Күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камал юбилейы айҡанлы баш ҡалала ижадташ дуҫтары, китап һөйөүселәр өсөн оло байрам уҙғарғайны. Күптән түгел Дыуан районында үткән китап уҡыусылар конференцияһын ошо тантананың дауамы тип ҡабул итергә кәрәктер.
Мәсәғүт республика лицей-интернаты бинаһы байрамса биҙәлгән, фойела “Китап” нәшриәте сауҙа ойошторҙо, Ринат Әлтәф улы автограф бирҙе. Ҡунаҡтар уҡыу йортоноң музейы менән танышты. Уҡыу алдынғылары Таңһылыу Закирова, Наҙлыгөл Хәмиҙуллина менән Гөлсәсәк Ҡотошова һәр бүлек тураһында ентекле һөйләне. Мәҫәлән, төбәктең арҙаҡлы шәхестәре хаҡында тулы мәғлүмәт бирелгән. Ҡәләм оҫталары Зиннәт Ҡотип, Тимер Йосопов, Зөлфиә Ханнанова һәм башҡалар — дыуандарҙың ғорурлығы.
Тамаша залына ингән һәр кем әҙиптең ижадына арналған мөйөшкә туҡтап, ундағы китаптар менән ҡайтанан “осрашты”. “Әйтелерҙәй әйтмәҫ һүҙҙәрем” тип исем биргәндәр стендҡа.
Ҡыҙҙар һәм малайҙар шәп сығыш яһаны. Олоһо ла, кесеһе лә күңелле йырҙар тыңланы, дәртле бейеүҙәр ҡараны. Пьесаны сәхнәләштереүгә әллә күпме ваҡыт талап ителә, ә инде әҙәби әҫәрҙән спектакль әҙерләп тамашасыға күрһәтеү — айырыуса. Арый урта мәктәбе уҡыусыларының “Таня-Таңһылыу” повесынан, Мәсәғүт гимназияһы егет һәм ҡыҙҙарының “Сабырйән” романынан, республика лицей-интернаты тәрбиәләнеүселәренең “Һөйкөмлө һөйәк” әҫәренән өҙөк күрһәтеүе – шуға асыҡ миҫал.
“Һинең менән танышырға теләйем, уҡыусым!” тигән кисәнең икенсе өлөшөндә балалар яҙыусыға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған төрлө һорауҙарын бирҙе.
– Иң беренсе һеҙ медицина училищеһында уҡығанһығыҙ, аҙаҡтан университетта белем алғанһығыҙ, был нимә менән бәйле? – тип һораны бер ҡыҙ.
– Бәләкәй саҡта йыш ауырыным, дауаханала ятҡанда, ҙур үҫкәс табип буласаҡмын, ти торғайным. Шул уҡ ваҡытта әҙәбиәтте яраттым, һәр саҡ сумкамда ниндәй ҙә булһа китап йөрөттөм. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа Гагарин тәүге тапҡыр Йыһанға осто. Беҙ, малай-шалай, шул осорҙа космонавт булырға хыялландыҡ, – тип яуап бирҙе әҙип. – Проза әҫәрен сәхнәгә сығарыу мөмкин түгел, ә уҡыусылар уны ҡуйған. Уларҙың һәр береһе маҡтауға лайыҡ. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан балалар төрлө яҡлап үҫешә, маҡсатына еңел өлгәшә.
Кемдер яҙыусының шәхси тормошо, ғаиләһе, киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһынды, икенселәр әҙәбиәткә ҡағылышлы һорауҙар яуҙырҙы, геройҙар прототибының булыу-булмауы тураһында белеште, бүтәндәр иһә күңелендә уйылып ҡалған хәтирәләрҙе бәйән итте.
Республика лицей-интернаты директоры Фларис Шакиров юбилярға ҡотлау һүҙҙәрен шиғыр юлдары аша еткерҙе, Дыуан районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы Илгенә Мөхәмәтова, яҙыусы өсөн иң ҡәҙерлеһе – уҡыусылары менән осрашыу, тине.
– Ауылдашымдың һәр әҫәре минең өсөн яҡын, сөнки ундағы образдар, шул уҡ ер-һыу атамалары нәҡ беҙҙең төбәктән алынған. 60 йәш – ижадтың иң ҡыҙған осоро, – тип сығыш яһаны мәғариф ветераны Әнүәр Рәхимов.
“Башҡортостан” гәзитенең ошо тарафтағы элекке үҙ хәбәрсеһе Зыял Шәйхетдинов Ринат Әлтәф улын бал ҡорто менән сағыштырҙы. Бынан тыш, юбилярҙы ҡыйғылар, салауаттар, балаҡатайҙар һәм, әлбиттә, яҡташтары – мәсетлеләр ихлас тәбрикләне.
Ринат Камал белдереүенсә, тыуған яҡҡа ҡайтыу һәр саҡ тулҡынландыра, шул уҡ ваҡытта илһам өҫтәй. Әйткәндәй, ошолай тығыҙ бәйләнеш арҡаһында байтаҡ әҫәр яҙылған.
Тантаналар бының менән тамамланмай, октябрь аҙаҡтарында юбилярҙы үҙенең тыуған төйәге Мәсетле районында көтәләр.