Мостай Кәрим иҫтәлегенә24.10.2014
Республикала Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған саралар дауам итә.
Шәхестең тыуған көнөндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында уның тураһында фильмдар, шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙан торған концерттар күрһәтелде. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры коллективы халыҡ шағирының һәйкәленә сәскә һалды. Мостафа Сафа улын иҫкә алыу тантанаһына Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев, әҙиптәр, театр вәкилдәре килгәйне. Яҙыусылар һәм актерҙар Мостай Кәримдең әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыны.
Бөгөн кис Йәштәр театрында Өфө һәм Шишмә райондары хакимиәттәре, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы вәкилдәре, шағирҙың туғандары, ижадын һөйөүселәр ҡатнашлығында юбилей кисәһе уҙғарыла.
– Сараға килгәндәргә театрлаштырылған тамаша тәҡдим ителә. Актерҙар бөйөк шағирҙың тормош юлы, ижады хаҡында һөйләйәсәк, шиғырҙарын уҡыясаҡ, йырҙарын башҡарасаҡ, хәтирәләрен уртаҡлашасаҡ, — тине театрҙың әҙәби бүлеге хеҙмәткәре Юлиә Мәжитова.
Иртәгә тантаналар Мостай Кәримдең тыуған яғында — Шишмә районында дауам итә. Келәш ауылындағы мәктәп янында ағас ултыртыу, яҡташтар менән осрашыу, Ҡыҙҙар тауында усаҡ яғыу көтөлә. Ҡунаҡтар Шишмә ҡасабаһындағы мәҙәниәт һарайында ойошторолған әҙәби-музыкаль кисәгә саҡырыла.