҡыт тама иреп.
Йөрәгемә тама ваҡыт,
Миңә йәшәү биреп.
***
Намаҙлығым —
Ап-аҡ ҡағыҙ,
Йырҙарым —
Доға минең.
Табынғаным —
Әҙәбиәт,
Шиғриәт —
Тотҡан динем.
Ошондай үҙенсәлекле юлдарҙы Салауат Әбүзәрҙең һәр шиғырынан килтереп була.
Бында мин шағирҙың бер китабына ғына ҡыҫҡаса анализ яһаным. Уның һәр шиғырынан моң ағыла.
Ташаҫтынан, тәрәндән сыҡан моң ғы­на күңелгә ятышлылыр, күрәһең.

Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогия фәндәре докторы,
БДУ профессоры.



Вернуться назад