Ҡыҙ ҡушыуКилен һөйләшмәй. Әгәр үҙе теләһә, бүләк биреп өндәшә. Кем башта һүҙ ҡуша, шул бүләк тапшыра.
Егетте ҡыҙ янына индерәләр. Уның биленә оҙон ҡыҙыл билбау бәйләйҙәр. Ныҡ итеп үреп сырмағас, осон йәшерәләр. Егеттең билбауын ҡыҙ сисергә тейеш. Һынау йолаһы ул. (Салауат районының Ахун ауылында йәшәгән Әҡлимә Шәрипованан яҙып алынды).
Ҡыҙ ҡушҡас, кейәүләп йөрөү башлана. Йома һайын кейәү ҡыҙ янына ҡуна килә. Ауылда бер нисә кеше бер юлы өйләнһә, бигерәк күңелле. Никахтан һуң йома һайын улар кәләштәре янына бара. Шым ғына, әкрен генә, кешегә күренмәҫкә тырышып. Бер кем уларҙы күрергә, ҡамасауларға тейеш түгел. Күргәндәре белмәмешкә һалышып үткән.
Туй бейеүеБатмусҡа баҫып, һикегә ике яғы һалындырып ябылған балаҫта ҡара-ҡаршы тороп бейегәндәр. Был туйға килтерелгән күстәнәсте таратып бөткәс була. Ирҙәp — һикeлә, ҡоҙағыйҙар — батмуста. Бейегәндә уларҙың аяҡтары аҫтына тәңкә ташлайҙар. “Тәнәйҙәр” (ҡыҙҙар) шуларҙы йыя. Ҡоҙағыйҙар бик тыйнаҡ ҡылана.
Һыу башлатыуКилен төшкән көндә һыу башлатыу йолаһы үтәлә. Һыуға беренсе тапҡыр барғанда ҡыҙ буш көйәнтә күтәрмәй. Бының өсөн берәй бикәсе ярҙамға килә. Йәш килен ипләп кенә уға ҡулъяулыҡ йә яулыҡ бирә. Уларға ҡыҙҙар эйәрә. Уйын-көлкө менән баралар. Килен, тәңкә ҡабып, шым ғына ауыҙын өс рәт сайҡай.
Һыу алғанда ул:
Төшкән ерҙәремә ярайым,
Эй, Хоҙайым, Раббыҡайым,
Төшкән ерҙәремә таш булып батайым,
Атай йортона кире ҡайтып,
Уларҙы ҡайғы-хәсрәткә һалмайым!
— тип доға ҡыла. Һыуҙы түкмәҫкә тырыша. Бикәсе еңгәһенә ярҙам тәҡдим итергә мөмкин. “Үҙең ал!” тиҙәр киленгә.
Ҡыҙ һыуҙан ҡайтҡас, уға бик һынсыл ҡарайҙар. Әгәр матур баҫып, сайпылтмай, түкмәй-сәсмәй алып килһә, бәхетле йәшәйәсәктәр, тиҙәр. Килен абынһа, был яҡшы билдә түгел.
Алып ҡайтҡан һыуҙан сәй ҡайнаталар. Сәй яһағанда йәш киленде ҡотлап, тәңкә бирәләр.
— Ҡоҙағый, әллә ниңә самауырҙың мороно боролмай! — ти берәүһе. Шунан батмусҡа, самауыр аҫтына тәңкә ташлайҙар. Сәй эскәндә бер нисә ҡоҙағый булырға тейеш.
Килен ҡушъяулыҡ ябынып килә. Биленә төшөрөп, камзулының тышынан ебәк бау бәйләп ҡуя. Йола шулай ҡуша.
Еңгәләр ҡыҙҙы ҡушҡандан һуң таңдан мунсаға ебәрә. Унан сығыуға сөйгә ҙур таҫтамал эленеп ҡуйыла, шуға һөртөнгәс, ике яҡ башына кейәү көмөш тәңкә бәйләй.
Түркен ҡыҙ кеше тәү башлап атай йортона ҡайтыр булһа, ире менән бергә генә ҡунаҡҡа бара. Яңғыҙ һис ярамай! Бер йылдан ғына атай йортона ҡайтырға мөмкин. Әгәр йыш ҡайтып йөрөһә, “түркенсәк килен” тип яманлайҙар. Ваҡытын белеп, йола буйынса ғына йөрөһә, “киленсәк” тип маҡтайҙар.
Рубриканы филология фәндәре докторы
Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА алып бара.