Икмәк кеүек ҡәҙерле21.10.2014
Кешелектең иң бөйөк асыштарының һәм табыштарының береһе – китап. Ул тормошта икмәк менән бер ҡаптарҙа таралыр. Юҡҡамы ни “Кеше икмәк менән генә йәшәй” тиҙәр. Йәшәр өсөн матди ризыҡ менән бергә рухи аҙыҡ та мотлаҡ кәрәк. Ошо йәһәттән рухи аҙығыбыҙҙың береһе ул – китап. Берәгәйлеһе! Оҙон-оҙон һәм ғәйәт ҡатмарлы үҫеш юлы үтеп, беҙгә килеп еткән китаптың бөгөнгөһө, йәшәйешебеҙҙәге әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ул кескәй балаларҙан алып оло йәштәгеләргә тиклем кәрәк. Ҡулына китап алмаған кеше юҡтыр донъяла. Әгәр ундайҙар бар икән, был Ер йөҙөндәге һирәктән-һирәк ғәйре тәбиғи күренеш: тимәк, китапһыҙ йәшәү кешенең йә тормош шарттарына, йә физик һәм аҡыл торошона бәйле булыуы ихтимал. Былары осраҡлы хәл генә.


Ә ҡәҙимге кешенең тормошон китаптан башҡа күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын: ул дәреслекме, дини баҫмамы, халыҡ ижады гәүһәрҙәре тупланмаһымы, йә йырҙар йыйынтығымы, шиғыр йә проза әҫәреме, тарих йә иҫтәлектәрме – рухи мохтажлыҡ һәм күңел талабы менән килеп инә ул йортобоҙға. Шуғалыр ҙа “Китаплы йорт – иманлы йорт” тигән әйтем һәр саҡ тел осонда. Халҡыбыҙҙа борон-борондан китапҡа изге итеп ҡарау, аҡыл һәм тормош һабаҡтары тупланмаһы булараҡ ҡабул итеү яҙылмаған ҡанунға әй­лән­гән. Башҡортҡа китап борон шәреҡ донъяһынан килеп ингәне мәғлүм. Көнсығыш дастандары, ғәзәлдәре, робағиҙар йыйынтыҡтары дини тәғлимәт туплаған китаптар менән бергә килгән сауҙагәр каруандарында. Хиуа, Бохара, Сәмәрҡәндтә ғилем нигеҙҙәренә эйә булған башҡорт уҡымышлылары ла алып ҡайтҡан китаптар Башҡортостандағы мәҙрәсәләрҙең китапханаларын байытҡан.
Китаптың бөгөн электрон варианттары барлыҡҡа килеүе уның мөмкинлектәрен, яңы быуын уҡыусыларға барып етеү даирәһен бермә-бер киңәйтте. Китап үҙенең формаһын, йөҙөн, эшләнеш рәүешен заманса күпме генә төрләндерһә лә, уға һыуһау, күңел тартылыуы бер ваҡытта ла кәмемәйәсәк. Китап – рухиәтебеҙ көҙгөһө, зауыҡ тәрбиәләүсе, тел байлығы ла, илһам, дәрт, йәшәү сығанағы ла. Хоҙай беҙҙе – китаптан, китапты беҙҙән айырмаһын! Ғүмере оҙон-оҙон булһын башҡорт китабының!

Ҡәҙим АРАЛБАЙ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.



Вернуться назад